Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Декабрь 2021, 10:30

Билдәле режиссер Өфөгә ни өсөн килгән?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда кинорежиссер, сценарист һәм продюсер Тимур Бекмамбетов менән осрашты. 

Билдәле режиссер Өфөгә ни өсөн килгән?Билдәле режиссер Өфөгә ни өсөн килгән?
Билдәле режиссер Өфөгә ни өсөн килгән?

Унда “Елки-8” фильмының Өфөлә үткән премьера алды күрһәтеүе тураһында һүҙ барҙы. Белеүебеҙсә, был дауамлы фильмдың бер эпизоды баш ҡалабыҙҙа төшөрөлгәйне.

Шулай уҡ осрашыу барышында яңы проекттарға ярашлы хеҙмәттәшлек итеү юлдары ҡаралды. Сарала БР Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, “Муха” анимация студияһы директоры Артур Абдрахманов һәм рәссам Камил Буҙыҡаев ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тимур Бекмамбетовтың проекттарында Өфөнөң беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмауын билдәләне.

– Беҙ һеҙҙең фильмдарығыҙҙы күҙәтеп барабыҙ, уларҙың геройҙары араһында Башҡортостан кешеләренең дә булыуы ҡыуаныслы, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә лә анимация өлкәһендә көслө белгестәр, яҡшы мөмкинлектәр бар, шуға күрә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында ла уйларға мөмкин.

Тимур Бекмамбетов осрашыу алдынан “Муха” студияһының ижади майҙансығында булып, коллективтың эшмәкәрлеге менән танышыуы тураһында әйтте.

– Анимация фильмдары ике төшөнсәгә таяна: беренсеһе – фондар һәм текстура, был йәһәттән Артур Абдрахманов һәм “Муха” студияһы коллективы бик уңышлы эшләй; икенсеһе – персонаждар һәм уларҙың экрандағы тормошо, – тип билдәләне Тимур Бекмамбетов. – Анимация өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләү буйынса ниәттәребеҙ бар. Әлбиттә, яңы проекттарға ярашлы, “Муха” студияһы менән дә берҙәм хеҙмәттәшлек юлдарын ҡарайбыҙ,

Фото һәм сығанаҡ: glavarb.ru  

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас