Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Декабрь 2021, 09:00

Атаһынан - сабырлыҡ, әсәһенән матурлыҡ күскән

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, Әлшәй ҡыҙы Әлмира Кашапова тормош асылын ниҙә күрә?

Атаһынан - сабырлыҡ, әсәһенән матурлыҡ күскәнАтаһынан - сабырлыҡ, әсәһенән матурлыҡ күскән
Атаһынан - сабырлыҡ, әсәһенән матурлыҡ күскән

"Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашҡан Әлмира Кашапова - тарихҡа бай, матур тәбиғәтле Әлшәй районы һылыуы. Өфө медицина колледжын тамамлап, әле ошо өлкәлә уңышлы эшләп йөрөй.

Атаһынан сабырлыҡ, рух ныҡлығы алһа, әсәһенән күңел матурлығы һәм нәзәкәтлелек күскән. Бала саҡтан халҡыбыҙҙың сәнғәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына ғашиҡ булып үҫә ул. Башҡорт телендә төрлө әҫәрҙәр уҡырға ярата.

”Тормоштоң асылы - матурлыҡты күреп, илебеҙгә кәрәкле кеше булыу маҡсатында хыялдарға тоғро ҡалып, яҡты өмөттәр менән йәшәү”, – ти Әлмира.

Фото Ә. Кашапованың шәхси архивынан.

Автор:Разиля Абзгильдина
Читайте нас