

Сираттағы һылыуыбыҙ Гөлнәзирә Мәмбәтова Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында тыуған.
Бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ, нескә күңелле була ул. Ата-әсәһенең бейегәнен күреп үҫкән кескәй ҡыҙсыҡ күңелендә бейеү сәнғәтенә лә һөйөү уяна. "Сулпылар" йыр-моң бәйгеһе – тәүге ҙур һынауҙарының береһе.
Петропавловск-Камчатск ҡалаһында йәшәгән сағында "Фантазия" ансамблендә бейей. Камчатка өлкәһенең төрлө ҡалаларында уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Аҙаҡ Башҡортостанға ҡайтып, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыған осорҙа ла төрлө мәҙәни, спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Еңел атлетика, баскетбол менән шөғөлләнә.
Тормошон табип һөнәре менән бәйләргә теләп, Мәскәү ҡалаһына уҡырға инә.
"Сит илдәргә сәйәхәт ҡылып, был донъяның матурлыҡтарын үҙ күҙҙәрем менән күрергә теләйем", ти Гөлнәзирә. Дизайн, тегеү, бешеренеү курстарын үтеп, яҡындарын тәмле аштары менән һыйларға, тирә-яғында матурлыҡ булдырырға хыяллана.
Фото Г. Мәмбәтованың шәхси архивынан.