Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Декабрь 2021, 16:00

"Ҡыҙыл паша" йәнә сәхнәгә сығасаҡ

Арҙаҡлы совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың Дүсән ауылындағы йорт-музейында Радий Хәбиров ниҙәр хаҡында белдерҙе? 

"Ҡыҙыл паша" йәнә сәхнәгә сығасаҡ"Ҡыҙыл паша" йәнә сәхнәгә сығасаҡ
"Ҡыҙыл паша" йәнә сәхнәгә сығасаҡ

Бөгөн Бишбүләк районында булған саҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дүсән ауылында арҙаҡлы совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың йорт-музейында булды.

Музей айырым торған 110 квадрат метрлыҡ ағас йортта урынлашҡан. Уның фондында арҙаҡлы “Ҡыҙыл паша”ның эшмәкәрлегенә арналған 1346 экспонат һаҡлана. Музей залдары Кәрим Хәкимовтың бала сағы, мәҙрәсәлә һәм Томск ирҙәр гимназияһында уҡыуы тураһында һөйләй. Бындағы шәхси әйберҙәре араһында уның дуҫтары Граждандар һуғышындағы хәтирәләргә арнап бүләк иткән портфель бар. Көнсығышта дипломатик миссияһы ваҡытындағы үҙенсәлекле фотоларҙы күрергә була. Шулай уҡ Кәрим Хәкимовтың ҡулға алыныр алдынан төшкән һуңғы фотоһүрәте лә һаҡлана бында.

Арҙаҡлы дипломаттың тыуыуына 130 йыл тулыуға арнап, музей янында урынлашҡан Күп функциялы мәҙәни үҙәктә заманса мультимедиялы экспозиция асырға йыйыналар. Юбилей 2022 йылда буласаҡ.

– Билдәле булыуынса, әле әүҙем рәүештә онотолған исемдәрҙе кире ҡайтарабыҙ, республиканың арҙаҡлы шәхестәренә хөрмәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Кәрим Хәкимов – ғәжәйеп яҙмышлы кеше. Ул илебеҙ тарихына йәш Совет дәүләтенең Яҡын Көнсығышта мәнфәғәттәрен яҡлаусы уңышлы вәкил булараҡ ингән, Сәғүд Ғәрәбстаны короленең дуҫы булған. Кәрим Хәкимовты репрессиялағандан һәм атҡандан һуң, беҙҙең илдең оҙаҡ ваҡыт Сәғүд Ғәрәбстаны менән дипломатик мөнәсәбәттәре өҙөлөп торған. Ни өсөн тигәндә, король ғаиләһе ныҡ үпкәләгән, улар СССР менән ғәрәп донъяһын яҡынлаштырыу өсөн күпте эшләгән кешене тыуған илендә ғәҙелһеҙ ғәйепле иткәндәр тип иҫәпләгән, – тине Радий Хәбиров. – Өфөлә Кәрим Хәкимовтың ҙур музейын булдырабыҙ, уны киләһе йылда, дипломаттың тыуыуына 130 йыл тулғанда, асырға планлаштырабыҙ. Шуға күрә көстәрҙе берләштерергә кәрәк.

Төбәк етәксеһе Мәҙәниәт министрлығына Дүсән ауылында Кәрим Хәкимовтың йорт-музейын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә “Ҡыҙыл паша” спектаклен тергеҙергә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас