Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Декабрь 2021, 05:00

Маҡсатлы Бөрйән һылыуы

Нәргизә үҙенә ниндәй маҡсат ҡуйған? 

Маҡсатлы Бөрйән һылыуыМаҡсатлы Бөрйән һылыуы
Маҡсатлы Бөрйән һылыуы

Нәргизә Илдар ҡыҙы Ғәбитова уҡытыусылар ғаиләһенән.  ”Әсәйемдең  сәхнәгә булған һөйөүе миңә лә күскән, бала саҡтан ул миңә бик күп бейеүҙәр өйрәтте һәм мин төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым. Шулай уҡ һүрәт төшөрөүгә әүәҫлек тә унан килә. Быйыл районда үткәрелгән "Һылыуҡай"ҙа ла гран-при яуланым", – тип яҙа сираттағы ҡатнашыусыбыҙ.

Нәргизә бәләкәй саҡтан спортҡа ылығып үҫә. Физкультура уҡытыусыһы булған атаһы саңғы ярыштарына алып йөрөй. Ныҡышмал ҡыҙ бында ла беренсе урындарҙы яулап килә. 

Артабан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһына уҡырға инеп, яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Технолог һөнәрен һайлап Өфө сауҙа-иҡтисад колледжына уҡырға инә. Әлеге ваҡытта һуңғы курста уҡып йөрөй.

Киләсәктә Нәргизә Башҡорт дәүләт аграр университетында юғары белем алып, үҙ бизнесын асыу теләге менән яна. "Республикама яҡшы, кәрәкле белгес булып хеҙмәт итеү – минең тормоштағы маҡсатым", ти ул

 

"Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашҡандар өсөн төркөмөбөҙҙә тауыш биреүегеҙ һорала.

Фото Н. Ғәбитованың шәхси архивынан.

Автор:Разиля Абзгильдина
Читайте нас