Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Декабрь 2021, 09:33

Ҡыш бабайҙы көткәндә (Хикәйә)

Рәсүл тертләп уянып китте.

– Сәғәт нисә? Суҡынып ҡына китәйем, туғыҙ булып бара!

Ул һикереп торҙо, үтеп барған ыңғайы кәләше Зөһрәне төрткөләп китте.

– Зөһрә, тор! Мин йоҡлап ҡалғанмын!

Уныһы һелкенеп кенә ҡуйҙы ла юрғанын башына ҡапланы.

Рәсүл шул ыңғай Ҡыш бабай кейемдәрен кейә башланы. Үҙе телефонын эҙләй. Такси, такси саҡыра һалырға кәрәк! Ул арала булмай Нәғим Вилданович шылтырата:

– Һин ҡайҙа йөрөйһөң? Йоҡлап ҡалдыңмы ни? Һуңлайһың бит!

– Хәҙер, Нәғим Вилданович, хәҙер!

Ярай, кисә үк бүләктәр тулты­рыл­ған тоҡто алып ҡайтып ҡуй­ғайны. 31 декабргә Ҡыш бабайға заказ биргән байҙарын әйтер инем инде! Ярай, такси килеп етте. Инде тоғон ултыртҡайны, иҫенә төштө – таяғы тороп ҡалған. Йүгереп менһә, асҡысын таба алмай, ишеге бикле. Ишекте емерерҙәй булып дөбөрләтеүгә Зөһрәһе килеп сыҡты.

– Таяҡты бир!

Театр артисы Рәсүл быйыл да, Ҡыш бабай булып, бай ғаиләләрҙе хеҙмәтлән­де­рергә ялланғайны. Өсөнсө көн инде шул эштән арын­ғаны юҡ. Эше ауыр, тип әйтмәҫ ине, аҡсаһы ла мул төшә.  Кәләше Зөһрәгә туй вәғәҙә иткәйне. Шуға тырыша инде.

Беренсе заказдан былай еңел генә ҡотолдо. Өйҙәге ике балаға ла бүләктәрен тоттороп, шиғыр­ҙарын һөйләтеп, үҙе һөйләп күңел­дәрен асыуға ошо ғаиләгә бүленгән утыҙ минут үтеп тә китте. Киләһе заказ – “Ирәмәл” сауҙа-күңел асыу үҙәге эргәһендә. Унда 10 минутҡа һуңланы. Юлдағы тығындарҙы иҫәпкә алғанда – түҙерлек. Ә хәҙер Свердлов һәм Аксаков урамдары сатындағы ятаҡҡа барып етергә кәрәк. Бер ҡатын биш йәшлек ҡыҙына Ҡыш бабай күрһәтергә теләй икән. Биш йәшлек сабыйға Ҡыш бабай саҡырырлыҡ булғас, етмәһә, ятаҡта йәшәгәс, аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй йонсойҙор инде. Ә “Ирәмәл”дәге хужалар Ҡыш бабайҙы ебәрергә ашыҡмай. Мул ғына табын ҡорғандар, шунда саҡыралар. Ә Рәсүл ҡабалана. Ҡабаланмай, ҡайҙа барһын, тегендә көтәләр бит, тағы ялыу яҙып ҡуйырҙармы икән.

Көс-хәл менән сығып китте. Дуҫлыҡ монументы эргәһенән үтеп барғанда Нәғим Вилданович шылтырата:

– Һин нимә, ҡустым, хужалар ҡушҡанды үтәмәгәнһең, һиңә штраф түләргә тура киләсәк.

– Рәхмәт, Нәғим Вилданович, шуның өсөн тырышҡайным... Улар мине эсергә ҡыҫтаны.

– Ниңә, шунда бер йөҙ грамм кәкһәң, уҡаң ҡойолор инеме?

– Тегендә йөҙ грамм, бында йөҙ грамм. Алда, ана, яңғыҙ ҡатын көтөп ултыра. Уның менән нимә эшләргә ҡушаһығыҙ?

– Әгәр аҡсаһын түләгән икән, теләһәләр, тәкмәс тә атаһың, туңҡайып та тораһың.

– Юҡ инде, Нәғим Вилданович!. Уныһы минән булмаясаҡ. Мин өлкәндәр өсөн түгел, балалар өсөн йөрөйөм.

Свердлов урамындағы 54-се йорт янына килеп туҡтанылар. Трамвай юлы боролошондағы ятаҡ икән. Етенсе ҡатҡа менеп етергә кәрәк бит әле, тоғоңдо күтәреп. Лифт бындай боронғо ятаҡтарҙа бар, әлбиттә, ләкин эшләмәй. Бына 75-се бүлмә, тимер ишек. Ҡыңғырауы күренмәй. Рәсүл һаҡ ҡына ишек шаҡыны. Ишек артынан тауыш ишетелде:

– Әсәй, әсәй, әсәкәйем ҡайтты, ур-ра, минең әсәйем ҡайтты! Тиҙерәк бул, әсәй, кер, мин һине һағындым!

– Һаумы, ҡыҙым! Һине Яңы йыл менән ҡотларға килдем! – тине Рәсүл, тауышын мөмкин тиклем яғымлыраҡ итергә тырышып. – Мин Ҡыш бабай, бына һиңә бүләк килтерҙем. Ас ишегеңде.

Бүлмә эсендә тынлыҡ урынлашты.

– Унда кем бар? – тине ҡыҙыҡай ишетелер-ишетелмәҫ кенә.

– Һаумы, Айгөл ҡыҙым! Мин Ҡыш бабай. Һине ҡотларға килдем. Ишегеңде асаһыңмы? Әсәйең ҡайҙа?

– Әсәйем эштә, – тине ҡыҙ оҙаҡ ҡына көттөргәндән һуң.

– Әсәйең ҡасан ҡайта?

– Белмәйем.

– Ә ҡасан эшкә китте?

– Әйтмәне. Кисә сыҡты, бөгөн ҡайтманы.

– Бына, Айгөл ҡыҙым, һиңә бүләк. Ҡыш бабай бүләге.

– Ә минең Айгөл икәнде һин, Ҡыш бабай, ҡайҙан беләһең?

– Әсәйең әйтте. Бына яҙып ҡуйған, Свердлов урамында йәшәйем, Айгөл исемле ҡыҙым бар, тигән.

– Әсәйем бөгөн ҡайтамы? – тине бала өмөт менән. – Һин уны күрҙеңме? Әсәйем “ҡайтам” тинеме?

– Юҡ, әсәйеңде күрмәнем, һине ҡотларға ғына килдем.

Рәсүл сәғәткә ҡарап алды: ах, ваҡыт үтеп бара, ишек бикле, заказ үтәлмәгән!

– Ярай, ҡыҙым, һау булып тор!

– Юҡ, юҡ, – тип ҡысҡырҙы ҡыҙыҡай. – Мин ҡурҡам! Китмә, берүк китмә, Ҡыш бабай! Мин ҡурҡам, Ҡыш бабай, бер үҙем, әсәйем өйҙә юҡ!

– Өйөң йылымы? Ашарыңа бармы? – тип һораны Рәсүл.

– Белмәйем, мин һыу эстем.

– Һиңә нисә йәш? – тип һораны Рәсүл.

– Бына миңә ошо хәтле, – тине ҡыҙыҡай. Күрәһең, бармаҡтарын күрһәтәлер.

– Әсәйеңдең исеме нисек?

– Әсәйемдең исеме – әсәй.

– Фамилияң нисек, ҡыҙым?

– Фамилиям Хажиева.

– Атайыңдың исеме нисек?

– Атайымдың исеме юҡ.

– Әсәйеңә берәйһе килергә тейешме?

– Юҡ, ул миңә бер нәмә лә әйтмәне, эшкә китте.

– Ишек аса беләһеңме?

– Ишекте аса белмәйем, асҡысым юҡ.

Шул ваҡытта ҡаршы яҡтан эргә­ләге ишектәрҙең береһе шатыр-шотор итеп асылды ла оҙон буйлы, баһадир кәүҙәле берәү күренде.

– Һин нимә, бәләкәй ҡыҙҙар аулап йөрөйһөңмө әллә? Хәҙер мин һине...

– Юҡ-юҡ, ғәфү итегеҙ, мин Ҡыш бабай булам, бына заказ, мин ҡыҙыҡайға бүләк ҡалдырырға тейеш.

– Ниндәй Ҡыш бабай? Кил әле бында яҡтыға! Таяҡ һиңә нимәгә?

– Һуң, таяҡһыҙ Ҡыш бабай буламы?

– Ярай, ышандым, ти. Гуля үҙе өйҙә юҡмы ни?

– Бында йәшәгән ҡатындың исеме Гулямы?

– Кем белһен уны? Гуля тиҙәр инде. Ауылдан киләләр ҙә исемдәрен алыштырып алалар. Ҡара уны, егет, әгәр ул балаға һөжүм итер булһаң, мин йәлләп тормаясаҡмын. Ундайҙарҙы яратмайым! Бик шикле күренәһең. Хәҙер тәҙрәнән ырғытам да ҡуям, юғиһә.

– Мин ниндәй боҙоҡ кеше булайым инде? Бына, мин – Ҡыш бабай!

– Ярай, һин – Ҡыш бабай.  Үткәнендә бер начальник йөрөнө. Өҫтөндә арыу костюм-салбар, аяғында ялтыр ботинка, галстук таҡҡан булған. Мәктәпкә китеп барған ҡыҙ баланы гараждар араһына һөйрәкләгән. Күрһәт әле тоғоңдо!

Рәсүл күндәм генә тоғон асты, Айгөлгә тигән бүләкте сығарҙы.

– Бына ҡыҙыҡайға бүләк.

– Ярай, ә ниңә берәү генә? Ҡыш бабайҙың тоғо тулы бүләк булырға тейеш, ә һинеке берәү генә.

– Ағай, лифт эшләмәй, етенсе ҡат, йәйәү мендем, бөтә бүләкте ташып йөрөйөммө ни? Ана, таксиҙа бөтә бүләк.

