

Ә урам тып-тын, берәй әҙәм йәки башҡа йән эйәһе күренһәсе. Ә элек бынан бала-саға тауышы өҙөлмәй ине. Ғилметдин, киң аҙымдар менән тыуған нигеҙе яғына табан атланы. Күп тә барманы, ҡаршыһына йәйге ҡояшта ҡара янған малай тап булды, бәләкәй генә велосипедҡа атланып алғайны ул. Ҡыҙыҡһынып, ят кешегә бер аҙ ҡарап торҙо ла:
– Һаумыһығыҙ, бабай? – тип, күҙҙәрен ҡыҫа төштө лә, ниҙер көткәндәй, ҡарап тора башланы.
– Иҫәнме, улым? – Ғилметдин күңеле булып йылмайҙы. Ана бит, бала-саға ниндәй итәғәтле булып үҫә. – Рәхмәт һаулыҡ һорашҡаныңа.
Бер аҙ барғас, фырт ҡына кейенгән ике ҡыҙ осраны. Үҙ-ара ҡыҙып-ҡыҙып ниҙер тураһында бәхәсләшә ине улар, ят кешене хатта иғтибарға ла алманылар шикелле.
Әлбиттә, илле йылдан ашыу ғүмер эсендә ауылдың йөҙө ныҡ үҙгәргән. Элекке һалам башлы бәләкәй генә өйҙәр урынын ҡарағай бүрәнәләрҙән һалынған, шифер йәки ҡалай түбәле күпкә иркендәре биләгән, ситән ҡоймаларҙы штакетник ҡаҙаҡланғандары алмаштырған. Тик ни ғиллә, ҡайһы берҙәрендә кеше йәшәмәгәне тыштан уҡ күренә: йорттарҙың түбәләре асыла төшөп, тәҙрәләре ҡойолған һәм ҡоймалары ауып ятҡандары ла осрай. Тимәк, хужалары яҡты донъянан йәки ситкә бәхет эҙләп китеп барған.
Шулай уйлана-уйлана атлай торғас, Ғилметдин түмәләс тапҡырында булырға тейешле тыуған өйө нигеҙенә лә килеп етте. Ҡасандыр бында кеше төйәге булғанын белгертеп үҫә торған кесерткән йәки сәнскеле үләндәр күҙенә салынманы. Беленер-беленмәҫ соҡор, күрәһең, нигеҙ генә тороп ҡалған. Ә бит элек бушаған урынға яңы нигеҙ күтәреү ғәҙәте була торғайны. Тимәк, кешеһе табылмаған.
Тыуған төйәге нигеҙенә ҡарап, күңелһеҙ уйҙарға батты Ғилметдин. Хәтере яңыра төштө уның. Бала сағынан төрлө күренештәр, ата-әсәһе кисә генә булған кеүек күҙ алдынан үтте. Юҡ, үтмәне, ике күҙенә лә йәш тултырҙы.
– Тыуған нигеҙеңде һағынып ҡайтҡанһың икән. – Арт яҡтан килгән ҡарлыҡҡан тауышҡа Ғилметдин ҡаты тертләне.
Боролоп ҡараһа, түшенә орден-миҙалдар тағылған ярайһы таушалған костюм-салбар кейгән оло йәштәге кеше уға ҡарап баҫҡан. Ҡулында – тимер таяҡ.
– Һине ни, Ғилметдин абзый, тәүҙә хәбәрһеҙ юғалды, унан һуң һуғыш сыҡҡан йәйҙә үк үлеп ҡалған, тигән хәбәр килде лә баһа, – тип дауам итте ҡарт, ике ҡулы менән таяғына таянып. – Ә һин имен-һау йөрөп ятаһың, имеш.
Маңлайын йыйырып, күпме генә уйланһа ла, Ғилметдин был кешенең кемлеген иҫенә төшөрә алманы.
– Ғәфү ит, – тине ахырҙа, кипкән ирендәрен ялай-ялай. – Танымайым бит. Ахырыһы, һин минән йәшерәк.
