Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Декабрь 2021, 18:30

Әлиәнән - бәхет серҙәре

Ул матурлыҡ салоны асып, ниндәй ниәтен тормошҡа ашырмаҡсы?

Әлиәнән - бәхет серҙәреӘлиәнән - бәхет серҙәре
Әлиәнән - бәхет серҙәре

"Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашҡан сираттағы бәйгесебеҙ Әлиә Сөләймәнова сығышы менән Дүртөйлө районының Аташ ауылынан. Күңеле йыр-моңға тартылған, балаларҙы яратҡан ҡыҙ тәрбиәсе һөнәрен һайлаған.

Педагогия колледжын тамамлағас, йәш белгес балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын башлай. “Бәләкәстәр донъяһы ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та. Һәр бала үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ, үҙенә генә хас ғәмәлдәр өсөн тыуа”, – ти ул.

Заман талабы йәштәргә, бер урында тороп ҡалмайынса, төрлө йүнәлештәрҙе үҙләштерергә, артабан үҫергә мәжбүр итә. Өфөгә күскәс, Әлиә үҙе өсөн яңы өлкәне өйрәнә башлай - матурлыҡ индустрияһы нескәлектәренә төшөнә. Ҡатын-ҡыҙҙың күңел донъяһы ла, тышҡы ҡиәфәте лә матур булырға тейеш, шул саҡта ғына ул үҙен бәхетле, тулыһынса камил тоясаҡ, тигән фекерҙә ул. Бәхетле ҡатын-ҡыҙ иһә ғаиләһенә, яҡындарына йылы нур бөркөп йәшәйәсәк. Әлиәнең хыялы – матурлыҡ салоны асып, гүзәл заттарға бөхтә, тәрбиәле булырға ярҙам итеү.

"Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашҡандар өсөн гәзиттең төркөмөнә инеп тауыш биреүегеҙ һорала.

Фото Ә. Сөләймәнованың шәхси архивынан. 

Автор:Разиля Абзгильдина
Читайте нас