

Ильвина Әхнәҡ ҡыҙы Насибуллина – Борай районының данлыҡлы Елдәк ырыуы һылыуы. Уға – 28 йәш.
“Бәләкәйҙән туған телемде, тыуған еремде һөйөп үҫтем. Мине иркәләп, наҙлап үҫтерҙеләр. Йәшәгән төйәгемдең матурлығы, тыуған еремдең гүзәллеге миндә туған телгә ҡарата һөйөү уятҡандыр”, - ти Ильвина.
Бөгөн ул сәнғәт мәктәбендә балаларға музыка серҙәрен төшөндөрә. Уҡыусылары менән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Сәхнә һәм йыр – Ильвинаның тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө.
Тырыш ҡыҙ үҙен төрлө яҡлап үҫтерергә тырыша, китап уҡырға ярата, тарих, тел менән ҡыҙыҡһына, шулай уҡ сәйәхәт итергә лә ваҡыт һәм мөмкинлек таба. “Һәр мәлдең ҡәҙерен белеп, донъяның матурлығын күреп йәшәргә тырышам”, - ти данлы Елдәк ырыуы һылыуы.
Фото: И. Насибуллинаның шәхси архивынан.