

Мәктәп – уҡыусыларға белем биреү усағы булыу менән бер рәттән, балаларҙы киң донъяға алып сығыу, тәрбиәләү урыны ла. Белем-тәрбиә биреүҙе һәм уҡыусыларҙың үҫешен төрлө йәһәттән дөрөҫ ойошторғанда ғына алға китеш буласаҡ. Был тәңгәлдә өлгөләр бар.
Күптән түгел Бөрө ҡалаһының 8-се урта мәктәбендә директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Ҡорбанованың башланғысы менән “Ерҙе кешеләр данлай!” кинопроектының исем туйы булды. Ысын байрам төҫөн алған сарала Бөрө районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Басиров, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Ирина Иҡсанова, мәғлүмәт-методик эштәр бүлеге начальнигы Гүзәл Мальцева ҡатнашты. Шулай уҡ Өфөнән килгән мәртәбәле ҡунаҡтарҙы – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопованы, Башҡортостан киностудияһы директоры урынбаҫары Рөстәм Солтанғужинды, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Луиза Кирәеваны (бөгөн “Ағиҙел” журналында эшләй), кафедраның өлкән методисы Роза Аҡъюлованы һәм башҡаларҙы күреү ҡыуаныслы булды.
Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы милли кейемдәге уҡыусылар рус, башҡорт, татар, мари телдәрендә ҡайнар тәбрикләне. Мәктәп буйлап үткәрелгән йөкмәткеле экскурсия Бөйөк Еңеүгә арналған Хәтер аллеяһынан башланды. Бында Бөйөк Ватан һуғышына оҙатылып, яу яланында башын һалған яугирҙәрҙең исеме мәңгеләштерелгән, улар иҫтәлегенә ҡыҙыл йондоҙҙар балҡый. Экспозиция хронологик тәртиптә урынлаштырылған тарихи мәғлүмәттәр, архив яҙмалары, фронт һыҙыҡтары картаһы, яҡташ яугирҙәрҙең хәрби юлы хаҡында белешмә һәм фотоһүрәттәр менән байытылған.
Башланғыс класс уҡыусылары белем алған бинала ҡыҙ һәм малайҙар өсөн тәнәфестә шахмат уйнау мөмкинлеге тыуҙырылған. Стеналарға төшөрөлгән шахмат һындары, тәҙрәләргә сатрашлап беркетелгән жалюзи һәр бәләкәсте уйын серҙәренә нығыраҡ төшөнөргә этәргән кеүек тойола.
Шуныһы үҙенсәлекле: был мәктәп химия һәм биология фәндәренең көслө уҡытылыуы менән айырылып тора. Ботаника мөйөшө уҡыусыларҙың үҙ ҡулдары менән булдырылған. Үҫентеләрҙе ултыртыу, уларға һыу һибеү, күсереп ултыртыу кеүек эштәр балаларҙың теләге менән үҙаллы башҡарылған.
Белем усағының коридорынан үткәндә стеналарҙа урын алған рус классик рәссамдарының картиналары, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримгә һәм ғүмеренең һуңғы йылдарын Бөрөлә уҙғарған әҙибә Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған стендтар, Башҡортостандың ете мөғжизәһен һүрәтләгән рәсемдәр уҡыусыларҙы белемгә ылыҡтыра, илебеҙҙең тарихына, рухи ҡомартҡыларына ихтирам уята. Башланғыс класс уҡыусылары тарафынан сәхнәләштерелгән күренеш М. Кәрим менән Һ. Дәүләтшинаның бала сағын ғына түгел, ә халыҡтар дуҫлығын да яҡтыртты.
Сараның төп өлөшөн мәктәп директоры Альбина Әхмәҙиева асты. Проект авторы Лилиә Камил ҡыҙы кинофестивалдең идеяһы, сараның маҡсаты һәм эш пландары менән таныштырҙы. Проекттың асылы – уҡыусыларҙа ғилми-ғәмәли конференциялар аша фәнни ҡараш тәрбиәләү генә түгел, ижади һәләттәрен дә үҫтереү. Лилиә Ҡорбанова билдәләүенсә, “Ерҙе кешеләр данлай!” тигән проект эшен киләһе йылда киң итеп ойошторорға уйлайҙар. Кинофестиваль республика халыҡтары телдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү, туған телдәрҙе ҡулланыуҙы киңәйтеү, туған телде өйрәнеүҙә сифатты яҡшыртыу, төрлө милләттәрҙең мәҙәни традицияларын һаҡлап ҡалыу өсөн ҙур этәргес буласаҡ.
Артабан ҡунаҡтар балалар үҙ көсө менән төшөргән йөкмәткеле фильмдарҙы ҡарап кинәнде. X класс уҡыусыларының “Башҡортостанда – С. Аксаков”, “Башҡорт ерендә – Ғ. Туҡай” проект эштәре, VII класс уҡыусыһы Роксана Солтанованың “Мари милли кейемдәрендә төҫтәр балҡышы”, башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Саҙрыеваның уҡыусылары менән бергә әҙерләгән “Башҡортостанда милли аш-һыуға сәйәхәт” фильмдары күрһәтелде. Эшлекле фекер алышыуҙа ҡунаҡтар кинофестивалдең әһәмиәтен һәм статусын күтәреү хаҡында үҙҙәренең тәҡдимдәрен еткерҙе, кәңәштәр бирҙе. Был проектты муниципаль ғына түгел, ә республика кимәлендә лә йәйелдереү буйынса тәҡдимдәрен белдерҙеләр.
Мәктәптең үҙ журналистары, үҙ операторҙары ла бар икән. Сараның башынан алып аҙағына тиклем видеоға һәм фотоға төшөрөү, хөрмәтле ҡунаҡтарҙан интервьюлар алыу профессиональ кимәлдә ойошторолған. Ғөмүмән, белем усағында үҫеп килгән быуында телгә һәм мәҙәни ҡиммәттәргә ихтирам тәрбиәләү, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һәм милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау маҡсатында ҙур эштәр башҡарыла.
Ғәлиә ҒӘНИЕВА,
филология фәндәре кандидаты,
БДУ-ның Бөрө филиалы доценты.