– Кәшфулла. – Ҡарт шул хәлендә ҡала бирҙе. – Мине белеп тә еткермәйһеңдер шул. Һине армияға алғанда, мин малай ғына инем бит.
– Шулай ҡартайырға ла өлгөрҙөңмө? – Ғилметдин шаяртты.
– Нужа күп күрелде шул. – Кәшфулла хәтере ҡалғанын йәшереп торманы. – Уның ҡарауы, һин йәшәргәнһең. – Ян-яғына ҡаранып алғас, – нимә ти әле урыҫ? На ногах правды нет. Әйҙә ултырайыҡ! – тине.
Ғилметдин яуап ҡайтарманы. Яйлы урын табып терәлде лә Кәшфуллаға ҡарап тора башланы. Әйтер һүҙе булғанға оҡшай, тыңлап ҡарайыҡ, йәнәһе.
– Был нигеҙҙә һуңғы йән эйәһе атайың мәрхүм булды, абзый, – тип көтөлмәгән яҡтан һүҙ башланы Кәшфулла. Әсәйең рак сиренән унан күпкә алда китеп барҙы. Яңғыҙы бик ныҡ интегеп йәшәне атайың.
Йә, хәҙер ни әйтерһең, тигәндәй, ул Ғилметдингә ҡараны. Ә ул быларҙы кисә үк Маһинурҙың ауыҙынан ишеткәйне. Ике ҡустыһының һуғышта үлеп ҡалғанын да. Үткәндәрҙе кире ҡайтарып булмай, башыңды ташҡа бәреп илаһаң да.
– Ни өсөн элегерәк ҡайтманың? Ярҙам итер инең, тиһеңдер, ә Кәшфулла? – Ғилметдин күңелһеҙ көлөмһөрәне. – Шулаймы?
– Һуңлабыраҡ ҡайтҡанһың шул, абзый. Элегерәк… – Кәшфулла ни әйтергә теләгәнен асыҡламаны. – Тәүҙә бит һине хәбәрһеҙ юғалды, тинеләр.
– Эх, Кәшфулла! Һин дә бит һуғышта булғанһың. Моғайын, унда бик күптәрҙең ятып ҡалыуын, әсирлеккә эләгеүен беләһеңдер. Бына мин…
– Һин плен бирелгәнһең. Ишеттем кисә. – Кәшфулла янтайып, кеҫәһенән папирос сығарҙы. Ашыҡмай ғына ҡабыҙып, бер-икене һурғас, – Германияла йәшәгәнһең икән. Ә беҙҙең өсөн әсирлеккә төшөү – хыянат. Шулай бит, абзый?
“Ҡарале, һуғыш бөткәнгә лә илле йыл, ә был һаман шул саҡтағы коммунистар һүҙен һөйләй, тип уйлап алды Ғилметдин. Юҡ, ауыҙын ябырға кәрәк! Бала-сағалай булмағанды ҡабатламаһын!”
– Уны, энекәш, окопта ултырып, һөжүмгә йөрөмәгән, бомба-снарядтар шартлауын үҙ ҡолаҡтары менән ишетмәгәндәр һөйләй, – тине ул мөмкин тиклем тынысыраҡ тон менән. – Ә кем үҙ күҙе менән күреп, ҡолағы менән ишеткән…
– Аныһы шулай. – Кәшфулла бәхәсләшергә ашыҡманы, күрәһең, яйын көттө. – Тик пленға үҙе теләп бирелгәндәр ҙә булған бит…
– Һуғыш сыҡҡан йылда улар ике миллион ярым булған, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Ғилметдин.
– Тыуған илгә хыянат иткәндәр. – Кәшфулла ирендәрен ҡыйшайтты. – Беләбеҙ.
– Уныһын һәр кем үҙенсә аңлай. – Ғилметдин дә бирешергә йыйынманы. – Минеңсә, улар Совет власы өсөн һуғышырға теләмәгән.
