Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Декабрь 2021, 15:28

Мәшһүр тел ғалимы

Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына – 110 йыл.

Рәсәйҙә генә түгел, бик күп сит илдәрҙә лә, урал-алтай телсе ғалимдары араһында ла ифрат ҙур абруй ҡаҙанған мәшһүр башҡорт ғалимы Жәлил Кейекбаевтың яҡты иҫтәлегенә арнап хәтер кисәләре, фәнни-ғәмәли конференциялар, симпозиумдар, осрашыуҙар үтеп тора, уның фәнни асыштары, әҙәби ижады, тормош юлы хаҡында ифрат юғары фекерҙәр әйтелә килә. Бөтә донъяға танылған бөйөк шәхестең ғүмер юлына байҡау яһаусыларҙың да иҫәбе-хисабы юҡ.

 

Ваҡыт бизмәне ғәҙел

 

Шуныһы мәғлүм: Жәлил Ғиниәт улы үҙ заманында ғилми хеҙмәттәрен баҫтырып сығара алмай ыҙа сиккән. Нәшриәт буяуының еҫе аңҡып торған китапты ҡулына алыу ғалим өсөн иң ҙур шатлыҡ булыуы һәр кемгә билдәле. Әммә бындай бәхеттән ул мәхрүм була. Быны ғалим бик ауыр кисерә. Ҙур сығымдар менән шаулатып юбилейҙарын үткәргәнсе, уның хеҙмәттәрен яңыртып, яҡты донъяға сығарыу мөһимерәк һәм дөрөҫөрәк булмаҫ инеме, тигән фекер ҙә тыуып ҡуя күңелдә.

Жәлил ағай мәрхүм булғас, ниһайәт, “Туғандар һәм таныштар” романы нәшер ителде. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ ижад ителгән, 1946 йылда Яҙыусылар союзында тикшерелеп, нәшриәткә тәҡдим ителгән роман әҙәбиәт белгесе, ғалим һәм яҙыусы Әнүр Вахитов тарафынан эшкәртелеп, 1975 йылда баҫылып сыға. Был романы өсөн республика уҡыусылары, ғалимдың туғандары, ғаиләһе һәм райондаштары рәхмәт әйтә. Күренекле әҙәбиәт белгесе, яҙыусы Жәлил Ғиниәт улының ижади мираҫын төпсөп өйрәнгәндән һуң ошондай фекер үткәрә: “...Бөтә хикәйәләрен, әкиәттәрен, повесты һәм очерктарын, шулай уҡ иң яҡшы шиғыр, тәржемә һәм ҡобайырҙарын туплап, “Туғандар һәм таныштар” романы менән бергә ике том­лығын сығарырға кәрәк ине...” Шулай уҡ бөтә донъя күләмендәге лингвистар ҙа күптән ғалимдың фәнни хеҙмәттәренең тулы йыйынтығын күрергә теләй.

“...Жәлил аға, тюркология буйынса ҙур эштәр башҡарып, Совет урал-алтаистика ғилемен тыуҙырыу юлында үҙенең ваҡы­тын, сәләмәтлеген, хатта тормошон да ҡыҙғанманы. Совет урал-алтаисти­каһына нигеҙ һалды”, – тип яҙҙы яҡын фекерҙәше һәм дуҫы М.3. Зәкиев. Ғалимдың бөтә донъя­ла танылыу алған “Урал-алтай тел ғилеменә инеш” исемле хеҙмәте, үҙе мәрхүм булғандан һуң, 1972 йылда ғына донъя күрҙе. И.Ғ. Илешевтең тырышлығы менән 1996 йылда ғалимдың “Основы исторической грамматики урало-алтайских языков” тигән төплө китабы нәшер ителде. Был ҡатмарлы хеҙмәтте өр-яңынан ҡарап сығыу, ҡараламаларын мөхәррирләү өсөн Илешевкә өс йыл ваҡыт кәрәк була. Бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған ғилми хеҙмәткә рецензияны күренекле лингвистар, академиктар П.А. Аристэ, Б.А. Серебренников, профессорҙар Н.А. Баскаков, М.3. Зәкиев яҙа. Ниһайәт, ҡоро көндә ямғыр көткәндәй, Ж.Ғ. Кейекбаевтың был китабы ташҡа баҫыла. Сиге булмаған эште баш­ҡарып сыға алыуына шатланған йәш ғалим, китап сыҡҡас, сәскә алып, мәшһүр ғалимдың ҡәберенә йүнәлә:

– Хөрмәтле Жәлил аға, бына китабыңды яныңа алып килдек. Үҙең иҫән саҡта уны сығара алмағайның. Бына хеҙмәтең донъя күрҙе, иншалла! Ул йәшәй! Рухың байып, тағы ла шатланып ҡайтһын, исмаһам! – ти.

