

Радиохәбәрсе һәм яҙыусы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсүл Сәғитовтың киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә һәм көнкүрештә башҡорт телен ҡулланыу мәсьәләләре буйынса әленән-әле сығыш яһай килгәнен беләбеҙ. Беҙҙең гәзиттә лә байтаҡ мәҡәләһе донъя күрҙе. Бер өлөшө ошо көндәрҙә баҫылған “Уйлағандың һүҙе уйнаған” тигән сираттағы китабына ла ингән. Хикмәтле хикәйәләрҙән, тормош күренештәренән, интервьюларҙан да тупланған йыйынтыҡ.
Телмәргә һоҡланғыс ижади ҡараған, тапалмағанса, көтөлмәгәнсә ҡулланыуҙан һүҙҙәрҙе яңыса балҡытып ебәргән шәп замандашыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ, үҙе әйтмешләй, имен-аман тороуын теләйбеҙ!
Бөгөнгө һанда иһә яҙыусының туған тел мәсьәләләренә арналған йәнә бер яҙмаһын гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
Иҫкенең иҫте китәргәне
Шәп-шәп мәҡәл-әйтемдәребеҙ бар, май сүлмәген тышынан күрһәтеп, әҙәби, сәнғәти әҫәрҙәргә арыу-арыу атамалар ҡушылған. Сүлмәктең эсендә лә бит әле ана ни саҡлы ҡанатлы һүҙ – ижадсы халҡыбыҙға, авторҙарға дан вә рәхмәт! Бынан, кәмендә генә алғанда ла, телебеҙ байый, ә был, һай, әҙ түгел!
Ләкин, ни заман уйлап табылған велосипедтың велосипеды һаман тыныс ҡалдырылмаған ише, быларҙы ла бер ни тиклем үҙгәртә торорға мөмкин, тигән фекерҙәмен – ошолай телгә йышыраҡ эләгәләр, тимәк, файҙалыраҡтар ҙа. Әлеге бөйөк өлгөләр бынан яңыра, йәшәрә.
Икенсенән, уларҙың тәрәнлеге ярҙамында үҙең әйткән-яҙғанды күтәрәһең. Һүҙең шулай иҫтә лә нығыраҡ ҡала. Хәбәрселек эшмәкәрлегемдә ошоно тормошҡа күп ашырҙым, бәғзе миҫалдарҙы, бына, гәзит битенә лә сығарырға йөрьәт иттем. Тап минеңсә эшләнелһен тигәндән түгел, әлбиттә, ә ысулдың һәйбәт һөҙөмтә биргәнен күргәҙмәләтә раҫларға теләгәндән.
Йылғаны бүтән йүнәлештә, хатта кирегә ағыҙыу был, эйе, мөхәббәтте нәфрәткә алмаштырыу, барҙы юҡ, юҡты бар итеү, ни саҡлы ғүмер бер төрлө белдерелгәнде тота килеп шарт һындырыу йә бөгөү, баяғы сәпит тәгәрмәсен дүрткелләү, әммә кәрәк нәмә. “Әйткән һүҙ атҡан уҡ түгел”, – тип үк ебәрҙем әле бер. Яуаплылыҡ та һалына елкәңә, быныһы бәхәсһеҙ – түңәрәкте мөйөшләгәнһең икән, нигеҙлә. Баяғы уҡ мәсьәләһендә былай – ул күпмелер оса ла йә төшә, йә ҡаҙалып ҡала, ә һүҙ ары китә, сөнки мәңгелек.
Ғөмүмән, ҡәләмле булып тыуғасың, шуны һөнәр иткәсең, таҡыр юлдан ғына барма, яңылыҡтар ҙа индер.
Рәхмәт һиңә, рифма!
Ут, һыу һәм ҡараҡтың кеше мөлкәте тәңгәлендә эшмәкәрлеге сағыштырылған билдәле мәҡәлде “Бурҙан ҡала, нурҙан ҡалмай” тип төҙәттем. Өҫтәмә иғтибарҙы, төп нөсхәләгенән дә көслөрәк диҡҡәтте, рифмалашыу йәлеп итте бында, минеңсә.
“Чернобыль фажиғәһенә – 35 йыл, – тинем эфирҙа. – Припять йылғаһының Киев һыу һаҡлағысына ҡойған ере икенсе илдә инде хәҙер, әммә бер мәмләкәттә йәшәлгән замандағы һәләкәт һалған тән һәм йән яралары сей әле”. Атом энергетикаһы тарихындағы ошо иң ҙур шартлауҙың нур сире яҡлап ҡурҡыныслығына ишараланым.
Ер, тел, өн һәм көн
“Ил көнө ер менән генә түгел, тел менән дә, – булды 2021 йылдың 30 апрелендә эфирҙа башлап әйткәнем. Шулай тип икенселәттем мәҡәлде. – Матди байлыҡ һәм рухи хазиналар араһында бәйләнеш тығыҙлығын бер бөгөн генә хәбәр ҡылмайбыҙ, ул ғынамы – тәүгеһе нигеҙендә икенсеһе ятҡанын да раҫлап булалыр”. Артабан хатта үҙем мәҡәл сығарыуға баҙнат ҡылдым: “Туған телендә өнһөҙ – тормошта ла көнһөҙ, тиһәк, хаҡ әйтелер, – тинем. – Дәүләт шарттар тыуҙырып торғанда, уларҙы файҙаланырға өндәгәндә лә, хаҡыңды, халҡыңды уйламай, быны артыҡ һанауҙы нисек һуң баһалайыҡ?”
Кире мәғәнәһе лә һәйбәт
2021 йылдың 23 мартындағы тапшырыуыма атаманы “Белмәгәндең беләге тыныс түгел” тип ҡуйҙым, йәнә бер әйтемгә ҡаршы төштөм.
Тәү мәғәнәһе үҙемә нығыраҡ оҡшай, әлбиттә, сөнки белгәнгә йөктө һала ла һалалар, йөгө менән яуаплылығы ла өҫтәлә, ә ышанысһыҙ, эш рәтенән ситен кемдер ҡотола килә, эшләмәгәс, ҡыйышлыҡтары ла булмай тегенең.
Ҡанатлы һүҙҙе бүтән яҡҡа осороу – яҡшы нәмә, ләкин тыңлаусыңа йә уҡыусыңа ошоно аңғартырға кәрәк. Шулай иттем дә – белем юҡта ҡулға көс төшкәненә, бының хөртлөгөнә һуҡтырҙым.
Үҙең дә ҡуй һүҙгә ҡанат
– Телен һаҡлаған – донъя бөтөнлөгөн яҡлаған, – тинем 2021 йылдың 19 июнендә интернетта. Инаныуым ҡапыл рифмалы һөйләмгә әүерелде шулай. – Ә инде халҡыбыҙҙың ана ниндәй бөйөк хазинаһы – күркәм һүҙ уйнатыуын, еңелсә төрттөрөп ҡуйыуын, эске йылмайыулы ғәжәйеп юморын үҙендә артабан үрсеткән, килер быуындарға ишәйтеп-ишәйтеп тапшырған – ошо әйтелгәнде меңләтә иҫбатлаған. “Алтын тирмә”лә кисә, биш егет күрешеп, ошо турала һөйләштек. Төп бурысты онотоп китмәгәндә ярышып та алғыланыҡ.
– Хәрәкәттә генә түгел, мәрәкәлә лә ул бәрәкәт, – тигәнем 25 июлдә булды. Монтаж тамамланғайны. – ТВ-ла иртәгә халҡыбыҙҙың ошо бөйөк сифаты – мәрәкәселлеге тураһында һөйләшербеҙ.
Ҡысҡырыуһыҙ сағыулыҡ
Мәҡәл-әйтемдәрҙе дауам итеү ҙә яҙған-әйткәнгә үҙенсәлек өҫтәй, шауламай ғына сағыуландырып ебәрә. 2021 йылдың буранлы-ҡарлы, ярайһы һыуыҡ марты башында Баймаҡта һәм Сибайҙа әҙиптәр, әҙәбиәт һөйөүселәр, уҡытыусылар, йәмәғәтселәр менән осрашып ҡайттыҡ. “Тарих яҙыр инем ташына...” әҙәби марафоны юлындағы ике ҡала ине был.
Шәп саралар уҙҙы, күрешеүҙәрҙән күңелдәр уғата балҡыны, байыны. Киң мәғлүмәт саралары, социаль селтәрҙәр аша таныш булынһа ла, кешеләрҙең үҙҙәре менән ултырҙашлыҡ, күҙгә-күҙ ҡарашыу бөтөнләй икенсе шул. Ҡурай тартып, ҡымыҙ-буҙалап ҡаршы алыуҙар, ихлас оҙатып ҡалыуҙар ғәҙәти, ҡалыплашҡан йола булһа ла, яңыса, саф ҡабул ителде.
– Тел торошо, милләт яҙмышы, әҙәби процесс, быуындар күсәгилешлелеге тураһында ҙур һөйләшеүҙәр булды, – тинем телефон аша радиорепортажымда. – Шул ҡыуандырҙы: заман, бәлки, ысынлап та рухилыҡтан бигерәк матдилыҡты алға сығарһа ла, йөрәгендә һүҙ тойғоло бына тигән ижадсылар йәшәй бында. Өлгөләрҙе баҫтырыу, уҡыусыларға башҡа төрлө еткереү ҙә – ҙур мәсьәлә, ошоно хәл ҡылыу юлдары ла ҡаралды. “Әҙип һүҙе – заман йөҙө” – фекер алышҡанда ла, беҙгә төбәлгән һорауҙарға яуап бирелгәндә лә ошо ҡыҙыл еп булып уҙҙы. Йәғни әҙәби процесс – әҙиптең үҙ эсендә генә ҡайнамауы, ә шул мәсьәләләрҙе шиғри, сәсмә юлдарға теҙеүе. Ул ғына ла түгел, ижадсының тормошта булып ятҡан ҡырҡыу хәл-ваҡиғаларға мәлендә мөнәсәбәт белдереүе, шулай йәмғиәт өсөн асыҡлыҡ булдырылыуы, яҡшылыҡҡа ыңғайлатылыуы.
Репортаждарға инмәгән, бәғзеләре инергә тейеш тә булмаған мәсьәләләр ҙә ҡаралды осрашыуҙарҙа. Күпселегенең тап мин әсенгән хәлдәр булыуы һөйөндөрҙө.
Сараларҙан фото- һәм видеохисаптар шул сәғәт-минуттарҙа уҡ интернетта күренә башланы – заманы шул. Үҙем быны Өфөгә ҡайтҡандың икенсе көнөндә генә башҡарҙым. Сәбәп тура эфирҙа репортаждар тапшырып, бурысым үтәлгән тип йөрөүҙә түгел, ә быны ҡулдан килгәнсә сифатлы, ә тимәк, ижади үтәүҙә ине. Йәнә лә фотоһүрәттәрем булманы. Хәбәрсе өлгөр булырға тейеш, шулай ителә лә: бар, күр, диктофоныңа яҙ, блокнотыңа теркә, кемдеңдер сығышының тексын ҡулыңа төшөр, тубығыңа һалып ҡына булһа ла репортажыңды сыймаҡла. Уңайһыҙ булһа ла, залдан сығып, бәлки, кемдеңдер ризаһыҙлығын тыуҙырып та, редакцияға шылтырат, һөйләп бир һәм башҡалар. Баш күтәрмәй текст менән булып, кешеләргә тейешле иғтибар күрһәтмәгән саҡтарым да, шуның менән эрелек баһаһы ла алғаным йыш булды. Быныһы хәбәрсе сифатында ғына барғанда, ә ҡатнашыусы, ҡунаҡ рәүешендә саҡта – уғата ҡатмарлы. Мәҫәлән, дүрт йыл ярым Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы булғанымда шуны кисерҙем: төрлө мәсьәләләр буйынса сығыш яһапмы, фекер белдерепме лә өлгөр, төп эшеңде лә онотма, ләкин быны зарланып билдәләмәйем, булғанды әйтәм. Ә былай хәбәрсенең йәмәғәтсе, ул ғына ла түгел, депутат та булғанын бик юғары баһалағанымды, әйҙәгеҙ, йәнә ҡабатлап ҡуяйым. Фотоһүрәт тигәндән, текст яҙып ултырыуың арҡаһында тура йөҙ менән ҡараған уларың да бик һирәк була. Ә инде кемдәрҙер араһына йүгереп барып ҡыҫылыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Быны, әйткәндәй, бик насар баһалайым – кемдәрҙер, бәлки, айырым төшөргә теләйҙер.
Шулай ҙа күпмелер фотоһүрәт табылды. Тик тексы ғәҙәти булмаҫҡа тейеш: саралар хаҡында күптәр яҙып бөткән. Был юлы ниндәйҙер мәҡәл йә әйтемдеме, китап, фильм атамаһынмы үҙгәртеп түгел, ә оҙонайтып ҡулланырға булдым. Оҙаҡ эҙләнгәндән һуң, “Ил ҡеүәте – икмәктә”, – тигән боронғо, бигерәк тә совет заманында, йыш ҡулланылған, урам-майҙандарҙа ла яҙылғандыр әле, тип уйлайым, мәҡәлдә туҡталдым:
– Ил ҡеүәте икмәктә генә түгел, ижад та итмәктә, – тип башлап киттем.
Фотографиялар кешенән алынһа ла, тексы ижади булғанлыҡтан күңел ҡәнәғәтләнеүе алдым, хуплау рәүешендә ҡуйылған йөрәк һүрәттәренең күплеген ошоно юғары баһалау, тип тә ҡабул ҡылдым.
Яңыса яңғырат
2020 йылдың 25 мартындағы, донъяны “тажлы зәхмәт” баҫып килгәндәге, радиотапшырыуымды “Айырымды айыу ашамай” тип ҡыйыу атаным. Ҙурыраҡ диҡҡәткә өмөтләнгәндән был. “Айырылғанды” тимәнем, ҡыҫҡа тотоп, “айырымды” тинем. Ғөмүмән, ыҡсымлыҡ яғындалығымды тағы белдереп үтәйем: һүҙ телде лә, ҡолаҡты ла, күҙҙе лә арытмаһын, йыш баҫмаҡлаған ҡунаҡтай ҡәҙере кәмемәһен.
– Ҡаравирус донъяны ҡарайтмаһа ла, байтаҡ икенселәне, – тип башланым. – Күпме генә арала йәшәү рәүеше ана ни саҡлы үҙгәрҙе һәм афәт үтеүгә ҡайһылайға олғашыр әле. Мал тинек, дан тинек, сикһеҙ уңған инек, бөгөн килеп аҙымдар яйланы, ҡараштар аяҡ аҫтын, ян-яҡты ла күрә башланы. Күрелгәс, ҡарашҡа кешелә, кешелектә булырға тейеш рухилыҡ та эләгә, уның бәҫе юғарылана.
Кешелеклерәккә әйләндек. Ярҙамсыллыҡ ҡалҡа өҫкә. Рәсми телдә әйтһәк, ҡулланыусылар йәмғиәте именлек йәмғиәтенә әйләнә. Сит тарафтарҙа ял ҡылыу яҡшы, әммә был хәҙер, бәғзе осраҡтағыса, маһайыуға нигеҙ булыуҙан туҡтай. Бармағанға, бара алмағанға өҫтән ҡаралмай. Оло һынау алдындабыҙ, донъяның унан һуң бөтөнләй башҡаса йәшәре шикһеҙ. Ҡаравирус ҡырылыр. Унан кешелеккә, бәлки, көтөлмәгәнсә яңғыраһа ла, файҙа ғына теләйек.
Артабан донъя яңы һынау алдында торғанда рухи хазиналарҙың әһәмиәте тураһында студия ҡунағы менән әңгәмә башланды.
Тапшырыу йә мәҡәләң атамаһы йөкмәткелә мотлаҡ нигеҙләнһен – уның айырылғыһыҙ өлөшө, йөҙө бит ул. Әйтем йә мәҡәлде үҙгәрткәндә лә шулай. Ул көндәге әңгәмә аҙағында, ауырыу таралыуға кәртәләрҙең бер төрө булған ситләшеү кәрәклегенә ишаралап:
– Айырымды бөгөн айыу ашамай, – тинем. – Ваҡытлыса шулай тыштан ситтә, ләкин эстән гел бергә ҡалайыҡ.
Ҡый һәм һый
Тапшырыуыма баш эҙләгәндә һаулыҡ тураһындағы ысын мәғәнәләге алтын әйтемде үҙгәртә төшөргә баҙнат иттем: “Ҡалдыҡ – ҙур байлыҡ” тип теркәнем. Төп нөсхәләге ише ҡосаҡлашып рифмалашыу уҡ килеп сыҡманы, шулай ҙа тырыштым, ә был үҙе үк һәйбәт, үҙе ижадилыҡ.
Атаманы аҡларға кәрәк ине, һәм инеш һүҙҙә түбәндәгеләрҙе иғлан ҡылдым.
– Сүп тураһында һүҙ һуңғы йылдарҙа ифрат күп, һәм был юҡ һүҙ түгел (тағы ауаздашлыҡҡа ынтылдым), сөнки, оҙаҡ йылдар тейешле дәрәжәлә иғтибар етмәүе арҡаһында, бик оло, киләсәккә ғәйәт ҙур хәүеф һонған мәсьәләгә әйләнгәйне, – тинем. – Шулай булыры көтөлдө лә: кеше эшмәкәрлеге һаман әүҙемләшә, ҡалдыҡ күбәйә, ә ул ҡайҙалыр сығарылған, яндырыпмы, күмелепме өлөшләтә юҡ ителгән хәлдә лә, хатта беҙҙә, биләмә буйынса донъялағы иң киң дәүләттә лә, урын ҡалмай башланы. Ҡайҙа етте, шунда ташлау ҡылығы ла, дөрөҫөн әйтәйек, электән бар. Ҡый мәсьәләһе ошоғаса башлыса экологтар, тәбиғәтте һаҡлау яҡлы йәмәғәтселәр тарафынан күтәрелә килде, ә 2019 йылдың 1 ғинуарынан, теләһәк-теләмәһәк тә, һәр беребеҙ ҙә иғтибар иттек – түләүгә бәйле булды был.
Донъяла кеше һаны артҡан һайын ҡый ҙа ҡуйыра. Тауар һәм хеҙмәттәрҙе кешелек, 1950 йыл самаһынан башлап, үҙенең бөтә тарихында булмағанса, мул ҡуллана. Һәм бында, башлыса, тап әлеге ҡулланыусы ғына булараҡ мөнәсәбәт ярылып ята. Икенсенән, полиграфия – гәзит-журналдар, реклама проспекттары етештереү сағыштырғыһыҙ ишәйҙе. Өсөнсөнән, бөтә нәмә төрөүле. Яҡшы, әлбиттә, һаҡлаулы, әммә төргәктәр менән тирә-йүн тулы. Ҡый һауыттарында ун йыл самаһы элек нимә ине лә хәҙер нимә: аҙыҡ-түлек ҡалдығын, ҡағыҙҙы пластик тышлыҡ ҡапланы.
Нимә эшләргә? Полигондарға ташылғанды мөмкин ҡәҙәр кәметергә, уны эшкәртергә. Ә бының өсөн ни ҡылырға? Сүпте айырым йыйырға. Ҡыйҙы Рәсәйҙә сортҡа айырыу аҙымы элегерәк тә яһалғайны, ләкин бөтә ерҙә лә түгел. Ә хәҙер һәр төбәктә эшкәртеү схемалары эшләнгән. 2017 йыл аҙағында ил Президентының ошо хаҡтағы законға ҡул ҡуйғаны мәғлүм. Ғөмүмән, тауар етештереүселәрҙең экология йәһәтенән яуаплылығын арттырыу мотлаҡ, һәм 2021 йылдан башлап әлеге киңәйтелгән яуаплылыҡты ҡулланыу көтөлә, йәғни тауар, төргәк эшләүселәр, уларҙы ситтән индереүселәр ҡалдыҡтарҙы бөтөрөү өсөн түләргә тейеш.
Әңгәмәнән һуңғы йомғаҡ һүҙемдә:
– Танауҙы сикәнеүле бормай, бынамын тигән сеймал рәүешендә ихтирамлы ҡарағанда, заманыңдың алдынғы кешеһе булғанда, ҡый эшкәртеп һыйлы йәшәргә лә бик мөмкин. Бөгөнгө тапшырыуҙы “Ҡалдыҡ – ҙур байлыҡ” тип атаныҡ та, – тип ҡабатлап ҡуйҙым.
Телде шулай яңыса яңғырата тороу ҙа – хәбәрсенең бурысы уҡ булмаһа ла, хоҡуғы – файҙа килтерә икән, ҡулланылһын да.
Тапҡырлыҡ һәм күп тапҡырлыҡ
Мәҡәл-әйтемдәр рифмаға ғына йәбешеп тә тормай. Тапҡырлыҡ, аҡыл уҡмашыулыҡ – бында төп сәбәп. Мәҫәлән, “Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара” тигәндә ҡайҙа рифма? Йыш ҡабатлау, һәр ваҡыт телдә булыу шулайттыра. Уны ла заманында “Мең рәхмәттең бер бәләнән ҡотҡармағаны” тип баштүбән ҡулланғайным. Уңайһыҙ булһа ла, яҙайым инде – концерт ныҡ оҙаҡҡа һуҙылды ла, бер ағайҙың залдан:
– Ярай, рәхмәт! – тигән шуҡ һүҙҙәре асыҡ ишетелде. Артабанғы ҡул сабыуҙар, йәғни мең ҡул сәпәкәйе ошоно хуплау ине ысынында, ләкин иғтибарға алынманы – тамаша өс сәғәттән артыҡ барҙы ла ҡуйҙы.
Үҙе һалды урынына
Яман аяныслымы, хәтәр ҡыуаныслымы хәлдәр яҙылғанда рифмаһыҙ ҙа рифмалылай яңғырай. 2021 йыл авгусында Бөрйән урмандары янғанда был турала башта социаль селтәрҙәрҙә яҙҙым, фотолар һалдым. Аҙна үтеүгә, “Башҡортостан” гәзитендә мәҡәләм сыҡты. Ошо хаҡта интернетта:
– Бөгөнгө һанда – үҙем күргән-кисергәнем тураһында ҡыҫҡа һүҙем, – тигән инеш менән хәбәр иттем.
Комментарийҙарҙың һәр береһенә нисек тә яуап бирергә тырышам, сәләмгә сәләм кеүек мотлаҡҡа сығарам быны – яҙып, бәғзе саҡта күргәнемсә, маҡтандың да эш бөттө түгел.
Фотомды ҡуйыу-ҡуймау мәсьәләһе тәңгәлендә, әйткәндәй, оҙаҡ икеләндем. Махсус та төшмәгәйнем. Утҡа тупраҡ ташлағанды, арҡалағы һауыттан һыу һиптергәнде, көрәккә таянып, алыҫҡа баҡҡанды иптәштәремдең береһе эләктергән.
Аҙаҡ күрһәткәйне:
– Интернетҡа һалма, –тинем. – Ҡылана тип уйлаһалар, уңайһыҙ булыр.
– Юҡ-юҡ! – тиергә ашыҡты көрәштәшем. – Үҙеңә бирәм. Ә былай шәп кадр: тыуған төйәгең өсөн хәсрәтең йөҙөңә яҙылған. Бер ниндәй аңлатмаһыҙ ҙа урынлаштырырға мөмкин.
Икенсе бер комментарийға яуабым ошолай булды:
– Артығына ашып китте, урман менән бергә йөрәк яна... – тинем. Ғәҙәттә, рифмалағанымды, быны, шиғри юлдарҙағы ише, ижек һанына тура килтереп тә башҡарғанымды хәбәр ҡылғаным да бар, сөнки хәбәрсе, яҙыусы байрағын ҡулыңа бер алғас, гел юғары, төҙ тоторға тейешһең, тигән инаныу ныҡ миндә, ләкин был юлы әлеге “Урман менән бергә йөрәк яна” тиеү генә лә әллә ниндәй уңышлы рифманан былай яңғыраны! Ритмы ла тура килде, эйе, уныһы бар, әммә йөкмәтке үҙе урынына һалды.
Ләкин рифмалылыҡ хәҡиҡәттән ситләштерә, тип тә булмай. Иң мөһиме – ҡыйшанламаҫҡа. Әлеге тема буйынса икенсе бер социаль селтәрҙә секунд эсендә килде рифма. Гөл менән көл ул. “Гөлдәр иле” тигән йыр көйөн гармунда уйнап, видеоһы менән интернетта урынлаштырырға, шулай өлкән быуынды, улар үҙҙәре яҙғанса, “йәшлектәре буйлап бер уратырға” тип уйлап йөрөгәнгә шулай булды әллә... Янып бөткән ағастың көллө һөлдәһе күҙ алдында ятҡанғалыр, бәлки. Енәйәт урынында кәүҙәне аҡбур менән һыҙып ҡуялар бит кинола, хас шул, бында ла – ап-аҡ көл, ләкин донъя күргәндәр уның һәйбәт ашлама икәнлеген дә әйткәне бар.
– Тыуған яғым гөлдәр иленән көлдәр иленә әйләнмәһен ине, – тинем. – Әйләнмәҫенә өмөт ҙур былай, саҡ ҡына булһа ла ямғыр яуып ебәрһә, шунда уҡ ҡалҡынырына ышандыра белгән кешеләр.
“Тыуған яғым – янған яғым” тигәнем дә булды икенсе бер яуабымда.
Рәсүл СӘҒИТОВ.