– Ана нисек һуҡтырҙың, Ғилметдин абзый. – Кәшфулланың күҙҙәре ялтырап китте. – Һин хәс тә теге РОА-лар (Русская освободительная армия. Гитлер Германияһы яғында һуғышҡан частар – авт.) кеүек һөйләйһең.
– Ниндәй РОА? – Ҡапылғара аңламаны Ғилметдин, сөнки был төшөнсә тураһында уға бик һуңлап ишетергә тура килгәйне. – Мин белгәнде һөйләйем.
– Былтыр Поляковкаға шунда хеҙмәт итеп, бик яман ҡыйратылғас, Америкаға китеп ҡотолған берәү ҡайтҡан булған. – Кәшфулла тағы ла папирос ҡабыҙып, ләззәтләнеп һурғас, – Кәперәйеп йөрөй, ти, малай, – тип дауам итте. – Бер туҡтамай маҡтана, ти. Тәк, төндә теге йоҡоға талғас, өйөнә үрт һалғандар ҙа шунда тонсоғоп үлгән ти, ҡәбәхәт! – Кәшфулла ласҡылдатып аяҡ аҫтына төкөрҙө.
– Быларҙы һин миңә ни тип һөйләйһең әле, Кәшфулла? – Ғилметдиндең асыуы эсенә һыймай башланы. – Үткән эшкә салауат. Һин бит оло кеше.
– Бер ҙә үтмәгән! – Кәшфулла тәмәкеһен аяғы аҫтына һалып тапаны. – Дошман ул үлгәс тә дошман булып ҡала. Белдеңме?
Яуап көтөп тормай, Кәшфулла таяғын яурынына һалды ла китеп барҙы. Ғилметдин аптыраны, ни әйтергә теләне икән ул? Әллә мине лә шул Поляковка урыҫы кеүек күрәме? Ул бит үҙенекеләргә ҡорал күтәрмәне. Ғөмүмән, тауыҡ һуйырға ҡулы күтәрелмәй торғайны. Хәйер, ни тип баш ҡатырам әле, бөтмәҫ бында кәшфуллалар ҙа хөсәйендәр.
Ул урынынан ҡуҙғалып, бала сағы үткән тирә-йүнгә тағы ла бер ҡараш ташланы. Ошонда тамыр йәйҙе уның тормошо. Һәр ҡарыш ер изге булып тойолорға тейеш тә баһа! Ә ни өсөн ниндәйҙер һалҡынлыҡ һибелә был урындан? Әллә шулай тойола ғынамы? Ғилметдин ҡарт тағы ла тирә-яғын күҙләне, ниндәйҙер мәғәнә эҙләне. Әммә уның был ынтылышы һөҙөмтәһеҙ тамамланды. Ят итә.
Өҫтөнә ябырылған көс еткеһеҙ ауыр хис-тойғонан арынырға була, ҡарт һыу буйына атланы. Бала һәм үҫмер йылдарында тиҫтерҙәре менән сыр-сыу килеп һыу ингән урындарҙы тегендә, Германияла, саҡта әллә нисә тапҡыр төштәрендә күреп, һаташып уянғанын иҫенә алды. Ана, ҡуйы булып үҫкән тал-өйәңкеләр, һауаға тейерҙәй олғашҡан тирәктәр. Ярһып, күңелен биләгән ашҡыныулы уйҙар солғанышында үтте был араны Ғилметдин. Тик…
Эйе, улар кемуҙарҙан ярышып йөҙгән, саптыр-соптор килеп сумған йылға бик ныҡ һайыҡҡан, урыны менән хатта һикереп аша сығырлыҡ булып ҡалған. Яҙғы ташҡында килгәндәрҙер инде, ары-бире йыуан ағастар ҙа аунап ята. Күрәһең, уларҙы йыйып алырҙай кешеләр ҙә ҡалмаған. Эйелеп, һыу менән бит-ҡулын сайҡаны ла ир бер йыуан тирәк төбөнә килеп сүгәләне.