Күҙҙәренә йәш алған ғалим остазының баш осона яңы сығарған китабын һәм сәскә һала, һәр кемгә билдәле ки, мәрхүмдәргә дан-шөһрәт тә, маҡтау ҙа, наградалар ҙа кәрәк түгел, әммә улар беҙгә һәм киләсәк быуынға кәрәк.

Шәхестәребеҙҙе үҙҙәре иҫән саҡта, үҙ аяҡтары менән ерҙә атлап йөрөгәндә, тәрән ғилми бураҙналар аҡтарғанда ҡәҙерләп, күтәреп өлгөрһәк ине, тип уйларға ҡала. Ғалимдың вафатынан һуң 50 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә китте. Әммә барлыҡ лингвистарҙың теләге булған баҫма – ғилми хеҙмәттәренең тулы йыйынтығы әле булһа уҡыусыға килеп етә алғаны юҡ.

Жәлил Ғиниәт улының тел ғилеме донъяһында абруйы сикһеҙ ҙур булыуы һәммәбеҙгә мәғлүм. Мәҫәлән, ул үҙе иҫән сағында Ленинград СССР Фәндәр акаде­мияһының мөхбир-ағзаһы, Азия халыҡтары институты профессоры Андрей Николаевич Кононовты 15 көнгә төркиәтселектең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған темаға башҡорт-татар бүлектәре студенттарына махсус курс уҡырға саҡыра. Даны сыҡҡан төркиәтсе менән яҡындан танышыу, аралашып, киләсәккә пландар ҡороу маҡсаты менән арҙаҡлы ғалим Өфөгә килергә ризалыҡ бирә. Әммә, Жәлил Ғиниәт улының вафат булыуы хаҡында ишеткәс, хатта БДУ ректоры хат яҙып саҡырыуға ҡарамаҫтан, Кононов килеүҙән баш тарта. Ваҡыт бизмәне ғәҙел: ул донъяға танылған ғалимдың үҙе иҫән сағында хеҙмәттәренә тейешле баһа бирелмәүенә шаһитлыҡ ҡыла түгелме? Бөгөн бөйөк ғалимдың башҡорт телен генә түгел, барлыҡ төрки, урал-алтай телдәрен ентекле өйрәнгән, уларҙың алға әйҙәүсеһе булған­лығын һәммәбеҙ ҙә таныйбыҙ.

 

Теле барҙың иле бар

 

Эйе, дүрт тиҫтәнән ашыу тел белгән, ысын мәғәнәһендә полиглоттың – остазы­быҙҙың исем-шәрифе халыҡ күңелендә. Шөкөр, заманында ул ғилми йәһәттән нигеҙ һалып киткән башҡорт теле үҫешеүҙән туҡтамай: дәүләт теле статусына лайыҡ булды, тиҫтәләрсә телсе-ғалимдар, шағирҙар, прозаиктар, драматургтар, публицистар, бына тигән новатор-уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре республиканың даны булып үҫте.

“Их, әйҙәүсең булһын ине ул...” – Жәлил ағайҙың хәсрәттәр йотоп, сарсап, уфтанып әйткән һүҙе. Эйе, хаҡ фекер. Ни тиклем ауырлыҡтар кисермәһен, ул үҙе алға әйҙәүсе, башҡорт тел ғилеменең юл ярыусыһы, атаһы булды. Күп осҡан ҡоштарҙың ҡанаттары тиҙ туҙа. Шуның кеүек, Жәлил Ғиниәт улының йөрәге лә сикһеҙ талпыныуҙарҙан иртә туҙҙы. Бер ҡалаҡ бал йыйыр өсөн бал ҡорттары меңәр сәскәгә ҡуныуын күҙ алдына ла килтермәйбеҙ, балдың ысын баһаһын да онотабыҙ түгелме?! Ғалимдың хеҙмәттәре лә нәҡ шундай бер мискә татлы бал һымаҡ. Ғилемен һоҫоп алабыҙ ҙа, уға күпме көс, йоҡоһоҙ көндәр, төндәр сарыф ителгәнен, күтәрә алмаҫлыҡ хеҙмәт түгелгәнлеген уйлап та тормай, ҡуллана бирәбеҙ.

Һау-сәләмәт сағында тынғыһыҙ ғалим-педагог, яҙыусы һәм әүҙем йәмәғәтсе Жәлил Ғиниәт улы бер эштән дә ситтә ҡала белмәне. Азия һәм Африка илдәре теләктәшлегенең Совет комитеты ағзаһы, БАССР Юғары Советы депутаты булып һайланды. Уның фиҙакәр хеҙмәте Ленин һәм “Почет Билдәһе” ордендары менән баһаланды, “Башҡортос­тандың атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. 1942 йылдан – СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ж.Ғ. Кейекбаев тиҫтәнән ашыу филология фәндәре кандидатын әҙерләй, республи­калағы фән учреждениеларының ғилми эштәрендә туранан-тура ярҙам итә, Рәсәй һәм башҡа күрше, сит илдәрҙең төрлө юғары уҡыу йорттары һорауы буйынса лекциялар уҡый, фәһемле фәнни-ғәмәли конфе­ренцияларҙа, форумдарҙа докладтар менән сығыш яһай. Тиҫтәләрсә китап, йөҙләгән шиғыр, мәҡәлә, очерк, һүрәтләмә, сығыш, докладтар, интервьюлар – уның киң ҡоласлы ғилеме һәм уҡымлы әҙәби ижады бөгөн дә көнүҙәк. Ваҡытында Ж.Ғ. Кейекбаевтың киң диапазонлы ғилми һәм әҙәби ижадына ҡарата төплө фекерҙәр әйтелә, анализ бирелә.

Шуларҙың береһенә генә иғтибар итке килә. Талантлы тел ғалимы Вәли Шәғәле улы Псәнчин бөйөк тел белгесе һәм ижадсы Жәлил Ғиниәт улы хаҡында үҙенең “Исемдәре ҡалды илендә” мәҡәләһендә: “...Жәлил Кейекбаев һәр эштә тәүәккәл, киң һәм яңыса ҡарашлы, күп белемле, һәр саҡ яғымлы, алсаҡ, олоға ла, кесегә лә берҙәй мөләйем кеше, төрлө йүнәлештә эшләгән арҙаҡлы ғалим ине. Ул минең хәтерҙә ана шулай кешеләрҙә һирәк була торған бөтә гүзәл сифаттарҙы үҙендә берләштергән, бер үк ваҡытта бөйөк тә, ябай ҙа шәхес булып ҡалды. Уның ябайлығына ла бөйөклөк хас ине шул”, – тип нарыҡлай үҙенең уҡытыусыһын. Йөрәк түренән әйтелгән был һағыш һүҙҙәрендә хаҡлыҡ һәм оло ихтирам ярылып ята. Башҡорттоң бөйөк ғалимы хаҡындағы яҡты хәтирәләрҙе йыйһаң, үҙе бер китапҡа торошло, артабан да шулай булыуын теләйек!

Туған телдең бөйөклөгөн мәңгелеккә илтеүҙәге сикһеҙ ҙур роле уҡытыусыбыҙҙың үҙен дә халыҡ ихтирамының иң юғары, яҡты һәм изге рух йондоҙона илтә. Бындай шәхестәр быуатҡа бер тыуа! Бөйөк төркиәтсе, башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың бюст-һәйкәле, БДУ-ның иң матур ерендә урын алып, студенттарға тура ҡарап: “Теле барҙың иле бар, мырҙалар!” – тип өндәшкәндәй булһын ине.

 

Рәүеф ШАҺИЕВ,

филология фәндәре кандидаты, профессорҙың студенты.

Читайте нас