Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Декабрь 2021, 18:00

Ауыл халҡына ҙур бүләк булды был

Әбйәлил районының Гусев мәҙәниәт усағы күп функциялы үҙәккә әйләнде.

Ауыл халҡына ҙур бүләк булды был

Гусев ауылында "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Урындағы мәҙәниәт йорто" проекты сиктәрендә яңыртылған клубты асыу тантанаһы үтте. Дәүләт ярҙамы ауылдың мәҙәниәт усағын матди-техник яҡтан тулыһынса яңыртырға мөмкинлек бирҙе.

Мәҙәниәт йорто өр-яңы музыка ҡоралдары, сәхнә костюмдары, тамаша залы өсөн йомшаҡ креслолар менән тәьмин ителгән. Бынан тыш, балалар һәм спорт бүлмәләре уйын һәм спорт ҡорамалдары менән тулыһынса йыһазландырылған, бильярд, өҫтәл теннисы ҡуйылған. Хәҙер ул күп функциялы үҙәккә әйләнде.

Ауыл халҡының оло шатлығын Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов уртаҡлашты. Сара аҙағында район мәҙәниәт йорто артистары һәм Гусев ауылы халҡы тарафынан бай йөкмәткеле концерт күрһәтелде.

Фото: Динара Сафиуллина.

Автор:Карима Усманова