Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Декабрь 2021, 15:00

Таксиға түләргә лә аҡсалары булмай

1991 йылдың 27-28 февралендә Өфөлә уҙған "Урал моңо" фестивалендә йыраҡ Хәйбулла районынан килгән һәм быға тиклем билдәһеҙ булған "Дәрүиш-хан" төркөмө Гран-при яулай. 

Таксиға түләргә лә аҡсалары булмай

Уҙған шәмбелә Өфөлә легендар "Дәрүиш-хан" төркөмөнөң концерты үтте. Альберт Ғәббәс төркөмдө элекке музыканттары һәм яңы солисы менән сәхнәгә сығарып, ҙур тамаша ойошторҙо.


Үткәндәргә күҙ һалһаҡ, төркөм бынан 30 йыл элек билдәлелек яулай. 1991 йылдың 27-28 февралендә уҙған "Урал моңо" фестивалендә йыраҡ Хәйбулла районынан саҡырылған һәм быға тиклем билдәһеҙ булған "Дәрүиш-хан" төркөмө Гран-при яулай. 


– Уларға ҙур бүләк - тотҡаһыҙ "Soni" магнитолаһы бүләк иттек. Ә артистарҙың концерттан һуң ҡайтырға аҡсалары булмаған, шуға ла Октябрь проспектына тиклем йәйәү атлағандар. Уларҙың ҙур сәхнәгә юлы шулай башланды. Ә инде 1999 йылда, ул саҡта Республика халыҡ ижады үҙәге директоры вазифаһында, "Дәрүиш-хан" төркөмөнә яңы аппаратура менән йыһазландырылған студия төҙөп, егеттәрҙе эшкә урынлаштырып, бөтәһенә лә Йәштәр бульварындағы ятаҡтан айырым бүлмәләр биреүгә өлгәштек. Альберт менән беҙ йыш күрешәбеҙ, йәш саҡтағы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрәбеҙ, – тип ураҡлашты социаль селтәрҙә Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.

Әйткәндәй, халыҡ әле лә "Дәрүиш-хан" төркөмө башҡарған йырҙарҙы яратып тыңлай һәм концерттарына ла ихлас йөрөй.

Фото "Дәрүиш-хан"дың "Бәйләнештә" социаль төркөмөндәге  диуарынан алынды. 

Таксиға түләргә лә аҡсалары булмай
Автор:Рәмилә Мусина