

АЙҺЫЛЫУ ЮНЫСБАЕВА
Кешенең яҙмышы әсә ҡарынында уҡ маңлайына яҙылып ҡуя тейҙәр. Тәҡдир тигәндәре лә шулдыр. Кемделер был донъяға тыуыу менән бәхет юрғанына төрһәләр, ҡайһы берәүҙәрҙе тыуыу менән әсе яҙмыш, хәсрәт юрғаны көтөп тора. Берәүгә лә бәхет тигеҙ бүленмәй. Бәхетте һорап та алып булмай. Бәғзе берәүҙәр ҡулындағы бәхетенең ҡәҙерен белмәй йонсоһа,кемдер берәү бер семтем бәхет өсөн дә ғүмер буйы көрәшеп йәшәй. Бәхет,көрәш,хәсрәт - бер ҡараһаң, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та был донъя тигәндәре.
Зәбирә Таһирҙы ҡыҙы менән таныштырырға өйөнә саҡырҙы. Ҡыҙы Нәбирә Таһирҙы күргәс тә яратманы ғына түгел,хатта ҡабул итмәне. Әсәһенең:
-Ҡыҙым,таныш бул. Был Таһир исемле ағай. Ул беҙгә йәшәргә килә.Һиңә атай буласаҡ, - тип әйтеүе ҡыҙға уҡ булып ҡаҙалды.
-Нисек инде атайым була?-тип ҡысҡырғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды.Шул арала иларға етешеп, йәш аралаш һораулы ҡарашын әсәһенә төбәне:
-Юҡ минең атайым, булғаны юҡ,булмаясаҡ та.Был кешеңде мин атай тип әйтмәйем, -тип ҡырт боролоп өйҙән сығып китте.
Былай булырын көтмәгәйне Зәбирә.Артынан эйәреп сығырға уйланы ла туҡтап ҡалды. Үҙе лә саҡ илап ебәреүҙән тыйылып,Таһирға ҡалҡып ҡараны.Таһир сабыр ғына:
-Зәбирә,ашыҡтырмайыҡ баланы.Үҙе белә.Мин бит урамдан килеп ингән кеше.Әлбиттә ,әле ҡыйын уға.Һеҙ бит икәү генә йәшәп өйрәнгәнһегеҙ.Башта бер-беребеҙҙе өйрәнәйек.Унан күҙ күрер,-тип арҡаһынан ҡағып йыуатты.
Таһирҙы ауыр ҡабул итте Нәбирә.
-Нисек инде? ошоға тиклем булмаған атай ҡайҙан килеп сыҡҡан ул?Ҡайҙа булған мин тыуғанда?Мин үҫкәндә ҡайҙа йөрөгән?Ни эшләп балалар баҡсаһына етәкләп алып бармаған?Мәктәпкә лә әсәһе менән генә барҙы.Юҡ,хәҙер уның кәрәге юҡ Нәбирәгә.Уға атай кәрәкмәй.Әсәһе булһа, шул еткән.Ошоға тиклем атайһыҙ йәшәнеләр бит.Артабан да йәшәрҙәр.Бәлки, ул ана Зифа инәһенең ире кеүек эсәлер. Шул эскесе атаһы арҡаһында Лизалар өс көндөң береһендә кешелә йоҡлап көн күрә.Күберәген Нәбирәләргә киләләр.
Нәбирә үҙен белә-белгәндән әсәһе менән генә йәшәй.Иң яҡын берҙән-бер кешеһе лә әсәһе.Ҡыяматлыҡ Зифа инәһенән башҡа уларҙың яҡындары юҡ.
Әсәһе Зәбирә - ташландыҡ бала.Эйе, әсәһен тапҡас та, өләсәһе уны балалар табыу йортонда ҡалдырып киткән. Зәбирә балалар йортонда үҫкән.
Балалар йортонан һуң ҡыҙ тегенсе һөнәренә уҡып сыға.Эшкә урынлаша.Дөйөм ятаҡта йәшәй.Ринат исемле егет менән таныша. Бер күреүҙән ғашиҡ йәндәрҙең мөхәббәте үкенескә була. Инде өйләнергә уйлап йөрөгән Ринат ата-әсәһенә йөрөгән ҡыҙының балалар йорто балаһы икәнен еткерә.Шунан башлана дауыл.Бик һауалы ата-әсә был никахҡа ҡаршы сыға. Аралар һыуына.Ринат эшен,ата-әсәһен,Зәбирәне ташлап,ситкә сығып китә. Үҙе тураһында бер ни белгертмәй.
