Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Декабрь 2021, 16:00

Урман хужалығы хеҙмәткәре лә, модель дә

Бөрйән ҡыҙы Гөлфинә Вәлиева ниндәй ҡаҙаныштарға өлгәшкән?

Урман хужалығы хеҙмәткәре лә, модель дәУрман хужалығы хеҙмәткәре лә, модель дә
Урман хужалығы хеҙмәткәре лә, модель дә

"Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашҡан сираттағы бәйгесебеҙ Гөлфинә Вәлиева - Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылынан.

Алсаҡлыҡ, һөйкөмлөлөк менән бер рәттән, ҡыйыулыҡ һәм көс тә хас уға. ”Тәбиғәтте яратам, шуға ла тормошомдо урман хужалығы менән бәйләнем – Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап, республиканың Урман хужалығы министрлығында эшләйем. Ике ҡыҙыл дипломым бар”, – ти өлгөр ҡыҙ.

Гөлфинә - "MissBashModels" агентлығы моделе. Байтаҡ матурлыҡ конкурстарында ҡатнашҡан. Быйыл Мәскәүҙә үткән "Russian Continental" бәйгеһендә 2-се вице-мисс титулына лайыҡ булған, 2020 йылда Башҡортостандың 4-се вице-һылыуҡайы исемен яулаған. Быйыл “МИСС Республика-20/21” матурлыҡ конкурсында үҙ көсөн һынай.

"Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашҡандар өсөн төркөмөбөҙҙә тауыш биреүегеҙ һорала.

Фото Г. Вәлиеваның шәхси архивынан.

Автор:Разиля Абзгильдина
Читайте нас