

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры коллективы үҙ тамашасыларын премьералар менән ҡыуандырып ҡына тора. Күптән түгел Баныу Ҡаһарманованың "Шахтер"ы сәхнәгә сыҡһа, әле Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Талха Ғиниәтуллиндың "Тау артында ниҙәр бар" әҫәре буйынса спектакль премьераһы булып утте.
Әҫәрҙе ҡуйыусы режиссер - Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, Рәсәйҙең мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Ғәйетбай инсценировкаһы. Режиссер ассистенты - Вадим Ғилманов, ҡуйыусы рәссам – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов. Пластик яҡтан ҡуйыусы - Роберт Йылҡыбаев. Музыкаль биҙәү - Азат Нәҙерғолов, Рәмил Әминев. Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проектын ярашлы сәхнәләштерелгән.
Кеше тормошо эҙләнеүҙәргә ҡоролған. Уны тау артында нимә көтөүе һәр саҡ ҡыҙыҡһындыра. Бәлки, унда бәхеттер? Бер тауҙы артылғас, икенсеһен күрә, ә унан — тағы тауҙар… Аҙаҡ, юлында осраған бар тауҙарға ла күтәрелгәс, кеше тигеҙ офоҡҡа барып етә һәм аңлай: был ғүмер ахыры. Эйе, кеше тауҙар артыла икән, тимәк, ул йәшәй. Йәшәйештең мәғәнәһе лә шунда. Әллә ҡайҙан алыҫтан бәхет һәм һөйөү эҙләргә кәрәкмәй, ул һәр саҡ һинең яныңда...
Тап ошо һорауҙарға яуап бирә лә инде был тамаша. Бәхет ниндәйҙер тау артында түгел, ә яныңда икәнлегенә яуап таба һәр кем.
Фото: Сибай театры сайтынан.