Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Декабрь 2021, 08:00

Хоҙай биргән малай

Ҡатын менән йоҡларға ятыр алдынан түшәк йә яҫтыҡ аҫтына балта һалыу тураһында лаҡап бар. Имеш тә, был йоланың асылын аңламаған ситтән төшкән бер килен, ирем мине төндә сабып үлтерер өсөн балтаһын шунда һалып йоҡлай, тип уйлап, шикләнеп йөрөгән-йөрәгән дә, тегеһе был ғәҙәтен ташламағас, милицияға мөрәжәғәт иткән. Улар йоҡларға ятыр алдынан килгән тәртип һаҡсылары...

Хоҙай биргән малай
Хоҙай биргән малай
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
(Хикәйә)*

Аптыраным был ҡатынға:
Ҡыҙ таба ла ҡыҙ таба.
Һин тимен, малай хаҡында
Докторға барып ҡара...**

Шағир был юлдарҙы фәҡәт Кәримгә һәм уның ҡатыны Зөләйхаға арнап яҙған һымаҡ. Ҡулынан балтаһын төшөрөрлөк, атаһын шатлыҡ атына атландырырлыҡ, һис юғы фамилияһын дауам итерлек йомро ҡара малай табып бирмәне бит тәки ҡатыны, һис юғы, берәүҙе. Орлоҡ өсөн. Атай нигеҙен кем һаҡлар? Әллә Аллаһ Тәғәлә уларға малай лимиты бүлмәгәнме?
 
Уларға ғына булһа, бер асыу. Кәримдең ир туғандары араһында ла һуңғы ун йылда малайлы кешеләр юҡ. Шыр ҡыҙҙар. Гел ҡыҙҙар тыуыуҙы донъя тыныслығына, бәрәкәтле тормошҡа юрау ҙа бар халыҡта. Өлкәндәрҙең иҫләүе буйынса, Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан уларҙың ауылында тик малайҙар ғына тыуған. Герман һуғышы сығыр алдынан да шундай уҡ хәл күҙәтелгән, тиҙәр. Кем белә, әллә уларҙың нәҫеленә Хаҡ Тәғәлә тик ҡыҙҙар ебәреп, ниндәйҙер оло бәлә-ҡазанан аралаймы икән?
 
Ҡыҙҙарға бай булғандары өсөн Кәримдең затындағы ир-аттарҙы мәрәкәләп-шаяртып «ювелир оҫталары» тип атап йөрөтәләр. Имеш тә, ҡыҙ баланы донъяға яралтыу өсөн бигерәк тә атай кешенән ювелир оҫталығы, уның әйберҙәрҙе эшләгәндә йырлағандағы нәзәкәтлеге, биҙәгәндәге нескәлеге, илаһи һәләте талап ителә икән дә. Ә малай тыуҙырыу өсөн арлы-бирле балта тотоп, утын яра белһәң дә етә, имеш. Бына һиңә – мә! Берәү әйтер: ҡыҙ табыуҙың ни ауырлығы бар, бына һин малай табып ҡара. Ҡайһы берәүҙәрҙең әлегә туҙға ғына яҙған фекеренсә, әгәр ҙә ир кеше ҡатынын нығыраҡ яратһа – ҡыҙ бала, ҡатын ирен нығыраҡ һөйһә, ир бала донъяға ярала, имеш. Бәй, ошонан һуң да Кәримдең хәләле, мине ирем яратмай, тип әйтеп ҡараһын. Ә бына һис малай тапмаған ҡатынына ул шулай тип әйтә ала. Хатта әйткәне лә бар.
 
Ир бала тыуҙырыуҙың ауырлығы ла бар, тиҙәр. Быныһын табиптар әйтә: ҡыҙ балалар сос, етеҙ була, мөҙҙәте етер-етмәҫтән әсәһенең балаятҡыһынан яҡты донъяға сығырға ашҡына, тибешә башлай. Ҡыҙҙарҙың ир затына ҡарағанда иртәрәк өлгөрөүе лә шул сослоҡҡа һәм етеҙлеккә бәйле. Малайҙар иһә әллә инде үҙҙәрен мең михнәттәр көткән донъяға тыуырға теләмәйенсә, үжәтләнеп ята бирә, кендек аша әсәһенең һутын һурыуын ғына белә. Хәс тә ата-әсәһенең пенсияһына йәшәгән ялҡау бешәлкәһеҙ егет һымаҡ.
 
