Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Декабря 2021, 16:00

Йәш шағир һәм яҙыусылар тәбрикләнде

Поэзия йүнәлешендә Илгиз Ишбулатов еңеү яулап, 50 мең һум күләмдә премияға лайыҡ булды. Еңеүселәр араһында тағы кемдәр бар? 

Йәш шағир һәм яҙыусылар тәбрикләндеЙәш шағир һәм яҙыусылар тәбрикләнде
Йәш шағир һәм яҙыусылар тәбрикләнде

Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү буйынса үҙәгендә Республика йәш әҙиптәр конкурсы еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы үтте. Был мәртәбәле бәйгене Мостай Кәрим исемендәге фонд менән “Шоңҡар” республика йәштәр журналы берлектә ойошторғайны.

Ағымдағы йылдың март айында иғлан ителгән конкурсҡа бихисап эш ҡабул ителгән. Уларҙың иң уңышлылары марттан ноябргәсә “Шоңҡар” журналында донъя күргән. Финалистар араһында Башҡортостан Яҙыусылар союзының йәш ағзалары ла, яңы ҡәләм тибрәтә башлаған йәштәр ҙә бар.

Ижади эштәрҙе абруйлы баһалама ағзалары – “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов (рәйес), Мостай Кәрим исемендәге фонд хеҙмәткәре Зөһрә Бураҡаева, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Венер Исхаҡов һәм йәш әҙип Рәшит Зәйнуллин баһаланы.

Поэзия йүнәлешендә еңеүселәр:

I урын – Илгиз Ишбулатов (50 мең һум);

II урын – Айгөл Йәмилева (30 мең һум);

III урын – Зарина Бағышаева  (20 мең һум).

Проза йүнәлешендә еңеүселәр:

I урын – Заһиҙә Мусина  (50 мең һум);

II урын – Рәзинә Зәйнетдинова (30 мең һум);

III урын – Айбулат Сисәнбаев  (20 мең һум).  

Айнур Аҡылов “Уңышлы дебют” номинацияһында билдәләнде (10 мең һум).

Йәш әҙиптәрҙе тәбрикләү тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар – Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Өфө” журналының баш мөхәррире Галина Ишмөхәмәтова ҡатнашты.

Фото: Светлана Садиҡова.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас