Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Декабрь 2021, 19:00

“Өләсәй-олатай тәрбиәһе алыуым менән бәхетлемен”

Учалы һылыуҡайы Лидия Динмөхәмәтова ниндәй маҡсаттар менән йәшәй?

“Өләсәй-олатай тәрбиәһе алыуым менән бәхетлемен”
“Өләсәй-олатай тәрбиәһе алыуым менән бәхетлемен”

Лидия Динмөхәмәтова матур тәбиғәтле, таланттарға бай Учалы районының Ураҙ ауылында ата-әсәһенең кинйә балаһы булып донъяға килгән. Бәләкәйҙән олатай менән өләсәй тәрбиәһен алып, уларҙың әкиәттәрен, өгөт-нәсихәттәрен тыңлап үҫеүен ҙур бәхет тип һанай ул.

Лидия 2018 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе башҡорт республика гимназия-интернатын тик яҡшы билдәләргә тамамлаған. “Был белем усағы мине бар яҡлап үҫтерҙе: “Таңсулпан” драма түңәрәгендә шөғөлләндем, “Интернатым – пар ҡанатым” гәзитенең мөхәррире булдым. Рәми Ғарипов исемендәге премияға лайыҡмын. Булған мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмай, бөтә ерҙә лә әүҙем ҡатнашып, тормошта ҡайнап йәшәргә тырышам. Шиғырҙар ижад итәм, мәҡәләләр яҙам, сюжеттар төшөрөргә яратам. Бынан тыш, Учалы йәштәре берлегенең рәйесе лә булып торам”, - ти маҡсатлы ҡыҙ.

Ул әлеге ваҡытта БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында 3-cө курста белем ала. Хыялы – бер урында туҡтап ҡалмайынса, үҙен бар яҡлап үҫтереү, сәйәхәт итеү һәм иң мөһиме – ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тормошта үҙ урынын табып, лайыҡлы кеше булыу.

Фото: Л. Динмөхәмәтованың шәхси архивы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: