

Алина Ғафарова йәмле көҙҙөң бер көнөндә Салауат ҡалаһында тыуған. Ошо ҡалалағы башҡорт гимназияһын тамамлаған. Юғары белемде М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында ала.
“Бала саҡтан кейем тегеү менән мауыҡтым, оҫта ҡулдар түңәрәгенә йөрөнөм. Тәғәйен һөнәргә уҡып, юғары белем алһам да, оҙаҡ ваҡыт үҙемде эҙләнем. Бер мәл үҙемә күлдәк тегергә ҡарар иттем һәм тегеү курсына яҙылдым. Бер ай эсендә оҫталыҡ серҙәренә төшөнөп, гардеробымды үҙем теккән кейемдәр менән тултырҙым”, – ти Алина иң яратҡан шөғөлө хаҡында.
Тегеү уның өсөн күңел йыуанысы ла. Теген машинаһы артына ултырғанда ҡыҙ бөтә донъяһын онота, был шөғөл уға медитация кеүек тәьҫир итә икән. Сифатлы әйберҙәр менән һатыу иткән һәйбәт кибеттәрҙә лә насар сифатлы туҡыманан кейемдәр осрай, был Алинаны тәғәйен аҙымдарға этәрә.
Нимәлер оҡшамаһа, был хәлгә үҙгәреш индер, тиҙәр. Сифатлы туҡымалар табып, үҙенә кейем тегә башлай. Яҡындарының, дуҫтарының маҡтаулы, һоҡланыулы һүҙҙәре ҡыҙҙы ҡанатландырып ебәрә. Ошо сәбәптән башҡалар өсөн дә кейем тегеү уйы тыуа.
“Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн матур кейем тегеп уларҙы бәхетле иткем килә, шуға Genetica исемле брендымды булдырырға ҡарар иттем”, – ти оҫтабикә.