

"Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашыусы сираттағы бәйгесебеҙ Нәркәс Төлкөбаева күркәм тәбиғәтле, таланттарға бай Әбйәлил районының Салауат ауылынан.
Сибай ҡалаһында уҡыу йортон тамамлап, әлеге ваҡытта “Яҡтыкүл” шифаханаһында эшләп йөрөй. Тормошто бар матурлығында яратҡан ҡыҙ төрлө илдәргә сәйәхәт ҡылып йәшәргә, тыуған ерен йылдан-йыл замансараҡ, үҫешкән итеп күрергә хыяллана.
"Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашҡандар өсөн гәзиттең төркөмөндә тауыш бирергә саҡырабыҙ.
Фото Н. Төлкөбаеваның шәхси архивынан.