Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Декабрь 2021, 13:30

Илһөйә Бәҙретдинованы ҡотлайбыҙ!

Йырсының социаль сәхифәһенә ҡотлау һүҙҙәре яуа.

Илһөйә Бәҙретдинованы ҡотлайбыҙ!Илһөйә Бәҙретдинованы ҡотлайбыҙ!
Илһөйә Бәҙретдинованы ҡотлайбыҙ!

Татар эстрадаһы йырсыһы Илһөйә Бәҙретдиноваға Татарстандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирелгән. Йырсы был шатлыҡлы ваҡиғаға ҡарата "Рәхмәт!" тип әйтеү менән сикләнгән.

Халыҡсан йырсыны Башҡортостан тамашасыһы ла күптән үҙ итте. Уның концерттары һәр ерҙә ҙур аншлаг менән үтә. Үҙенсәлекле йырҙарының күбеһе хитҡа әйләнгән. Әле лә Ҡазан ҡалаһында йырсының концерттары бара.

Яңы йыл алдынан Илһөйә Бәҙретдиноваға маҡтаулы исем биреүҙәрен тамашасылары ҡыуанып ҡаршы алған, йырсының социаль сәхифәһенә ҡотлау һүҙҙәре яуа.

Беҙ ҙә Илһөйә Бәҙретдинованың шатлығын уртаҡлашабыҙ, уға ижади уңыштар теләйбеҙ.

Фото: peoples.ru

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас