

Лилиә Әһлиуллина Дәүләкән районының Мәкәш ауылында донъяға килгән. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлап, әлеге көндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләп йөрөй.
Лилиә БДУ-ла уҡыған йылдарында әүҙем студенттарҙы берләштереп, өс йыл дауамында профбюро рәйесе вазифаһын башҡара, параплан клубына йөрөй, үҙен осоусы ролендә һынап ҡарай. Был ғына түгел, ул ике ай Себер тайгаһында йәшәп, археологик ҡаҙыныуҙарҙа ҡатнаша.
Ҡыҙ сәйәхәт итергә ярата – Италия ҡалаларын бер үҙе гиҙеп сыға, ошо илдә өс ай стажировка үтә.