Ана, тегендәрәк Маһинур менән йыш ҡына йондоҙҙар күҙләп, тулы айға ҡарап ултыра торғайнылыр. Ҡасандыр. Илле йыл үтеп тә киткән. Һағыш баҫты ирҙең күңелен. Шулай ғүмер үтеп китеп тә барамы икән ни? Ә бит йәшәлгән кеүек тә булманы! Ауыр кисерештәрҙән тағы ла күҙҙәргә йәштәр тулып, түбән тәгәрәне. Эх, бер үкереп илаһаң ине. Ғилметдин үҙе лә һиҙмәҫтән ян-яғына ҡарап алды. Күҙенә бер кем дә салынманы.
Кисерештәр тағы ла көсәйә төшөп, сикһеҙ ауыр һағыштар аҫтында атланы ул Маһинур йәшәгән йортҡа. Иртән сәй менән генә хушланған ашҡаҙан да аҙыҡ талап итә, имеш. Мартаһы уны ишек алдында ҙур сумка эргәһенә ултырып ҡаршыланы.
– Оҙаҡ йөрөйһөң, – тип ҙур ризаһыҙлыҡ белдерҙе ҡатын, иренә тура ҡарап. – Мин һине әллә минән ҡасып китеп барҙымы, тип борсолам. – Беҙгә бөгөн үк китергә кәрәк бынан, Гельмут! – Мартаның күҙҙәрендә зәһәр уттар йылтыраны. – Мин бында бер минут та ҡала алмайым.
–- Ни булды тағы ? – Ғилметдин нигеҙ буйына сүгәләне. – Ҡайҙа хужабикә?
– Белмәйем, ҡайҙалыр сығып китте. – Марта ҡулын һелтәне. – Холҡһоҙ нәмәкәй икән ул.
– Әрләштегеҙме ни? – Ғилметдиндә лә асыу тойғоһо тоҡанды. – Иплерәк булмай инеме ни? Һин бит бында үҙ өйөңдә түгел.
– Такси саҡырт, Гельмут! – Ҡатын тауышын күтәрҙе. – Минең ҡулдан килмәй.
– Уның өсөн телефон табырға кәрәк бит әле. – Ҡарт урынынан ҡуҙғалды. Уның үҙендә лә бынан тиҙерәк китергә кәрәктер, тигән уй ҡуҙғала биреп ҡуйғайны. Ул ҡапҡаны асып, урамға атланы. – Мин хәҙер.
– Донъяңды онотоп йөрөмә тағы! – Марта, урынынан тороп, өй ишеген тартты.
Күп тә барманы Ғилметдин, Маһинур үҙе тап булды. Ҡулында – ауыр ғына күренгән сумка. Кәйефе боҙолмағанға оҡшай.
– Һин ҡайҙа былай, Гельмут? – Ҡарсыҡ шаяртты. – Төшкө аш етеп килә бит. Асыҡманыңмы әллә?
– Аш ҡайғыһы юҡ әле. – Ғилметдин дөрөҫөн әйтергә булды. – Ҡайһы тирәлә телефон бар, Маһинур?
– Ни эшләтәһең телефонды? – Һорауға һорау яңғыраны. – Бынан Германияға звонить итеп булмай.
– Ә мин шаяртмайым, Маһинур! – Ғилметдин Мартаһын күҙ алдына килтерҙе. – Беҙгә ҡайтырға кәрәк.
– Ҡарсығың ҡоторттомо ни? – Маһинурҙың кәйефе ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. – Тиҙ генә ҡылтайып бара үҙе.
– Әрләштегеҙме ни? – Баяғы һорауын ҡабатланы ҡарт. – Ни бүлештегеҙ һуң?
– Мин, әллә Ғилметдин бөтөнләйгә ҡайттымы, тигәс, теге нәмәкәйең туҙҙы ла китте. Үҙ ҡулы менән алып килеп, ҡалдырып китергә ул шыр тилеме ни! Әйтмәгән һүҙе ҡалманы. Мин дә ауыҙ йомоп торманым. Холоҡ насар бит, Ғилметдин. Үҙемде тыя алмайым да ҡуям. – Маһинур буш ҡулы менән ҡунағының терһәгенә ҡағылды. – Бөгөнгә ҡуҙғалмағыҙ инде! Иртәгә берәй нимә уйларбыҙ, ә?