– Барыбер шикле күренәһең. Оҡшамайһың һин миңә, – тип һөй­ләнә-һөйләнә теге ир бүлмәһенә кереп китте.

Рәсүл нимә эшләргә белмәй тағы ла ишек шаҡыны.

– Әсәй, әсәй, әсәкәйем ҡайтты. Мин бер үҙем ҡурҡам, әсәй!

– Ҡыҙым, Айгөл ҡыҙым! Һин әҙ генә көт. Мин әлегә бүләгеңде алып китәм. Һуңынан килтереп ҡал­дырырмын. Мин килгәнсе әсәйең дә ҡайтыр.

– Ҡыш бабай, китмә, Ҡыш бабай! Мин ҡурҡам. Минең әсәйем өйҙә юҡ, мин яңғыҙмын, ҡурҡам, Ҡыш бабай!

– Мин көтә алмайым, Айгөл. Мин хәҙер икенсе фатирҙарға барырға тейешмен. Мине башҡа балалар ҙа көтә.

– Китмә, китмә, Ҡыш бабай!

Инде һуңлап бара. Рәсүл такси менән ун биш минуттан “Аграр университет” туҡталышына барып етергә тейеш. Такси алға ынтылды.

Аграр университетҡа ун минутҡа һуңлап барып еттеләр. Заказ биргән хужа, аҫҡа төшөп, йәмерәйеп тора ине.

– Ниңә һуңланығыҙ? – тине ул, иҫәнләшеп тә тормайынса. – Бала әле генә йоҡлап китте.

– Ғәфү итегеҙ, ағай, юлда тығындар күп ине.

– Мин бер нәмә лә белмәйем, аҡсаһы түләнгән, заказы бирелгән. Һеҙ уны үтәргә тейеш.

– Шунан, ағай, ғәфү итерлек сәбәбе бар. Айгөлдө әйтәм, биш йәшлек бер ҡыҙыҡайға ишеген астырып, бүләген тапшыра алманым.

– Ә мин бында при чем? Юҡ икән – юҡ. Мин аҡса түләйем, ә һин ниндәйҙер бер баланы көтөп ултыраһың!

– Хәҙер нишләрбеҙ икән, ағай?

– Теләһәң нимә эшлә, ныу баланы ҡотламайынса китмәйһең! Әйҙә, керәйек, ышанмаһаң, үҙең ҡара – ана, йоҡлап ята.

Инде кереп, тоғон ултыртып, таяғын стенаға һөйәгәйне, донъя емерелгән һымаҡ булды – таяҡ ауҙы ла китте. Бер секунд үтмәне – ҡысҡырып, бер малай килеп сыҡты. Үкереп иларға иҫәбе бар ине, ярай, Ҡыш бабайҙы күреп ҡалды.

– Ҡыш бабай килгән миңә, Ҡыш бабай! Ух һин, тоғо ла бар, халаты яп-ялтыр!

– Йә, Азат улым, Ҡыш бабайға ниндәй шиғыр ятланың? – тип өндәште Рәсүл.

– Йомшаҡ ҡуян, аҡ ҡуян,

Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.

Ҡойроғо ҡыҫҡа ғына,

Ҡолағы ергә тейгән.

Ҡыш бабай образға инеп китте, шыршы тирәләй йүгереп йөрөнө, малайҙы күтәреп тә йөрөттө, йөкмәп тә алды, тоғоноң эсенә ултыртып ҡараны, хатта тәкмәс атты. Уның ыңғайына Азаттың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Ҡыш ба­байҙы өҫтәл артына ултырттылар. Хужа кеше бер аҙ тынысланған һымаҡ булды, илле грамдай Рәсүлгә лә ҡойоп бирҙе.

– Миңә ярамай, мин эштә, – тип, Рәсүл рюмканы этеберәк ҡуйҙы.

– Мин ҡушҡас, ярай. Нимә, әллә хужаңа шылтыратҡанды көтәһеңме?

Быныһын күтәреп ҡуйыуға хужа икенсеһен тултырҙы.

– Етте, ағай, миңә ярамай.

– Һыңар ғына етмәй, ҡушты күтәрәһең.

...Азат илап тороп ҡалды, был өйҙән саҡ сығып ысҡынды Рәсүл. Ярай, сираттағы заказ Пархоменко урамында ғына. Барып керһә, өй тулы бала-саға. Бында Урал исемле малайҙың тыуған көнө икән, дуҫтары, ағай-энеләре йыйылған. Хужалар ишек төбөндә көтөп тора ине. Үҙе йөрөй торған квадроциклға сертификат сығарып тотторҙолар, йәнәһе, тоҡтан сертификатты алыуға машина тыштан өйгә килеп инергә тейеш.

– Ап-асыҡ, еренә еткереп әйте­геҙ – утыҙ меңлек сертификат, – тине хужабикә, мөмкин тиклем яҡыныраҡ килеп, һәм ҡапыл тынып ҡалды. Иренә ҡараны.

– Нимә булды? – тине ир.

 

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.

 

(Дауамы бар).

Читайте нас