

“Яҙғы бөрөләр тулып япраҡ ярған, ҡояш йылыһы барлыҡ Ер йөҙөн терелткән, күңелдә дәрт уятҡан миҙгелдә донъяға ауаз һалғанмын. Әбйәлил районындағы Үрге Әбдрәш ауылының яҙ сәскәһе ынйы кеүек Ынйы Фәрит ҡыҙы Әхмәтова булам”, - ти үҙе хаҡында был һылыуҡай.
Хозур тәбиғәтле, алтын, баҡырға бай ерҙә үҫкәнгәме, Ынйы тәбиғәтте ярата. Ата-әсәһенең иркә генә ҡыҙы булһа ла, ул ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеп йәшәргә тырыша. Бәләкәйҙән бейергә, бәйләргә, мәрйен теҙергә ярата.
“Киләсәктә тыуған илемә ышаныслы кеше, өлгөлө уҡытыусы, тырыш әсә, туғандарыма ярҙамсыл апай-һеңле, тәртипле ҡыҙ булып үҫеү – минең хыялым”, - тип уй-ниәттәре менән ихлас уртаҡлашты Әбйәлил гүзәле.
Фото: Ы. Әхмәтованың шәхси архивынан.