Был ваҡытта Зәбирә буйға уҙған була. Баланы таба. Морон төртөр урыны булмаһа ла, балаһын ҡалдырыу тигән уй башына ла инеп сыҡмай.Юғиһә дауаханала уҡ бер ҡатын теңкәһен ҡоротто:
–Үҙең бала ғынаһың,бер кемең юҡ.Нисек үҫтермәк булаһың?Бала менән тормошоңдо яңынан ҡороу ҙа ауырға тура килер.Бына мин ҡырҡты үтеп саҡ бала таптым.Ирем профессор.Бир миңә балаңды.Игеҙ булып үҫер ҙә китер.Минеке малай,һинеке ҡыҙ.Бер-береһенә иптәш булырҙар.Уйла әле,һеңлем.Беҙ һиңә аҡсаһын түләрбеҙ.Етеш йәшәйбеҙ,балаң бер мохтажлыҡ кисермәҫ,- тип артынан ҡалманы.
Зәбирә түҙмәне,нәфрәт тулы ҡарашын, уҡтай ҡаҙап, теге ҡатынға:
-Юҡ,мин баламды бер кемгә лә бирмәйем.Ул минеке. Уны кемгәлер бирергә тип тапманым.Эсемә һыйған бала тышыма ла һыйыр.Мине өгөтләп маташмағыҙ.Беҙҙең ҡайтыр урыныбыҙ бар,-тип ҡаты итеп әйткәс кенә теге ҡатын башҡаса өндәшмәне.
Зәбирәне бала табыу йортонан ҡыяматлыҡ Зифа апаһы килеп алды. Үҙенең сыйырсыҡ ояһындай ғына өйөндә ике бала,эскән мыжыҡ ир янында ҡыйынлыҡ менән булһа ла балаһы менән Зәбирәгә лә урын табылды.Аллаһының рәхмәтендә булһын Зифа апаһы.Шул тиклем ярҙам итте Зәбирәгә.Юғиһә, балалар йортонан ғына сыҡҡан ҡыҙ тормош һынауҙарына яңғыҙы ғына ҡаршы тора алыр инеме икән? Икеле.
Апаһының әрһеҙлеге менән балаһының йәше тулыуға өйлө булдылар. Хөкүмәт етемдәр өсөн төҙөлгән өйҙән бер бүлмәле фатир бүлде. Бына хәҙер ун йылдан ашыу инде ожмах күренгән ошо мөйөштәрендә әсәле-ҡыҙлы тыныс ҡына ғүмер итәләр.Зифа инәһенең ире Борхан олатай эсеп ҡаңғырһа, ҡыҙҙары менән инәһе килә йоҡларға.Бүтән сит-яттар уларҙың өйөндә ҡуна ҡалғаны юҡ.
Ер-һыу илап,теше-тырнағы менән Таһирҙың уларға йәшәргә килеүенә ҡаршы булһа ла, ҡыҙ аҡрынлап баҫылды.Әсәһен йәлләне буғай.
Былай ҡарап тороуға Таһир ағай тыныс,аҡыллы ғына күренә.Күп тә һөйләмәй.Әсәһе менән дә яғымлы,итәғәтле һөйләшә.Үҙе Нәбирәгә иғтибар итмәй,ҡыҙ уның өсөн бар ни, юҡ ни.Иң мөһиме -эсмәй,тартмай.Эш сәғәте бөтөү менән ҡайтып етә.Ана Зифа инәһенең ире эсеүҙән башы сыҡмай.Ҡыҙҙарына ла көн күрһәтмәй.Йүнле-башлы эшләмәй ҙә үҙе.
Таһир ағай хатта ғаилә лә ҡороп өлгөрмәгән. Нәбирә әсәһе аша Таһирҙың йыраҡ ҡына райондан икәнен белде.Ғаиләлә яңғыҙ ғына үҫкән. Ике йыл элек ҙур ҡайғы кисергән.Район үҙәгенә генә барып ҡайтабыҙ тип сыҡҡан ата-әсәһе ҡурҡыныс аварияла һәләк була.Улдарын өйләндереп, туй яһарға ла насип булмай уларға.
Башта ауыр ҡайғынан шаңҡып ҡала Таһир.Бер йыл ауылда яңғыҙ йәшәгәс, ата-әсә йортон һатып, Нәбирәләр йәшәгән бәләкәй ҡалаға күсеп килә. Һөнәре буйынса электрик.Бер бүлмәле фатир алып йәшәгәненә бер йыл ғына.Элемтә үҙәгенә эшкә урынлаша.Зәбирә менән теген цехында электр сымдарын яңыртып йөрөгәндә танышҡан.
Таһир телде йоторлоҡ итеп ашарға ла бешерә белә.Унда-бында ғына ашарға саҡырыуын иҫәпкә алмағанда,Нәбирәгә артыҡ һүҙ ҡушып маҙаһыҙламай. Ҡайһы ваҡыт ҡына күҙҙәр осрашып китһә, үҙ итеп кенә йылмайып ҡуя.Шул саҡ барыбер ҙә Нәбирәләге эске тауыш:
- Нисек кенә йылмаймаһын,ул сит кеше,ят,үгәй,һинең үҙ атайың түгел,- тип иҫкәртеп тора.
Ҡыуанысҡа күрә,Таһир менән әсәһе менән татыу ғына йәшәп киттеләр.Бер аҙ йәшәгәс, загсҡа барып яҙылыштылар.Икәүһенең берәр бүлмәле фатирҙарын ике бүлмәлегә алыштырҙылар.Ни тиһәң дә, тиҙҙән ғаилә ишәйәсәк, тип иҫәп тотто икеһе лә. Шулай булмай тағы.Тормоштоң бит мәғәнәһе шунда!
Фатирҙарын ҙурайтыу Нәбирә өсөн шатлыҡ ҡына булды.Хәҙер уның үҙенең мөйөшө бар.Дәрестән ҡайтып ашап алғас, үҙ бүлмәһенә инеп бикләнеп тә ҡуя.Дәресен әҙерләүгә лә йәтеш булды.Айырым бүлмәнең булыуы Таһирҙың күҙенә бик салынып бармаҫҡа ла яҡшы.
Ике бүлмәле фатирға күсеү менән Таһирға ла эш күбәйҙе.Эштән һуң өйҙә ремонт менән булды.Кухняға үҙ ҡулдары менән бик матур өҫтәл эшләп ултыртты.Әсәһе лә һуңғы ваҡытта балҡып киткән һымаҡ тойолдо Нәбирәгә.Таһир эштән ҡай саҡ әсәһен ҡаршы ала.Бер сәбәпһеҙ ҡыҙға ла,әсәһенә лә сәскә,торт тотоп ҡайтҡылай. Таһирҙың иғтибарын һаман да сит кеше итеп ҡабул итә Нәбирә.Таһир ҙа быны һиҙә,артыҡ әрһеҙләшмәй.
Һуңғы арала әсәһенең башы әйләнеп,берҙә юҡҡа уҡшып ҡоҫоуын Таһир ҙа,әсәһе лә ҙур ҡыуаныс итеп ҡабул итһә,ҡыҙ әле уны-быны аңламай ине.Зифа инәһенең ҡыҙҙары икәү булғас,их, минең дә һеңлем булһын ине, тип хыялланған сағы бар былай.Таһир, моғайын, малай тураһында хыялланалыр.Зәбирә үҙе генә кем булһа ла һау булһын тип теләйҙер.
Ата-менән әсә асыҡтан- асыҡ ҡыуандылар,шатлыҡтарын йәшермәнеләр.Әсәһе, бәлки, һиңә берәй туған да алып ҡайтырбыҙ тигәс, ҡыҙы үрле-ҡырлы һикерҙе.Нәбирә лә үтә шат ине был яңылыҡҡа,тик тышҡа сығарманы. Ни өсөндөр Таһирҙы ҡыуандырғыһы килмәне.
Зәбирә үҙенең йөклөлөгөн тикшертер өсөн ирен эйәртеп дауаханаға килде. Йөрәк өшөткөс хәбәрҙе иң тәүҙә табип Таһирҙың үҙенә әйтте.Торған еренән сайҡалып китте ир,күҙ алдары ҡараңғыланды.Тыны ҡурылды. Ҙур шатлыҡ ишетеп, ҡыуанырға килгән иргә ҡатынының башында яман шеш барлығын әйттеләр.Кисекмәҫтән операцияға яҙҙылар.
Үкенес,сир аҙған ине.Зәбирә һауыға алманы.Операциянан һуң ярты йыл тирәһе йәшәп, баҡый донъяға күсте. Ун ике йәшендә үкһеҙ етем тороп ҡалды Нәбирә.Илап,шешенеп бөткән ҡыҙҙы Зифа инәһе ҡосағына алып йыуатҡан булды.Таһирҙың үҙе хәле үҙенә тигәндәй. Зәбирәне ҡуйғансы томан эсендә йөрөнө.
(ДАУАМЫ БАР).
Татьяның Броның "Федор и чужой ребенок" әҫәренә эйәреп яҙылған тәржемәүи хикәйә.
Фото: magiadonna.ru