

Динара Кашапова - Октябрьский ҡалаһы ҡыҙы. Туризм өлкәһендә эшмәкәрлек алып бара, "Бөрйәнгә барабыҙ" туристик фирмаһын булдырған.
Тырыш, уңған Динара ике юғары белемгә эйә, ике ҡыҙыл дипломы бар. "Һөнәрҙәрем буйынса хыялдарымды бойомға ашырам – туризм өлкәһендә эшләйем, немец һәм инглиз телдәрен дә уҡытам", – ти ул.
Динара йәмәғәт эштәренә лә өлгөрә – ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары буйынса ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша. Йәй көндәрендә Өфө һәм Галле ҡалаларында уҙған "Ҡатын-ҡыҙһыҙ дәүләт төҙөү мөмкин түгел" исемле күргәҙмәне ойоштора. Рәсәй кимәлендә туризм өлкәһендәге белгестәр араһында ойошторолған "Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары" бәйгеһендә ҡатнашып, ярымфиналға сыҡҡан.
Динара оҙаҡ йылдар "Шүлгәнташ"та экскурсовод булып эшләгән, ҡурсаулыҡ менән бәйләнешен бөгөн дә өҙмәй – йәй осоронда унда "Аҡ тирмә" кафеһын асҡан.
Һәр ғәмәлдә өлгөр бул, ул саҡта тормош һинең тирәләй өйөрөлә башлар тигән девиз менән йәшәй өлгөр яҡташыбыҙ.
"Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашҡандар өсөн гәзиттең төркөмөндә тауыш бирергә саҡырабыҙ.
Фото Д. Кашапованың шәхси архивынан.