

"Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашҡан сираттағы бәйгесебеҙ Сулпан Рауил ҡыҙы Саникина Баймаҡ районының матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Әбделкәрим ауылында тыуып үҫкән.
11 класты урындағы мәктәптә тамамлап, БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына уҡырға инә. Әле магистратурала белемен камиллаштыра, төрки телдәр йүнәлешен һайлаған. Киләсәккә маҡсаты - аспирантурала уҡыу. Яратҡан шөғөлө – китап уҡыу. Бигерәк тә М. Кәрим, Н. Мусин, Т. Ғарипова, А. Баймөхәмәтовтың әҫәрҙәре күңеленә яҡын.
”Туған телемде, халҡымдың йыр-моңон, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итәм, ғорурланам”, – ти Сулпан.
"Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашҡандар һеҙҙән хуплау көтә, дуҫтар. Гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә тауыш биреп, уларға ярҙам итәйек!
Фото С. Саникинаның шәхси архивы.