Республикала “Башҡортостан Республикаһының ауыл мәктәптәре тарихы” интерактив музей экспозицияһын төҙөү буйынса яңы проект ғәмәлгә индерелде.
Ул “Һәләтле балалар” социалләштереү һәм үҫеш үҙәге тарафынан Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
Стратегик тикшеренеүҙәр институтының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, проект мәғлүмәт-коммуникация технологияларын әүҙем ҡулланыуға йүнәлтелә. Уны төҙөүселәрҙең фекеренсә, интерактив музей селтәрҙә мәғлүмәт киңлеген үҫтереүгә, шулай уҡ мәктәп музейҙары фондтарының электрон базаһын байытыуға булышлыҡ итәсәк. Интерактив картала тотош мәғариф һәм һәр айырым мәктәп тарихын күрергә була.
Матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, “интерактив карта – ул бер ресурста тарихи мәғлүмәтте йыйыу алымы. Бындай карта, мәғлүмәт киңлеге элементы булараҡ, аныҡ биләмә менән бәйле мәғлүмәт сығанаҡтары араһында аралашсы буласаҡ, ошо мәғлүмәттәрҙән төрлө быуын вәкилдәре таныша аласаҡ”.
Башҡортостандағы ауыл мәктәптәре тематик яҡтан тарихи, тыуған яҡты өйрәнеү, комплекслы, этнографик, тарихи-әҙәби йүнәлештәрҙә эшләй. Уларҙың күпселеген тарихи музейҙар тәшкил итә.
Музей экспозицияһында мәктәп музейҙары, дәүләт һәм ведомство музейҙары коллекцияһынан экспонаттар, тарихи документтар һәм фотолар, башҡа ҡыҙыҡлы материалдар, артефакттар тупланасаҡ.
Фото: bashinform.ru/s/news