Һүҙ көрәштереүҙән мәғәнә юҡ ине. Улар ҡунаҡ, ә ҡунаҡ – хужаның ишәге. Мартаны икәүләп тынысландырҙылар. Ә ул күнде, күнмәй ҡайҙа барһын, үҙ илендә түгел бит. Иртәгә, тек иртәгә.
Төшкө ашты Маһинур йырлай-йырлай әҙерләне. Ниндәй генә ризыҡ ҡуйылмағайны өҫтәлгә: ҡаҡлаған ҡаҙ ите, ҡаҙылыҡ, бәлеш, тоҙланған ҡыяр менән помидор, еләк ҡайнатмаһы… Өсәүләп шнапстан да ауыҙ иткәс, йылмая-көлә ике сәғәттән күберәк гөрләшеп ултырҙылар ҙа ҡуйҙылар. Үпкәләшеү онотолдо.
Кисен өйгә берәм-һәрәм ауылдаштары килде. Күберәге – оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ. Ике-өс ир ҙә бар, тик уларҙы танымай Ғилметдин. Күрәһең, Маһинур саҡырған. Башҡортта ҡунаҡ күрһәтеү тигән йола онотолмаған бит. Танһыҡҡа ла ине был күңел асыу, сөнки һуңғы йылдарҙа бер-береңә йөрөшөү ғәҙәте ситкә ҡуйыбыраҡ торолдо. Йырлаштылар, бейештеләр. Иртә менән һөмһөрө ҡойолоп йөрөгән Мартанан да шат кеше юҡ ине шикелле араларында. Был уның өсөн, ысынлап та, ҙур байрам ине. Немец былай күңел аса белмәй шул.
– Ярай әле бая иҫәрләнеп ҡайтып китмәгәнмен, – тип бер нисә тапҡыр Маһинурға өндәште ул. – Һин мине ғәфү ит инде!
Шнапсты ярайһы мул һемергәс иһә:
– Мин һине Дойчландҡа (Германия – авт.) саҡырам, – тип тә ысҡындырҙы. – Бабай ҙа табып бирермен.
Иртәгәһенә такси саҡырыуҙың кәрәге булманы. Ҡунаҡтарҙы аэропортҡа саҡлы уҡ Маһинурға туған тейешле Әхмәҙи илтеп ҡуйырға ниәтләнде. Сәй эсеп, арлы-бирле итеү менән өйгә тағы ла ауылдаштар килә башланы: оҙатырға. Буш ҡул менән килмәгәндәр, кемдер ҡаймаҡ, кемдер – һөт, эремсек, ҡорот, һары май, ҡайнатма тотоп алған. Бындай ихласлыҡты ғүмерендә тәү тапҡыр күргән Мартаның тағы иҫе-аҡылы китте:
– Ҡайһылай йомарт халыҡ икән был башҡорт!
Хушлашырға килеүселәр араһында гармунсыһы ла бар. Бер саҡ ҡыҙып китеп бейергә төштөләр.
– Баҫ әйҙә, Өммөгөлсөм, иҙәндәре бөгөлһөн! – тип йыр һуҙҙы ирҙәрҙән берәү.
Ҡосаҡлашып-илашып хушлаштылар. Машинаға инеп ултырғанда, ҡунаҡтарҙың икеһенең дә күҙҙәре тулы йәш ине. Шатлыҡ менән моңһоу айырылышыу сағылышы.
– Киләһе йәй тағы ҡайтығыҙ! – тип ҡысҡырҙы кемдер. – Көтәбеҙ.
Машина саң борхотоп боролмаға инеп юғалғансы унан күҙен алманы Маһинур. Сикһеҙ дәрәжәлә ауыр ине уға. Йәшлек менән осрашып-хушлашыу шулай була икән.
Тимер ЮРМАТИН.