

Быйыл донъя күреүенә 25 йыл тулыуҙы билдәләгән “Ватандаш” журналы Ә.-З. Вәлиди исемендәге Республика милли китапханаһының матбуғат баҫмалары бүлеге менән берлектә ошо иҫтәлекле датаға арналған осрашыу уҙғарҙы. Йәнле һөйләшеү “Ватандаш” журналында Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре” тигән темаға арналды.
Сарала халҡыбыҙҙың зыялылары – яҙыусылар, ғалимдар, журналистар һәм китапханасылар ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, түңәрәк өҫтәл ҡунаҡтарының күбеһе – ҡасандыр “Ватандаш” журналында хеҙмәт иткән, ҡанат нығытҡан, баҫмаға бәйле йылы иҫтәлек һәм хәтирәләр һаҡлаған шәхестәр.
– Башҡорт донъяһын яҡтыртҡан, бөтә башҡорттарҙы берләштергән баҫма сығарыу сығарыу хаҡындағы мәсьәлә 1995 йылдың 1-2 июнендә, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында, күтәрелә. 1996 йылдың 26 ғинуарында Министрҙар Кабинеты “Ватандаш” республика журналын сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Шул уҡ йылда тәжрибә булараҡ журналдың өс һаны нәшер итеп таратыла, 1997 йылдан иһә ул ай һайын сыға башлай. – тине сараны асып, журналдың баш мөхәррире Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева.
Артабан сарала ҡатнашыусылар “Ватандаш”тың тәүге мөхәррире академик Ғайса Хөсәйеновты бер минут тын тороп иҫкә алды.
Осрашыу барышында Милли китапхана директоры Марат Миңлеғәли улы Зөлҡәрнәев, БР Милли архивы директоры урынбаҫары Ниязбай Булатбай улы Сәлимов "Ватандаш" журналы мөхәрририәтен сирек быуатлыҡ юбилей менән тәбрикләп, ошо йылдар дауамында баҫманың үҙ концепцияһына тоғро ҡалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
1994–1998 йылдарҙа Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министры булып эшләгән Ғәлим Афзал улы Хисамов журналды ойоштороу тарихы менән таныштырҙы.
– “Ватандаш”тың барлыҡҡа килеүе әле лә күҙ алдымда. Тәүҙә, бәлки, гәзит булыр, тип уйлағайныҡ. Исеменә килгәндә, "Башҡорт донъяһы" тигән вариант та бар ине. Баҫма бөтә донъя башҡорттарының хәлен, йәшәйешен, ынтылышын сағылдырырға тейеш ине, – тине ул. Ғәлим Афзал улы журналды ойоштороуға, уның тәүге йылдарҙағы эшмәкәрлегенә бәйле йылы хәтирәләре менән ихлас уртаҡлашты, тәүге осорҙағы ойоштороу эштәрен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған Миңлеғәле Яҡуповты йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова ла “Ватандаш”та эшләгән йылдарына бәйле матур иҫтәлектәр менән бүлеште. Тап ошо осорҙа ул билдәле “Бөйрәкәй” романының икенсе өлөшөнә тотона һәм әҫәр тәүге тапҡыр “Ватандаш” журналында баҫыла. Әҙәби әҫәрҙең дауамын көткән уҡыусылар журналдың һәр һанын көтөп ала, баҫманың тиражы 8 меңгә тиклем күтәрелә, ҡайһы бер китапханаларҙа журналдың төп нөсхәһен бикләп ҡуйып, бары тик күсермәһен генә ҡулға бирәләр.
Һөйләшеүгә Zoom платформаһы аша йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова ла ҡушылды. Ул Башҡорт Википедияһына мәҡәләләр әҙерләгәндә “Ватандаш”ҡа һылтанмаларҙың бик урынлы булыуы хаҡында айырып әйтте.
– “Ватандаш”ың бар булыуына, милләт трибунаһына әйләнеүенә ныҡ ҡыуанам. Баҫмаға нигеҙ һалыусыларға ла, бөгөн эшләүселәргә лә уның һәр яҡлап та йоғонтоло булыуы, рухи хәҡиҡәтебеҙҙе һаҡлауы өсөн рәхмәт белдерәм, – тине филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева һәм журналды тағы ла уҡымлыраҡ итеү буйынса тәҡдимдәр индерҙе.
2000–2012 йылдарҙа журналдың баш мөхәррире булып эшләгән Фәрит Әхмәҙиев әле лә уның тоғро дуҫы булып ҡала.
– Баш мөхәррир булып эшләгән осоромда баҫманы бөтә Рәсәйҙә танытыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Төрлө конкурстарҙа ҡатнаштыҡ, уңыштарыбыҙ ҙа байтаҡ булды. Журналда эшләгән йылдарым иң бәхетле мәл булған икән – ни ҡәҙәре аҡыллы кешеләр менән аралашыу насип булды, – тине Фәрит Вафа улы.
Яҙыусы, драматург Зөһрә Бураҡаева, БР Милли архивының бүлек мөдире Азат Ярмуллин, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, Милли китапхананың матбуғат баҫмалары бүлеге мөдире Илдар Кирәев та “Ватандаш” хаҡында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашып, теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе, баҫмаға яҡты киләсәк теләне.
Түңәрәк өҫтәл артында ойошторолған һөйләшеүҙә онлайн-алымда республика төбәктәренең китапханасылары ла ҡатнашты. Хәйбулла, Күгәрсен, Кушнаренко райондарынан китапхана директорҙары тура бәйләнешкә сығып, фекерҙәрен еткерҙе. Улар белем һәм мәғрифәт үҙәге булған китапханаларға “Ватандаш” кеүек милли баҫмаларҙы күпләп алдырыуҙа ярҙам һораны.
Ихлас аралашыуға ҡоролған сара бер тында үтеп китте. Ә “Ватандаш”тың берҙәм, эшһөйәр коллективы бындай осрашыуҙарҙың тағы ла буласағы, 25 йыллыҡ юбилей сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция үткәрергә йыйыныуҙары хаҡында уй-ниәттәре менән уртаҡлашып, киләсәктә лә бергә-бергә эшләргә саҡырҙы.
Фото: “Ватандаш” журналы һәм авторҙыҡы.