

Башҡорт теле көнөндә Өфөнөң “АРТ-квадрат” майҙанында II “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсын ябыу тантанаһы үтте. Быйылғы еңеүселәрҙең исеме билдәләнеп, уларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Билдәле булыуынса, беренсе “Тамға” конкурсы былтыр үткәрелде. Проект традицион милли кейемдең уникаллегенә, этник үҙенсәлектәренә, заманса мода менән ҡатнашлыҡтағы төрлөлөгөнә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Ни өсөн тигәндә, сәхнәлә кейергә тәғәйенләнгән, стилләштерелгән милли кейем боронғо өлгөләрҙе ҡыҫырыҡлай, ә был тарихи кейемдең ни рәүешле булғанын күҙ алдына килтереүҙе торған һайын ҡатмарлаштыра бара.
Башҡорт милли кейеменең уникаллеген, үҙенсәлектәрен һаҡлау һәм өйрәнеүгә республикала булдырылған Милли кейем көнө ярайһы булышлыҡ ҡыла башланы. Артабан ошо йүнәлештәге маҡсатлы эштәргә “Тамға” конкурсы ла юл асты. Ул милли кейем өлгөләрен өйрәнеү һәм тергеҙеү менән шөғөлләнгән оҫталарҙы тупларға, уларҙа традицион башҡорт кейеменә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырырға ярҙам итте.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәре биш номинацияла ҡаралды: “Башҡорттарҙың милли кейеме – реконструкция”, “Заманса автор костюмы”, “Балалар кейеме”, “Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре”, “Традицион башҡорт костюмы аксессуарҙары”. Финалға сыҡҡандар араһында “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында еңеүсе лә билдәләнде – Зөлфиә Насирова. Тауыш биреү конкурстың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә барҙы.
II “Тамға” конкурсы быйыл сентябрь айында башланғайны. 1-2 ноябрҙә һайлап алыу туры үтте. Баһалама төркөмө ике көн дауамында 200-ләп ҡатнашыусының эштәрен ҡараны. Конкурсанттар Италиянан, Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Мәскәүҙән, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан һәм Башҡортостандан ине.
14 ноябрҙә республиканың Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында конкурс эштәрен яҡлау һәм финал өлөшө үтте. Йомғаҡлау турында 36 талантлы автор ҡатнашты.
Еңеүселәрҙе тәбрикләргә сыҡҡан Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков билдәләүенсә, үткән йылда стилләштерелгән кейемдәр күпселекте тәшкил итһә, быйыл милли кейемдең тарихи өлгөләренә ҡарап тергеҙелгән эштәр күп булған. Айырыуса балалар кейеме өлгөләрен күреү шатлыҡлы булды, тип билдәләне ул.
Үҙенсәлекле конкурста 1-се урынға лайыҡ тип “Балалар кейеме”ндә – Зөлфиә Насирова (Өфө); “Заманса автор костюмы”нда – Роза Юлдашбаева (Өфө); “Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре”ндә – Марат Шахаев (Өфө); “Традицион башҡорт костюмы аксессуарҙары”нда – Әлфиә Әхтәриева (Өфө); “Башҡорттарҙың милли кейеме – реконструкция”ла Артур Батыршин менән Айгөл Ғәлиуллина (Өфө) танылды. Бынан тыш, әлбиттә, 2-се һәм 3-сө урындар ҙа үҙ еңеүселәрен тапты. Призлы урындар эйәләре дипломдар һәм аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде. Конкурстан тыш, башҡорт милли кейемен һаҡлау, популярлаштырыуға индергән өлөштәре өсөн ҡайһы бер оҫталарға махсус приздар ҙа тапшырылды.
Йомғаҡлау кисәһенең икенсе өлөшөндә сағыу тамаша – башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ кейеменең төрлөлөгөн, ғәжәйеп матурлығын асҡан коллекцияларын күрһәтеү ойошторолдо. Популяр башҡарыусы Зилиә Бәхтиеваның “Мин башҡортса һөйләшәм” йырына төшөрөлгән клип та барыһының да күңеленә хуш килде.
Проект “Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләте берлеген нығытыу һәм халыҡтарҙың этно-мәҙәни үҫеше” дәүләт программаһы булышлығында тормошҡа ашырыла.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.