Ҡатын менән йоҡларға ятыр алдынан түшәк йә яҫтыҡ аҫтына балта һалыу тураһындағы лаҡап та тап ошо хәлгә бәйле. Имеш тә, был йоланың асылын аңламаған ситтән төшкән бер килен, ирем мине төндә сабып үлтерер өсөн балтаһын шунда һалып йоҡлай, тип уйлап, шикләнеп йөрөгән-йөрәгән дә, тегеһе был ғәҙәтен ташламағас, ахыр сиктә, милицияға мөрәжәғәт иткән. Улар йоҡларға ятыр алдынан килгән тәртип һаҡсылары. Йәш сержанттар. Улар ҙа был йола-ырым хаҡында белмәй икән. Протокол төҙөгәндәр. Йәш кейәү йоланың мәғәнәһен тегеләргә ҡат-ҡат аңлатып ҡараған. Тәүҙә унан көлгәндәр, аҙаҡ нығыраҡ тотонғандар. Һөҙөмтәлә кейәү баланы баллы-майлы айындағы йылы түшәгенән айырып, алып барып бикләп үк ҡуйғандар. Ваҡиғаның аҙағы нисек бөткәндер, иллә-мәгәр, ирем мине балта менән сабып үлтерә, тип милиция саҡыртҡан ҡатын бер-бер артлы дүрт малай тапҡан, тиҙәр. Ҡурҡышынан микән? Әллә теге ырымдың тәьҫире көслө булғанмы?
 
Зөләйха малай тапманы, уның ҡарауы, ике йылға бер тапҡыр береһенән-береһе гүзәлерәк, береһенән-береһе нәфисерәк, береһенән-береһе иркәрәк ҡыҙҙары берәм-берәм тупылдап тыуып ҡына торҙо. Исемдәрен дә әсәләренекенә оҡшатып ҡушырға тырыштылар: Зөлхизә, Зөбәйҙә, Зөлхәбирә, Зәлифә, Зөмәрә. Йорттағы бер түгел алты «3» хәрефенә башланған исемдәрҙең тәүлек әйләнәһендәге туҡтауһыҙ яңғырашында Кәримдең башы «зыйылдап» ҡына торҙо.
 
Теге шағир дөрөҫ әйткән икән: ҡыҙ булһа ла, белдегеҙме, нисауа була икән дә. Ҡыҙ бала – наҙлы бала. Ҡыҙ бала күберәген атаһына тартылыусан. Зөләйханы республиканың биш бала табыусы әсәләре менән берлектә баш ҡалаға саҡырып миҙал менән бүләкләнеләр. Тик атай кешегә һис юғы «Маладис атай» тигән маҡтау ҡағыҙы ла бирмәнеләр. Әммә күп балалы ғаилә башлығы булыуҙың заманына күрә бик күп кенә уңайлыҡтары, йәғни льготалары бар...
 
Бик-бик иртә өйләнде Кәрим. Атаһы менән әсәһенең бер-бер артлы фанилыҡҡа күсеүе лә быға булышлыҡ иткәндер. Атаһының васыят итеп әйткән һуңғы һүҙе лә шулай булды: «Кеше, улым, утыҙ йәшкә тиклем үҙе өйләнмәй, утыҙҙан һуң ҡурҡып өйләнмәй. Буйҙаҡлыҡта бәхет юҡ ул. Өйлән, ҡырҡ йәшеңә тиклем өйөң балалар тауышы менән тулмаһа, мәхшәр менән тулыр...»
 
Тиңдәштәре әле әрмеләрҙән ҡайтып, институт-фәләнгә инергә, аҡсалыраҡ эшкә урынлашырға тип ҡалаларға юлланған бер ваҡытта Кәрим ағайыбыҙ наҙлы кәләш ҡуйынында ине инде. Башҡалар белем эстәне, карьера яһаны, ҡалаларҙы яуланы, ә ул иһә урта мәктәпте тамамлағас, әрмегә барып килде лә үҙенән өс йәшкә кесе Зөләйханы мәктәбен бөтөрөр-бөтөрмәҫтән әйттереп, ҡыҙ аттестат алғас, туй ҙа үткәрҙеләр. Кинйә малай булараҡ, Кәрим атай йортонда тороп ҡалғайны. Зөләйха йортҡа килен дә, хужабикә лә, ҡәйнә лә булып төштө. Кәримдең һөнәре етмештән ашып китһә лә, махсус уҡып алғаны сварщик һөнәре булды. Атаһы тимерсенең улы ла тимерсе.

