Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Декабрь 2021, 09:30

Китапҡа һөйөү ғаиләлә башлана

"Беҙҙең эш йүнәлешебеҙ – балаларҙы бәләкәйҙән китап уҡырға ылыҡтырыу".

Китапҡа һөйөү ғаиләлә башланаКитапҡа һөйөү ғаиләлә башлана
Китапҡа һөйөү ғаиләлә башлана

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә башҡорт телендә нәшер ителгән балалар китаптарының исем туйы үтте.

Осрашыуҙы 4-се класс уҡыусыһы Ильяс Аҫылғужин бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың “Башҡорттарым уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” шиғырын яттан һөйләп асты.

Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева әйтеүенсә, нәшриәттә балалар өсөн йыл һайын төрлө китаптар даими сығып тора, әле сараны башҡорт теле аҙналығында ойоштороу һәр йәһәттән дә отошло. Тик ғаиләлә китапҡа ҡарат һөйөү тәрбиәләнергә тейеш.

Күренекле балалар яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, “Китап” нәшриәтенең балалар әҙәбиәте бүлеге мөдире, балалар өсөн алты китап авторы Әлфиә Әсәҙуллина күркәм сараға ейәнсәре менән ейәнен - Розалина һәм Ильяс Ағылғужиндарҙы ла алып килгән. Улар Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында уҡый.

"Беҙҙең эш йүнәлешебеҙ – балаларҙы кескәй йәштән үк китап уҡырға ылыҡтырыу, – тине Әлфиә Әсәҙуллина. – Китаптар төрлө йәштәге балаларҙы күҙ уңында тотоп баҫтырыла. Мәктәпкәсә йәштәге ҡыҙ һәм малайҙар, башланғыс класс уҡыусылары, урта һәм өлкән йәштәге балалар өсөн китаптар нәшер ителеүе - шуға асыҡ миҫал".

Шулай уҡ үҙҙәренең ижад емештәре тураһында Алһыу Хамматова, Лилиә Мусина һәм башҡалар ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп һөйләне.

Автор фотоһы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас