Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Декабрь 2021, 08:00

Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу һағындырған

Сараға йән атып килгән күсейҙәр “Ҡыҙыл башмаҡтар” хикәйәһенән өҙөк сәхнәләштереп, залда ултырыусыларҙың күңелен тетрәтте.

Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу һағындырғанХалыҡ яҙыусыһы менән осрашыу һағындырған
Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу һағындырған

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Башҡорт теле көнөнә ҡарата бай йөкмәткеле сара уҙҙы. Унда БР халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҡташыбыҙ Таңсулпан Ғарипованың ҡатнашыуы ҙур мәртәбә булды. Әҙибә менән осрашыуға райондың төрлө ауылдарынан, ҡаланан әҙәбиәт һөйөүселәр, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе, “Игебай мәктәбе” клубы ағзалары, ағинәйҙәр, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе ветерандары, китапханасылар, башҡорт теле уҡытыусылары, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары килде.

Таңсулпан Ғарипова - 90-сы йылдарҙа мәктәптәргә, балалар баҡсаларына туған телебеҙҙе индереүгә, Учалыла башҡортса район гәзите сығарыуға, Сибай телевидениеһының башҡорт редакцияһы эшмәкәрлегенә күп көс һала, мәғрифәтселек өлкәһендә ең һыҙғанып эшләй. Ижадсы, яҙыусы булараҡ иһә тиҫтәләгән йылдар халыҡтың, милләттең аңын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.

Яҙыусы телгә, милләткә ҡағылған мәсьәләләргә туҡталды, ижадына бәйле бирелгән һорауҙарға яуап бирҙе. Осрашыу барышында китапхана тарафынан ижадсы балалар араһында иғлан ителгән “Сәләмәт рух” район конкурсына йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр тәбрикләнде. Еңеүселәр дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәрҙе Таңсулпан Ғарипова ҡулынан алып һөйөндө. Әйткәндәй, конкурста ҡатнашыусыларҙың күптәренең эше әҙибә ижадына арналғайны.

Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәре буйынса китап уҡыусылар конференциялары, әңгәмәләр, түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙәр, китапхана дәрестәре, йылы осрашыуҙар ойошторола. Быйыл Баймаҡ китапханаһы ауыл биләмәләре араһында иғлан иткән “Сәләмәтлек көндәлеге” район конкурсы сиктәрендә бер нисә ауылда, шул иҫәптән Күсейҙә лә, яҙыусының әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде. Осрашыуға йән атып килгән күсейҙәр “Ҡыҙыл башмаҡтар” хикәйәһенән өҙөк сәхнәләштереп, залда ултырыусыларҙың күңелен тетрәтте. Күсей ауыл китапханасыһы Вилиә Латипова әҙибәгә ауылдаштарының ҡайнар сәләмен еткерҙе.

Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыллыҡҡа, Башҡорт теле көнөнә, Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған сара һәр кемдең күңеленә хуш килде. Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре Сөмбөл Юлбахтина, Илнур Аслаев, Ғәлинур Ҡарасуриндың, Балалар ижады үҙәге фольклор берекмәһе тәрбиәләнеүселәренең, “Шатлыҡ” берекмәһе йәш сәсәндәренең, мәғариф ветераны Ғәйниямал Ишалинаның, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты Яҙгөл Иҙелбаеваның, “Йондоҙло” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Басир Сәфәрғәлиндең рухлы, шиғри-моңло сығыштары кисәгә йәм, дәрт өҫтәне.

Баймаҡ китапханаһы директоры Зилә Мортазина Башҡорт теле көнөнә арналған сараға мәртәбә өҫтәп килгәне өсөн Таңсулпан Ғариповаға, сарала ҡатнашыусыларға, “Сәләмәт рух” конкурсы еңеүселәргә оло рәхмәт белдерҙе. Йылы һәм йәнле осрашыу Рәми Ғариповтың данлыҡлы “Туған тел” шиғырына яҡташыбыҙ, һәүәҫкәр композитор Борис Хәйретдинов ижад иткән йырҙы бергәләп башҡарыу менән тамамланды.

Ошо уҡ көндә Түбә урта мәктәбендә халыҡ яҙыусыһына арналған кабинет асылды. Әйткәндәй, Таңсулпан Ғарипова Түбә мәктәбендә лә белем ала.

Фото һәм сығанаҡ: "Читающий Баймак" төркөмө сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас