

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы ағзалары “Туған тел ғаиләнән башлана” тигән проект өҫтөндә эшләй. Әлеге көндә сюжетҡа ҡоролған ҡыҫҡа видеояҙмалар төшөрөлә башлаған.
Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә бирелгән гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Авторҙары – Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, “Сируси”, “Кластан тыш дәрес”, “Өс хат” исемле киң танылған фильмдар режиссеры Руслан Юлтаев һәм театрҙың әҙәбиәт бүлегенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова. Видеояҙмаларҙа актерҙар Миңзәлә Хәйруллина, Илсур Байымов, Хөрмәтулла Үтәшев, Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Ғәлимов, Милена Сираева, Зиләрә Юлтаева, Алһыу Бәхтиева, Ирада Ҡадирова, Айнур Ғәбитов, Лилиә Сәғитова, Илүзә Итекәйева, актер балалары – Гүзәлиә Ғәлимова, Әмир Ишаев, Айлина Ҡәйүмова һәм шағирә Лариса Абдуллина ҡатнаша.
Хөрмәтулла Үтәшев, проект етәксеһе: “Туған тел ғаиләнән башлана. Баланы бәләкәйҙән, уның теле асылғандан алып, туған телендә тәрбиәләргә кәрәк. Үҙебеҙҙең моңло, яғымлы, бөйөк башҡорт телебеҙҙә аралашырға өйрәтеү, уға ихтирам, хөрмәт тәрбиәләү зарур. Ә бының өсөн ата-әсәләр үҙҙәренә иғтибар итһә ине – үҙегеҙ башҡорт телендә һөйләшәһегеҙме, балағыҙға туған телендә һүҙ ҡушаһығыҙмы? Балаға ҡат-ҡат әйтеп кенә өйрәтеп тә, тәрбиәләп тә булмай, уға миҫал күрһәтергә, өлгө булырға кәрәк”, – тип иҫәпләй.
Режиссер Руслан Юлтаев та: “Донъяла йылдан-йыл бер нисә тел юғала бара. Тимәк, ул телдәр менән бергә халыҡтың йолалары һәм мәҙәниәте лә бөтөнләйгә юғала, тигән һүҙ. Туған телдең балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә, институттарҙа өйрәнелеүе бик мөһим. Ата-әсә өйҙә үҙҙәренең балалары менән туған телдә һөйләшмәһә, телде һаҡлау мәсьәләһен дә хәл итеп булмаҫы асыҡ. Әгәр ҙә беҙҙең видеояҙмалар әҙ генә булһа ла кешеләрҙе ошо хаҡта уйланырға этәрһә, был беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш буласаҡ”, – ти.
“Беҙҙең быуын башҡорт телен тәрәндән өйрәнеп үҫте, мәктәптә лә дәрестәр башҡорт телендә барҙы. Әлеге мәлдә туған телебеҙ һаҡлауға мохтаж, сөнки балаларыбыҙ туған телдә аралашмай. Ата-әсәһе башҡорттар булһа ла, балалары телде белмәй. Өйҙә нисек һөйләшәһең, балаңа ла шул тел күсә. Әйтәйек, аяҡ кейеме кейгәндә, ҡул йыуғанда, сәй эскән ваҡытта “Ҡулыңды йыу”, “Урыныңды йыйыштыр”, “Әйҙә, киттек”, “Ашайһыңмы, эсәһеңме?” тип балаға өндәшһәң, ошо көндәлек аралашыу баланың күңеленә орлоҡ һала. Шулай уҡ, мәҫәлән, башҡортса йырҙарҙы, телевизорҙан үҙ телебеҙҙә барған тапшырыуҙарҙы тыңлағылары киләме-юҡмы тигәнгә ҡарамай, өйҙә башҡортса тапшырыуҙар яңғырарға тейеш. Театрҙа башҡортса спектаклдәргә йөрөтөргә кәрәк, ғөмүмән, башҡорт мәҙәни мөхите булған сараларға ҡатнаштырырға тырышыу мөһим. Бөтә тәрбиәнең башы – ғаиләлә. Әгәр ҙә беҙ өй эсендә башҡортса һөйләшәбеҙ икән, тимәк, барыбер бала үҙ телен үҙләштерәсәк”, – ти Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева.
