

Азалия Рамаҙанова – Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй ауылы һылыуы. Урындағы урта мәктәпте тамамлап, БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына уҡырға инә.
“Бала саҡтан әҙәби китаптар, гәзит-журнал уҡырға яратам, донъялағы яңылыҡтар менән танышып барырға тырышам. Уҡыусы саҡта спорт менән әүҙем шөғөлләндем. Мәктәбебеҙҙең командаһы менән волейбол, баскетбол, саңғы, йүгереү буйынса ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәнек”, – ти Азалия.
Үҙен төрлө яҡлап үҫтерергә тырышҡан, бейеү менән мауыҡҡан тырыш ҡыҙ “Табын һылыуы” республика конкурсында тыуған районының данын яҡлап сығыш яһай һәм беренсе урын яулай.
Бөгөн Азалия үҙе уҡыған Башҡорт дәүләт университетының тормошонда ҡайнап йәшәй. Уҡыуҙан тыш спорт менән шөғөлләнә, бейеү түңәрәгенә йөрөй, ирекмәнлек эшен дә алып бара.
Һәр яҡтан килгән һылыуҡайға "Башҡортостан гүзәле" конкурсында ла уңыштар теләйбеҙ һәм уның өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ.
Фото: А. Рамаҙанованың шәхси архивы.