Кәрим Зөләйханы балаға күмде. Әллә киреһенсәме икән? Зөләйха башта ҡалаларға ағылған әхирәттәренә көнләшеп ҡараны. Ҡалаға китәйек, тип иренә туҡтауһыҙ тылҡыны. Әммә һәр бер ынтылышы сиратта тыуған ҡыҙ балаға ҡарата хәстәрлек менән баҫырыла килде. Ғаиләлә ҡыҙҙар һаны артыу менән был ынтылыш кәмей-кәмей барып, аҙаҡтан бөтөнләй онотолдо.
 
Шартына килтереп эшләй ҙә, йәшәй ҙә белә ине Кәрим. Барыһына ла өлгәште ул: иҫкеһен ҡутарып, сарҙаҡлы итеп йортон да һалды, ҡураһы тулы мал, ҡош-ҡорт, баҡса артындағы урман ситендә умарталары геүелдәп ултыра. Баҡсаһында емеш-еләге, йәшелсә-фәләне күтәргеһеҙ булып уңа. «Ир хәстәрле булһа, ҡатын таҫтарлы» тиҙәр. Зөләйхаһы ла берҙе биш итергә тора.
 
Кәримдең тормошҡа ашмаған хыялдары ла бар. Бер түгел, икәү улар. Тәүгеһе йомро ҡара малай булһа, икенсеһе – халыҡ телендә «крузак» тип йөрөтөлгән «Ленд-Крузер» машинаһы. Тәүге хыялы, нимә генә итмәһен, үҙенән тормай – Хоҙай ихтыярында. Ә бына икенсеһенә килгәндә, Кәрим инде нисәмә йыл ир исемен күтәреп йәшәп, әҙәм рәтле машинаға тейенә алғаны юҡ.
 
«Ҡатын-ҡыҙ күрке – сепрәк, ирҙеке – ат». Был әйтем халыҡтыҡы иҫәпләнәме-юҡмы, иллә-мәгәр Кәрим йыш ҡына уны ҡабатларға ярата. «Ат» тигәне – хәҙергесә әйткәндә, машина. Быға тиклем Кәрим ауылда йәшәүсе күптәр һымаҡ 1-сенән башлап 15-сегә тиклемге «атамарка»ның кәттәһе «Жигули»ҙа елдереүҙе иң ҙур егетлеккә тиңләй ине. Әммә йәй башында үткән класташтары менән осрашыуы был мәсьәләлә уның ҡарашын теүәл 180 градусҡа үҙгәртте. Ниндәй генә «инәмаркаларға» атланып килмәгән ҡалаларҙа һәм Ер шарының башҡа төбәктәрендә көн итеүсе класташтары? Уларҙың ҡайһы берҙәрен Кәрим хатта төшөндә лә күргәне юҡ. Уларҙың эргәһендә Кәримдең 15-се һанлы «Жигули»һы төҫһөҙләнеү генә түгел, интерьерҙы боҙған музей экспонаты кеүек. Хатта күренмәй ҙә.
 
Эйәр һалған һыйырға, баҡтаһы ҡойолған һәүерек алашаға атланып килгән мәхлүктәй хис итте үҙен Кәрим. Уның намыҫсан йөрәге дөпөлдәп тибеп ҡуйҙы. Етмәһә, Себерҙә йәшәүсе класташы Сәмиғулла үҙенең һуңғы сериялы «Тойота»һы янында тороусы Кәримдең машинаһына ишаралап:
 
– Был машинаға магазинда запчастар бармы әле һаман да? – тип төрттөрөп һорау биреп ҡуйҙы.
– Булмаһа ни, мин бит сварщик. Үҙем тимерҙән әтмәләп алам, – тип класташының төрттөрөүен үҙенсә мәрәкәгә борорға теләне Кәрим.
– Ә, онотоп торам. Һеҙ бит «ювелир оҫталары...»
– Ҡыҙ яһау һиңә «Тойота» һатып алыу йә малай әтмәләү түгел...
 
