

Бишбүләк районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сиҙәкбаш ауыл мәҙәниәт йортонда булды. Йыл һайын бында төрлө күп кеше ҡатнашҡан мәҙәни саралар үтә, уларҙың күбеһе ауыл менән райондың йөҙөк ҡашына әйләнгән. Клубта бөтәһе 16 үҙешмәкәр ижади коллектив шөғөлләнә. Уларҙың береһе – “Санлах” драма театры (етәксеһе - Инна Никифорова) 2018 йылда сыуаш халыҡ театр коллективы тигән исем алған.
Сиҙәкбаш мәҙәниәт йорто бинаһын 1994 йылда төҙөгәндәр һәм шунан бирле бер тапҡыр ҙа ремонтламағандар. Быйыл капиталь ремонт үткәреү өсөн 3,5 миллион һум аҡса йүнәлткәндәр. Был аҡсаға ҡыйыҡты ремонтлағандар, йылытыу системаһын яңыртҡандар, өлөшләтә тәҙрәләрҙе алмаштырғандар.
Быйыл 8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығының "тура бәйләнеш"е барышында Радий Хәбировҡа Сиҙәкбаш мәҙәниәт йорто етәксеһе Инна Никифорова мөрәжәғәт итте һәм учреждениела капиталь ремонтты тамамлауҙа ярҙам һораны. Радий Фәрит улы был маҡсатҡа тағы ете миллион һум аҡса табырға ҡушҡайны.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, 2022 йылда был аҡсаға бинаның фасадын тәртипкә килтерәсәктәр һәм эске бүлмәләр ремонтланасаҡ. Ә 2023 йылда “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” федераль проекты буйынса клубтың матди-техник йыһазландырылыуы яҡшыртыласаҡ.
– 2023 йылды көтөргә кәрәкмәй. Тәҡдимдәр әҙерләгеҙ, беҙ кәрәкле аҡсаны бүләсәкбеҙ. Киләһе йылдан уҡ ремонт менән бергә матди базаны ла яңыртырға кәрәк, ижади ауыл кешеләре өсөн уңайлы шарттар булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Бында шөғөлләнгән һәләтлеләргә мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ.
Төбәк етәксеһе ауыл мәҙәниәт йортонда үҙешмәкәрлекте үҫтереү өсөн булдырылған шарттарҙы баһаланы, китапхана менән тамашалар залын ҡараны, шулай уҡ ижади коллективтарҙың репетицияһында булды.
Сиҙәкбаш мәҙәниәт йортонда Радий Хәбиров урындағы артистар һәм ауыл халҡы менән аралашты. Ауылда 500-ҙән ашыу кеше йәшәй.
Ауыл халҡы төбәк етәксеһенән ауылдарына килтергән юлды ремонтлауҙы һораны. Радий Хәбиров, “Башкиравтодор”ға юлды тәртипкә килтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушасаҡмын, тине.
Шулай уҡ ауыл кешеләре һорауы буйынса бында фельдшер ҙа киләсәк.
Полилингваль белем биреү учреждениелары тураһында фекер йөрөтөп, Радий Хәбиров, республикала башҡорт һәм татар телдәрен тәрән өйрәнеү буйынса гимназиялар бар, тине. Мишкә районында мари телен өйрәнеүгә тәғәйенләнгән гимназияны проектлай башлағандар. Тағы бер полилингваль гимназияны, Радий Хәбиров Бишбүләк йәки Бәләбәй районында төҙөргә тәҡдим итте. Унда иһә сыуаш теле тәрән итеп өйрәнеләсәк.
Радий Хәбиров менән ауыл халҡы тағы бер мөһим тема – ауыл хужалығына ярҙам тураһында һөйләште. Киров исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы рәйесе Александр Тихонов ауыл хужалығы етештереүселәренә субсидиялар түләү мәсьәләһен күтәрҙе.
– Аграрийҙар алдында булған бөтә йөкләмәләрҙе лә үтәйбеҙ, бының өсөн бюджетта аҡса бар, – тине Радий Хәбиров. – Ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу, етештереүҙе киңәйтеү, кадрҙар әҙерләү буйынса пландарығыҙҙы туҡтатмағыҙ. Беҙ артабан да планға ярашлы ауыл хужалығы тармағына ярҙам итәсәкбеҙ.
Сиҙәкбаш ауылында Радий Хәбиров урындағы фермер Юрий Митрофановтың бағыр хужалығында булған. Ауыл хужалығы тармағына ул 1998 йылда килгән, ә туғыҙ йыл үткәс, үҙенең агробизнесын үҙгәрткән һәм балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнергә ҡарар иткән.
Бағыр фермаһында каскад менән биш быуа урынлашҡан: уларҙың дүртәүһендә бағыр, берәүһендә һаҙан үрсетәләр. Юрий Митрофанов белдереүенсә, ул быйыл Краснодар крайынан 20 мең ыуылдырыҡ һатып алған. Уларҙың бөтәһе лә тиерлек ҙур балыҡ булып үҫкән һәм ауырлыҡтарын арттырыуҙы дауам итәләр. Балыҡты үрсетеү өсөн фермер үҙе етештергән мал аҙығын файҙалана.
Һуңғы ике йылда бағыр хужалығына 10 меңдән ашыу кеше килгән, улар үҙ ҡулдары менән 6,5 тонна балыҡ тотҡан. Бында кешеләр ғаиләләре һәм компаниялар менән башҡа райондарҙан, Татарстан һәм Ырымбур яҡтарынан да килә.
– Беҙҙе туристик навигация билдәләре, социаль селтәрҙәге реклама буйынса табалар. Был тиклем ҡунаҡтар килер тип үҙебеҙ ҙә көтмәгәйнек, – ти етәксе. – Төп проблема – ҡунаҡ йорттарының булмауы. 2020 йылда федераль бюджеттан эске һәм сығыу туризмын үҫтереү өсөн субсидияға документтар биргәйнек, тик балдар етмәне. 2022 йылға ошо тема буйынса башҡа грант конкурстарында ҡатнашыу өсөн йәнә документтар әҙерләйбеҙ.
Радий Хәбиров профилле министрлыҡтарға ауыл хужалығы эшҡыуарҙарына үҙҙәренең агробизнесын киңәйтеү, туристар һәм ял итеүселәр өсөн шарттар булдырыуға ярҙам күрһәтеү сараларын ҡарарға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.