Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Декабрь 2021, 15:23

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА “Саҡрымы йырлап үлсәнә Тыуған яҡ юлдарының!..”

Айгөл Ишемғужина (Иҙелбаева) – сығышы менән Баймаҡ районының Ҡолсора ауылынан. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын 1999 йылда тамамлап, хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының 136-сы башҡорт лицейында уҡытыусы булараҡ башлай. 2000 йылдан алып  18 йыл – “Һаҡмар” гәзитендә, артабан ике йыл Баймаҡ телевидениеһында хәбәрсе була. Әлеге ваҡытта Баймаҡ биләмә-ара үҙәк район китапханаһында эшләй. Ике тиҫтә йылға яҡын китапхана янындағы “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенә  етәкселек итә, “Игебай мәктәбе” балалар әҙәби клубын алып бара. Рәсәй һәм Башҡортостан  Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы.

Рухи брендыбыҙ!

 

Белмәһәм дә ҡасан яралғанын

Тәүге өндөң, ҡайһы заманда,

Беләм — ул мәмерйәлә тыуған,

Йәшәп килә әле һаман да!..

 

Саф тәбиғәт моңон ғына ейеп

Хәреф булып ташҡа ырылған:

«Ҙ» хәрефе тыуған «беҙҙҙ-беҙҙҙ» килгән

Солоҡ ҡорттарының йырынан.

 

«Ҫҫҫ» йылан ыҫылдауын алған,

Ниндәй ҡуш йөрәкле, батырҡай!

«Ғғғ» хәрефем ғыжлап ҡурай тарта,

Ә «Ҡ»ым ҡарға булып ҡарҡылдай.

 

«Эңңәәә! Эңңә!» тиеп һәр сабыйҙың

Тыуған саҡта һалған ораны

Телебеҙгә кескәй «ң»ене биргән –

Бер биҙәккә артҡан «ҡоралы».

 

Ә, Ү — кәкүк саҡырыуы,

У-һу — өкө уһылдауы,

Ө — билдәһеҙ бер ҡошсоҡтоң

Уфтанып уфылдауы!

 

Туған телем тәбиғәттең моңон

Һеңдергәнгә бик тә ҡиммәт ул.

Ошо алтын ғына хәрефтәрҙе

Һаҡлап ҡала алыу – һиммәт ул!

***

Белмәһәм дә ҡасан яралғанын

Тәүге өндөң, ҡайһы заманда,

Беләм — ул мәмерйәлә тыуған,

Йәшәп килә әле һаман да!..

 

Ай-ҡояштан ваҡыт телен отҡан,

Ағын йылға йырын көйләгән.

Хәүеф-хәтәр ауҙа табыш ҡапһа,

Шат ауаздан урман мөңрәгән.

 

Ауыл-ауыл итеп яндырылып,

Һаналғанда беҙҙең тел үлгән,

Аҡтамырҙай ҡалҡып сыҡҡан да ул,

Телгә килеп, ҡабат терелгән!..

 

Яуҙа оран булып яңғыраған

Ҡылыс менән танкка сапҡанда,

Еңеү йыры булып ишетелгән

Ғәзиз тыуған яҡҡа ҡайтҡанда.

 

Ә бөгөн беҙ нимә күрәбеҙ һуң –

Тел-байрағым ҡалған ямауҙай;

Гүйә, Йәншишмәне бөркөр Урал

Дейеүҙәрҙә ҡалған ҡамауҙа!..

 

Телем менән телеп һалыр мәлдәр

Булып тора төрлө дәүерҙә.

Әллә туйып шаша башланыҡмы –

Ахырызаман мәллә хәҙерҙә?..

 

Нишләйһең һин, бәғзе милләттәшем,

“Мам, пап” тиһең алдың уйламай?

Тарих сылбырҙарын өҙәһең бит,

Туған телде эшкә һанамай!

 

Теремеккәй ғәзиз телебеҙҙе

Юғалтһаҡ беҙ ары ни ҡалыр?

Үткән менән киләсәкте бәйләр

Ҡан хәтере эҙһеҙ юғалыр...

 

Туған тел – беҙҙең рухи брендыбыҙ,

Милләтебеҙҙең ул ҡалҡаны!

