

Оҙон сәс – матурлыҡ, нәзәкәтлелек, уңғанлыҡ билдәһе. Теҙҙәренә тиклем толом үҫтергән ҡыҙҙар хәҙер бик һирәк осрай. Ә бит элек-электән оҙон сәс ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлеген билдәләй, тышҡы һәм күңел донъяһын сағылдыра тип һаналған.
Алтынай Ислам ҡыҙы Баймөхәмәтова – баш ҡалабыҙ Өфөнән. “Беҙҙең ғаилә башҡорт йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып йәшәргә тырыша. Халҡыбыҙға хас сифаттар миңә лә яҡын. Башҡорт ҡыҙының нескәлеген, гүзәллеген уның толомдары сағылдыра тип иҫәпләйем. Әсәйемдең дә, минең дә сәстәребеҙ оҙон. Минекен бер йәшемдән алып ҡайсы тейҙермәй тәрбиәләйбеҙ“, – ти ул.
Бәләкәйҙән тырыш, талапсан, маҡсатлы була Алтынай. Фәрит Камай исемендәге музыка мәктәбенең фортепиано класын тик “бишле“ билдәләренә тамамлай. Йырларға, думбырала уйнарға ярата.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын алтын миҙалға тамамлай. Әле - Өфө дәүләт нефть техник университетының беренсе курс студенты. “Математика, физика фәндәрен яратып уҡыуым техник юғары уҡыу йортона алып килде. Киләсәктә нефть һәм газ буйынса геолог буласаҡмын. Был һөнәрҙе һайлауға атайым менән ағайым үрнәк булды. Киләсәктә республикама кәрәкле белгес булып, ҡуйған маҡсаттарыма өлгәшермен тип ышанам“.
"Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашыусылар өсөн гәзитебеҙҙең төркөмөндә тауыш биреүегеҙ һорала.
Фото А. Баймөхәмәтованың шәхси архивынан.