Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Декабрь 2021, 13:00

Яҡты хыялың тормошҡа ашһын!

Баймаҡ һылыуы Зөлфиә Ноғманова ниндәй теләк менән яна?

Яҡты хыялың тормошҡа ашһын!Яҡты хыялың тормошҡа ашһын!
Яҡты хыялың тормошҡа ашһын!

"Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашҡан сираттағы бәйгесебеҙ Зөлфиә Ноғманова – Баймаҡ һылыуы.

Бала саҡтағы һүрәт төшөрөү шөғөлө уны буласаҡ һөнәренә килтерә. Өфө дәүләт нефть техник университетының дизайн бүлегендә белем ала. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, артабан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ғилем туплай.

"Маҡсатым – Башҡортостан, хатта донъя кимәлендә билдәле рәссам булыу. Әлеге көндә ошо хыялыма ирешеү өсөн барыһын да эшләргә тырышам", – ти Зөлфиә.

"Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашҡандар өсөн гәзиттең төркөмөнә инеп тауыш биреүегеҙ һорала.

Фото З. Ноғманованың шәхси архивынан.

Автор:Разиля Абзгильдина
Читайте нас