Телһөйәр вә рухлы вариҫтарҙың

Киләсәккә үтер ҡапҡаһы!

 

Йондоҙло ҡалам

 

Таңдарын баҡһам тәҙрәгә,

Мин һәр саҡ хайран ҡалам:

Бәхет нурынан туҡылған

Өфөм! Һин – йырлы ҡалам!..

 

Йондоҙ күҙләп күктәргә лә

Кәрәкмәй үрелергә:

Әйтерһең дә, тороп арып

Һибелгән улар ергә!

 

Һибелгән дә юл ситенә

Мәрйен булып теҙелгән.

Ситтән баҡһам, ҡалам, гүйә,

Тик йондоҙҙан төҙөлгән.

 

... Эх, булып барыһынан да

Яҡтыраҡ яныр йондоҙ,

Кем ҡалам урамдарында

Йөрөй моңһоу һәм яңғыҙ –

 

Үтәр өсөн теләктәрен

Күктә атылһам икән!..

Тик ер йондоҙҙары минән

Күкте ҡыҙғанмаҫ микән?!.

 

***

 

...Юлдарҙың хужаһы юҡ.

Улар – ирек билдәһе.

Уйсан, моңсанды үҙ итә,

Ситте килмәй күргеһе...

 

Саҡрымы йырлап үлсәнә

Тыуған яҡ юлдарының.

Шиғри тәлгәштәрен тирәм

Шундағы уйҙарымдың!..

Әсә һөйөүе

 

Ҡояшҡай ерҙе ҡыҫҡан да

Яратыпмы-ярата!

Әсәлек тойғоһонан да

Бөйөк бер хис юҡ хатта!..

Тик артыҡ әпәүләүҙән бит

Бала була иркәрәк:

Донъяны танып белергә

Кескәй йәнгә ир(е)к кәрәк!

Ҡояшҡайым, бер аҙ ял ит,

Илап алыу ҙа файҙа –

Ергә балауыҙ һығырға

Болот юрғаны ҡайҙа?..

 

Көҙгө хәтирә

 

Әллә ни булды ла ҡуйҙы,

Йөрәгемме туҡтаны –

Китап араһынан төшкәс

Кипкән ҡайын япрағы...

 

Көҙ иҫләй – ундай ҙа хисте

Бығаса тоймағандыр:

Әрнеү булып күкте ярҙы

Сыңрауы торналарҙың...

 

Әсе йәштәр өтөп алғас

Тиҙ һарғайҙы япраҡ та...

Һағышлы хәтирә булып

Һаҡланған ул китапта...

 

Татлы томан...

 

Алһыу томанға сорналған

Минең ҡырағай “илем”.

Шул томанды һоҫоп алып

Еҫкәп ҡарарға ине!..

 

“Томан түгел, хыял ул!” – тип

Уйлама әле, йөрәк!

Томандар тиҙ тарала бит,

Ә хыял йәнгә терәк!..

 

Татлы томан таралмаһын,

Йылмайып торһон, көлһөн!

Өшөгән генә йәнемде

Йылы нурҙарға төрһөн!..

 

Бейеүҙә йәшәйем!..

 

Ялҡынлы бейеү!..

Йәнемде

Күтәрәһең күктәргә!

Тулҡындарыңда йәшнәйем,

Ашам ашмаҫ сиктәргә!..

 

Яҙылдыраһың уйылыр

Ос-ҡырыйһыҙ уйҙарҙан!..

Кәйефте күтәрер көсөң,

Әйтсе, килә ҡайҙарҙан?!.

 

Бейеү эсендә тыуғанмын,

Унһыҙ бәхет – сикләнгән!..

Мине юғалта күрмәгеҙ,

Бейеүҙәргә бикләнһәм!..

***

Таштай ауыр уйҙарымды

Йөрәгеңә ауҙарҙым.

Шунда күрҙем ни яуһа ла

Бейеклеген тауҙарҙың!..

 

Таш ҡоршауҙарҙы емереп

Ирек бирҙең йәнемә!

Тик... Үҙең ҡалдың күмелеп –

Кем һуң инер хәлеңә?..

 

“Тау-таяуым имен булһын!” –

Тип теләйем эсемдән.

Таш сәскәгә әүерелһен

Ихлас рәхмәт хисемдән!