Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Декабрь 2021, 15:45

Хәйбуллалар хәҙер ситкә йөрөмәй. Сөнки...

Зал 50 кешелек урынға иҫәпләнгән.

Хәйбуллалар хәҙер ситкә йөрөмәй. Сөнки...

Ошо көндәрҙә Хәйбулла халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Аҡъярҙа заман талаптарына яуап биргән өр-яңы "Бөркөт" исемле кинозал асылды. Ул 50 кешелек урынға иҫәпләнгән. Кинозал Исмәғил Тасимов исемендәге тау колледжының икенсе корпусы бинаһында урынлашҡан.

Әгәр ошоға тиклем хәйбуллалар кино ҡарау өсөн Сибай, Баймаҡ йәиһә Ырымбур өлкәһенең  Орск, Гай ҡалаларына йөрөһә, хәҙер ғаиләләре менән рәхәтләнеп үҙҙәрендә лә кино ҡарау бәхетенә эйә. Ҙур ҡалаларҙа йәшәгән халыҡ өсөн 3D форматлы кинотеатрҙар әллә ни ҙур ваҡиға булмаһа, ә бына ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн оло байрам.

 Иң беренсе булып балаларға анимациялы кино күрһәтелгән. Улар рәхәтләнеп

"Медвежонок Бамси и Дракон" исемле кино ҡарап ҡыуанған.

Кинотеатрҙың репертуары Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы тарафынан тәҡдим ителәсәк. Киләсәктә район халҡы башҡортса кинофильмдар ҙа ҡарай алыр тигән ышаныста ҡалайыҡ. Бигерәк тә яҡташтары Айнур Асҡаровтың киноларының күрһәтлеүенә ныҡ өмөтләнә хәйбуллалар.

Әйткәндәй, кинозалға "Бөркөт" тигән исемде Аҡъярҙа йәшәгән Сәлиә Шәһимәрҙәнова тәҡдим иткән ине, уға район мәҙәниәт бүлеге иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Фото: Хәйбулла район мәҙәниәт бүлеге сайтынан.

Хәйбуллалар хәҙер ситкә йөрөмәй. Сөнки...
Автор:Карима Усманова