Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Декабрь 2021, 15:25

Лауреаттарҙы бүләкләнеләр

Өфөлә сираттағы “Иҙел” башҡорт һәм татар йыры фестиваль- конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл конкурстың туранан-тура үткәрелгән өсөнсө турына 35 ғариза килде. Ҡатнашыусылар Башҡортостандың һәм Татарстандың ҡала, райондарынан йыйылды. Конкурста шулай уҡ Н. Йыһанов исемендәге Ҡазан консерваторияһы студенты, Азербайжан вәкиле Нахида Ахвердиева һәм “Голос. Дети” тапшырыуында финалға сыҡҡан Сәйҙә Мөхәмәтйәнова ҡатнашты.

“Бер нисә йыл буйы “Иҙел”гә эләгергә хыялландыҡ. Былтыр пандемия арҡаһында конкурс булманы, быйыл шатланып ғариза тапшырҙыҡ”, – тине сараға ҡустыһы Әлми менән бергә килгән Сәйҙә Мөхәмәтйәнова.

Ҡыҙ “Татар халыҡ йыры” номинацияһында I дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Өфө сәхнәһендә ул “Һаҡмар һыуы” йырын башҡарҙы.

Конкурста шулай уҡ “Башҡорт халыҡ йыры”, “Башҡорт эстрада йыры”, “Татар эстрада йыры”, “Академик йыр”, “Иң яҡшы дуэт йәки коллектив”, шулай уҡ “Балалар йыры” номинацияһында лауреаттар билдәләнде. Быйыл жюри составында үҙгәреш булды. Унда әүәлге лауреаттар Зилиә Бәхтиева менән Рәфис Сирусин инде.

“Проект бөтә ҡатнашыусыларҙы ҙур ғаиләгә берләштерҙе. Ойоштороусылар иғтибарлы, итәғәтле. Сарала ҡатнашыусылар йыл һайын үҙҙәрен ихлас ҡабул итеүҙәрен билдәләй. Конкурсҡа килгән өсөн бер ниндәй ҙә иғәнә түләүҙең дә, йәшәргә урын, туҡланыуҙы хәстәрләүҙең дә кәрәге юҡ. Бөтә сығымды ойоштороу комитеты үҙ иңенә ала”, – тине Рәфис Сирусин.

Жюри составына шулай уҡ Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың ха­лыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты Иҙрис Ғәзиев, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың ха­лыҡ артисы, С. Юлаев  исемендәге премия лауреаты Флүрә Килдейәрова, Рәсәйҙең һәм Татарс­тандың халыҡ артисы, Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зилә Сөнәғәтуллина, Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллин, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Мөнир Яҡупов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев инде.

Заһир Хәкимов Башҡортостан татарҙары конгресы исеменән конкурс директоры Лилиә Бәҙәмшинаға рәхмәт әйтте, Башҡортостан Респубикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесенең рәхмәт хатын тапшырҙы, шулай уҡ конкурсты ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға Дәүләт Думаһының Милләттәр эштәре комитеты рәйесе Геннадий Семигиндан Хөкүмәт телеграммаһын уҡып ишеттерҙе.

“Сарала киләсәктә ҡатнашырға теләгәндәрҙе “Бәйләнештә” селтәрендәге беҙҙең төркөмдө күҙәтеп барырға саҡырабыҙ. Ғаризалар, ғәҙәттә, март-апрель айҙарында ҡабул ителә башлай һәм октябргә тиклем дауам итә. Конкурста ҡатнашыу өсөн тейешле документтарҙы һәм аудио-, видеоматериалдарҙы ебәрергә кәрәк. Ҙур ғаиләбеҙҙә йәш таланттарҙы көтәбеҙ!” – тине конкурстың координаторы Диана Байтурина.

Мәғлүм булыуынса, былтыр проектҡа 10 йыл тулды. Пандемия арҡаһында конкурс өлөшө үткәрелмәне, уның урынына юбилей гала-концерты булды.

 

Л. ДӘҮЛИЕВА.

Читайте нас в