Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Декабрь 2021, 03:00

"Гүзәл"дә гүзәллек өләшә

Борай районы ҡыҙы Римма Әхмәтханова кемдәргә рәхмәтле?

"Гүзәл"дә гүзәллек өләшә"Гүзәл"дә гүзәллек өләшә
"Гүзәл"дә гүзәллек өләшә

"Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашҡан Римма Әхмәтханова - йылға-күлдәргә, урман-ҡырҙарға бай Борай районының Борай ауылы ҡыҙы.

Мәктәпте тамамлағас, Бөрө педагогия институтында белем ала. Үҙ эшенең ысын оҫталары булған уҡытыусыларына рәхмәтле.

Хеҙмәт юлын Борай ауылының “Гүзәл” балалар баҡсаһында башлай. “Мине йылы ҡаршы алған, эшкә өйрәткән хеҙмәттәштәремә рәхмәт”, ти ул. Бөгөн дә ошо балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләй, бәләкәстәр күңелендә сәнғәткә һөйөү хистәре тәрбиәләй. Үҙ хеҙмәтен тырышып, намыҫ менән башҡара. Төрлө профессиональ конкурстарҙа ҡатнаша.

Гәзитебеҙҙең төркөмөнә инеп, "Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашҡандар өсөн тауыш бирегеҙ, дуҫтар!

Фото Р. Әхмәтханованың шәхси архивынан. 

Автор:Разиля Абзгильдина
Читайте нас