Актриса Зиләрә Юлтаева: “Был проекттағы видеояҙмалар араһында шәхсән минең менән булған хәл дә бар, "маршрутка" тип атала ул. Әлеге эшебеҙҙе бик кәрәкле һәм мөһим тип һанайым. Замандаштарыбыҙ, киләһе быуын да беҙгә ҡарап фәһем алыр һәм, әлбиттә, беҙҙең идеяларҙы дауам итеүселәр табылыр, тип ышанам. Теле, мәҙәниәте, үҙ ҡарашы, характеры, ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихҡа барып тоташҡан, төплө тамыры булмаған халыҡ милләт була алмай. Шуға ла беҙ көслө халыҡҡа хас ошо һыҙаттарҙы һаҡлап, яҡлап, балаларҙа ла һөйөү уятып, туған телде һаҡлар өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ. Үҙ мәлендә азатлыҡ өсөн, яҡты киләсәгебеҙ өсөн күпме ҡан түгелгән, күпме көс сарыф ителгән. Шуға ата-бабаларыбыҙ мираҫын – туған телебеҙҙе – Ер йөҙөнән юҡ итеү төптө хата булыр. Телебеҙ шул тиклем матур, йыр кеүек, уның ҡәҙерен беләйек”, – тип өндәшә.
Актриса Милена Сираева ла: “Балаларыбыҙ туған телен белергә тейеш. Үҫкәс, улар Мәскәүгәме, сит илгәме уҡырға барыр, уларҙан: “Кем һин, ниндәй милләттән, туған телеңде беләһеңме?” – тип һораһалар, ә улар ыңғай яуап бирә алмаһа, шул саҡта ҡайһылай оят буласаҡ. Балалар араһында башҡорт телендә һөйләшеү модаға инһен ине, шундай моңло, бай беҙҙең телебеҙ. Ә беҙ, ата-әсәләр, мөмкин тиклем уларға өлгө күрһәтергә тейешбеҙ, баланың теле лә үҙ телендә асылырға тейеш. Шул ваҡытта ғына уға башҡа телдәрҙе өйрәнеүе лә еңел була, ул аҡыллыраҡ, бер башҡа юғарыраҡ булып үҫә. Телде өйрәнеү иһә ғаиләнән башлана”, – ти.
Актер Руслан Ғәлимов: “Беҙ өйҙә һәр саҡ башҡорт телендә һөйләшәбеҙ. Мин, ғаилә башлығы булараҡ, шулай талап итәм, сөнки әҙ генә өндәшмәһәң, тел руссаға күсергә генә тора. Тел – беҙгә аманат, тип уйлайым. Туған телебеҙҙе атай-әсәйебеҙҙән алғанбыҙ, беҙ ҙә уны балаларыбыҙға еткерергә тейеш. Шулай булмаһа, телебеҙгә хәүеф янайҙыр, бигерәк тә донъяны компьютер, интернет баҫып алған әлеге заманда. Телдең һаҡсыһы – ғаилә, шуны онотмайыҡ”, – тип өндәй.
Гүзәлиә Ғәлимова: “Беҙ өйҙә башҡортса һөйләшәбеҙ, сөнки олатайҙарҙы, өләсәйҙәрҙе аңларға тейешбеҙ. Үҙебеҙҙең телде, тарихты өйрәнһәк, көслө рухлы булырбыҙ”, – ти.
“Туған телебеҙ – ул атай-олатайҙарыбыҙҙың теле. Әгәр ҙә башҡорт телендә һөйләшмәһәк, ул тел юғаласаҡ. Мин йырларға яратам, “Тамыр” телеканалына йөрөйөм, башҡортса йырлайбыҙ. Үҫкәс, артист булһам, мине сит илгә саҡырһалар, “Һин кем? Ҡайҙан?” тип һораһалар, мин уларға: “Мин – Башҡортостандан, башҡорт ҡыҙымын, туған телем – башҡорт теле, тип әйтәсәкмен”, – тип инандыра Айлина Ҡәйүмова:
“Туған тел ғаиләнән башлана” видеояҙмалары яҡын арала телевидениела һәм социаль селтәрҙәрҙә урын аласаҡ.
Фотолар – проект авторҙарынан.