Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Декабрь 2021, 17:00

Йәш килендәр һынау тотто

Һәр киленгә бүләккә - мосолман ҡатын-ҡыҙҙары күлдәге һәм яулығы.

Йәш килендәр һынау тоттоЙәш килендәр һынау тотто
Йәш килендәр һынау тотто

Әбйәлил районының Байым мәҙәниәт йорто директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марс Сәйетғәлиндың мәҙәниәт тормошонда янып эшләүе, ауылында ғына түгел, район кимәлендә төрлө саралар үткәреүенә әбйәлилдәр өйрәнеп тә бөткән.

Ошо көндәрҙә йәнә уның тырышлығы менән Байым мәҙәниәт йортонда “Йәш килен” район этноконкурсы уҙҙы. Унда төрлө ауылдарҙан туғыҙ конкурсант ҡатнашты. Көн дауамында барған бәйгелә йәш килендәр аш-һыуға, йыр-бейеүгә, матурлыҡҡа һәм һүҙ оҫталығына көс һынашты.

Байымдарҙың бығаса районда булмаған яңы башланғысҡа нигеҙ һалыуын хуплап, Урал аръяғының Йәмәғәт башланғыстары ойошмаһы бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән. Улар һәр киленгә мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәге һәм яулығын бүләк иткән. Ойошма рәйесе Илнур Юлдыбаев диплом да тапшырып, киләсәктә бындай бәйгеләрҙең йышыраҡ үтеүен теләгән. Сара ошо кейемдә дефиле күрһәтеү менән тамамланды.

"Йәш килен" этноконкурсының Гран-приһын Дәүләт ауылынан Илнара Лоҡманова яуланы һәм төп бүләккә - һандыҡҡа лайыҡ булды. Уны эшләгән оҫта Буранғол ауылынан Ғәдинан Усманов, бүләк Әбйәлил район мәҙәниәт бүлегенән тапшырылған.

Фото: Байым мәҙәниәт йорто сайты.

Йәш килендәр һынау тотто
Йәш килендәр һынау тотто
Автор:Карима Усманова
Читайте нас