Кәрим Сәмиғулланың ике малайы барлығын, ҡыҙҙары булмауын иҫенә төшөрҙө. Тик класташы ла бирешерлек түгел. Оторо ярһыны ғына. Уҡтарын ире менән класташтар осрашыуына килгән Кәримдең ҡатыны Зөләйхаға тоҫҡаны.
 
– Ир аҫылы мал таба, ҡатын аҫылы ул таба, ти ҡарсәйем. Өйөң тулы ҡыҙҙар, йөрөгән машинаң музей экспонаты булғас, артабан ни әйтеп тораһың инде...
 
Кәримдең бармаҡтары үҙенән-үҙе йоҙроҡҡа төйнәлде. Асыуын теш араһына ҡыҫып, көскә йотоп, ул барыһына ла ишеттерерлек итеп:
– Тағы ла биш йылдан осрашҡанда бына ошо урында «крузак» ултырмаһа, бына был фуражканы кейеп тә йөрөмәйем. Исемем дә Кәрим булмаһын... – Ул машинаһының капотына фуражкаһын сисеп бәрҙе.
 
– «Крузак»? – Сәмиғулла мыҫҡыллы йылмайҙы. – Уны һатып алырға аҡсаны ҡайҙан алмаҡсыһың? Ә-ә-ә... Онотоп торам, һин бит «ювелир оҫтаһы». Ҡыҙҙарыңды гастарбайтер үзбәктәргә һатһаң, алаһың инде...
 
Кәрим артабан түҙеп тора алманы. Бер-береһенә көҙгө әтәстәй ябырылып йәбешкән ике класташты көскә айырҙылар. Сәмиғулланан ғәфү үтендерҙеләр класташтары. Эскәнлегенә һылтанып маташҡан булды ул тәүҙә. Әммә табындағы башҡа ир-ат уны яғаһынан нығыраҡ бороп алғас, тәүҙә әртисләнеп маташты, аҙаҡ майлаған ҡайыш хәленә килде.

– Инде һаҡалың билеңә етеп бара, Сәмиғулла. Һаман малайҙарса ҡыланмаһаң, – тине ауыл хакимиәте башлығы булып эшләүсе класташтары Мәсҡүҙә.

– Үҙе шаяртҡанды аңламай бит, ауылдан сыҡмағас, кеше менән һөйләшә белмәй, – тип аҡланды Сәмиғулла.

Әммә байрамдың ҡото киткәйне инде. Кәрим класташына тыныс күңел менән ҡарай алманы. Уға тиҙ генә машинаһына ултырып ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.

Ҡыҫҡаһы, Һаҡмар буйына йыйылған класташтарҙың был осрашыуы, дөрөҫөрәге, Сәмиғулла менән һүҙгә килешеүе Кәримдең тормошона ҡырҡа боролош алып килде. Иллә-мәгәр, уның намыҫы ҡуҙғалды. Тағы ла биш йылдан уҙасаҡ класташтар осрашыуына «крузак»ҡа атланып барыһының да танауына сиртмәһәме, исеме, ысынлап та, Кәрим булмаясаҡ. Әлегә класташтарының береһе лә бындай машина менән маҡтана алмай.

«Асыулы сағыңда хөкөм сығарма, бәхетле сағыңда вәғәҙә бирмә», тип әйтәләр әйтеүгә. Кәрим ныҡ асыулы сағында барлыҡ класташтары алдында «крузак» алмаһаммы, тип вәғәҙә биргәндәй булды. Ысынында иһә үҙ-үҙенә хөкөм дә сығарҙы. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Хәҙер инде ул шул һүҙендә, үлһә лә, торорға бурыслы.

Кем уйлаһын инде: тап ошо осрашыуҙа Кәримдең тормошо ҡырҡа боролош кисерер, тип. Һе, мәле еткәс, бәлки, Сәмиғуллаға рәхмәт тә әйтер әле Кәрим. Тик әйтерме икән? Күрһәтер шул сағында ошо Сәмиғулла ишеләргә кемдең кем, нимәнең нимә икәнлеген. Көлкөләрен яңыртыр. «Ювелир оҫтаһы», имеш...

(ДАУАМЫ БАР).
* Хикәйәгә тормошта булған ике ваҡиға нигеҙ итеп алынды.
** Ғамил Афзалдың шиғыры.

Фото: weintraub.com   

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: