Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Декабрь 2021, 22:15

Беҙҙә лә шәп китапхана буласаҡ!

Радий Хәбиров Беларусь Республикаһының Милли китапханаһын ҡараны. 

Беҙҙә лә шәп китапхана буласаҡ!
Беҙҙә лә шәп китапхана буласаҡ!

Бөгөн Минск ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларустың Милли китапханаһында булды. Был - илдең иң ҙур социомәҙәни үҙәге һәм төп китап һаҡлау урыны. Унда фондтың 20 проценты тупланған: 10 миллион дана китап.

Сәфәр ваҡытында Радий Хәбиров мәғлүмәт ресурстары менән танышты, нота һәм аудиовизуал документтар залы, ҡулъяҙмалар, һирәк һәм борон баҫылған китаптар һаҡлағыста булды, шулай уҡ конференц-зал һәм 23-сө ҡатта урынлашҡан ҡарау майҙанын күрҙе.

Учреждениеның генераль директоры Оксана Книжникова китапхана эшмәкәрлеге йүнәлештәре тураһында һөйләне һәм китаптар биреү системаһын күрһәтте, ул мәғлүмәт технологияларын файҙаланып башҡарыла. Китапхана уҡыусылары өсөн шулай уҡ интернет-үҙәк һәм документтарҙы электрон килтереү бар.

Аҙаҡ Башҡортостан Башлығы Китап музейында булды. Тематик экспозицияла ҡулъяҙмалар, борон баҫылған, һирәк осраған китаптар ҡуйылған. Уларҙың бөтәһе лә уникаль һәм һаҡлағыс фондынан бик һирәк сығарыла.

Радий Хәбиров китапхананың заманса эшләү форматын билдәләне. Ул төрлө йәштәге кешеләргә тура килә, мәғрифәт һәм күңел асыу йүнәлештәрен үҙ эсенә ала.

– Ошондай концепция арҡаһыда Беларустың Милли китапханаһы мөһим социомәҙәни үҙәккә әйләнгән. Был - эште ойоштороуға дөрөҫ ҡараш, – тине Радий Хәбиров. – Өфөлә Евразия китапханаһын проектлаған саҡта үҙебеҙҙең алға ошондай уҡ бурыстар ҡуябыҙ. Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына күп функциялы үҙәк асабыҙ. Унда йәштәр, өлкәндәр, ғалимдар, төрлө өлкәләге эксперттар, балалы ғаиләләр йөрөй аласаҡ. Бының өсөн беҙҙең республика вәкилдәре Рәсәй һәм сит илдәр китапханаларының иң яҡшы эш тәжрибәләрен өйрәнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡаланың юбилейына Киров районында Евразия китапханаһы төҙөләсәк. Ул Туҡай урамы янында урынлашасаҡ. Эстә концерт залы, интерактив музей, лекция һәм уҡыу залдары, креатив киңлектәр буласаҡ. Объект буйынса проект документтары 2022 йылдың уртаһында әҙер буласаҡ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: