

Хужабикә саҡ ҡына уйланып торҙо ла:
– Ҡыш бабай иҫерек, унан араҡы еҫе килә, – тине.
– Не может быть! – тине лә хужа, аптырағас, үҙе еҫкәп ҡараны. – Был араҡы түгел, егет иҫерек, егет көмөшкә эскән.
– Ғәфү итегеҙ, зинһар, ғәфү итегеҙ, – тине Рәсүл. Теле көрмәләнде, башы әйләнде. – Мин һеҙҙе киләһе йыл килеп ҡотлай алам, ап-айныҡ килеш.
– Тимәк, киләһе йыл! – тине хужа, телефонын алып, бер нисә төймәһенә баҫты.
– Нәғим Вилданович! – тине ул. – Бына, һеҙҙең егетегеҙ килде... Юҡ-юҡ, бөтәһе лә һәйбәт, бик матур сығыш яһаны. Яҙып ҡуй, беҙ ул егетте киләһе йылға ла көтәбеҙ. Килештекме? Килештек, бик яҡшы.
– Рәхмәт, рәхмәт, ағай, изгелегегеҙҙе бер ҡасан да онотмам.
– Стоять! Хәҙер керәһең, сертификатты тапшыраһың, ҡотлайһың һәм ысҡынаһың! Иҫерек килеш күҙемә күренәһе булма!
Тағы ла бер биш-ун минуттан Ҡыш бабай таксиҙа ултыра һәм эстән генә: “Был эштән ҡотолорға кәрәк”, – тип уйлай ине.
Ҡараңғы ла төшә башланы, юлда машиналар кәмене. Киләһе заказ – Телеүҙәк эргәһендә. Рәсүл таксисҡа боролдо.
– Шеф, әйҙә теге Свердлов урамындағы ятаҡҡа һуғылып китәбеҙ!
– Унда нимә бар?
– Ана, бер бүләкте ҡалдыра алмайым.
Рәсүл тоғона бүләктәрҙе тултырып алды. Теге ғифрит килеп сыҡһа, һин Ҡыш бабай түгел, бүләктәрең юҡ, тип бәйләнеп торор. Айгөлдөң ҡурсағы эргәһенә конструктор, самолет кеүек уйынсыҡтар һыйҙы.
75-се бүлмәнең ишеген ипле генә шаҡыны Рәсүл. Айгөл ишек төбөндә торҙо микән, шунда уҡ тауыш бирҙе:
– Әсәй, әсәкәйем ҡайтты, әсәкәйем, мин һине һағындым!
Бына һиңә мә! Былай булғас, Гуля һаман ҡайтмаған. Был ниндәй бөтмәҫ төнгө смена икән? Әллә берәй бәләгә тарығанмы? Шулай ҙа Рәсүл яғымлы ғына итеп:
– Һаумы, Айгөл, мин – Ҡыш бабай, һине ҡотларға килдем. Йә әле, Айгөл ҡыҙым, шиғырыңды һөйләп күрһәт. Шиғыр ятланыңмы?
– Һин, ысынлап та, Ҡыш бабаймы?
– Эйе, ҡыҙым, мин – Ҡыш бабай.
– Һаҡалың да бармы?
– Эйе, оҙон көмөш һаҡалым бар.
– Бая ла бер Ҡыш бабай килде, уның һаҡалы аҡ ине.
– Мин, ҡыҙым, шул Ҡыш бабай бит.
– Ә һин ниңә тағы килдең?
– Бына, Ҡыш бабай һиңә бүләк килтерҙе.
– Ә һин алдамайһыңмы? Бая ла Ҡыш бабай килде, уның да бүләге бар ине.
– Ә бүләген алдыңмы һуң?
– Белмәйем, – тине ҡыҙ. Оҙаҡ ҡына уйлағандан һуң, – мин бүләген күрмәнем, – тип өҫтәне.
Шул ваҡыт эргәләге ишек дөбөр-шатыр килеп асылды, унан баяғы ғифрит һәм, уға эйәреп, бер ҡатын сыҡты.
– Был ниндәй маскарад тағы? – тине ир, еңдәрен һыҙғана-һыҙғана. – Бая берәүҙе туҡмап ебәргәйнем, быныһына тағы ни ҡалған? Ошо ҡыҙға ниңә бәйләнәләрҙер инде? Гуля үҙе ҡайҙа икән?
Ғифрит бер генә һикерҙе лә Рәсүлде эләктереп алды һәм быуа ла башланы.
– Юҡ, мин түгел, мин түгел, – тип ыңғырашты Рәсүл.
– Һин булмағас, бигерәк тә шәп. Зина, арҡанды килтер, бәйләйбеҙ.
– Ғәфү итегеҙ, мин бына Айгөлгә бүләген тапшыра алмай йөрөйөм, – тип, Рәсүл тоғон асып күрһәтте.
Ғифрит бер ҡулы менән Ҡыш бабайҙың боғаҙынан тотоп тора, икенсеһе менән тоҡтоң эсен барлай ине.
– Ә был ниндәй бүләктәр?
– Ата-әсәләр заказ яһай, ниндәй бүләк алырға икәнен әйтә. Ә мин шуларҙы тапшырып сығам.
– Аңлашылды. Бая ла һин килгәйнеңме?
– Эйе, мин килгәйнем.
– Әһә, эләктең! – тине ғифрит ҡыуана-ҡыуана. – Ҡайышты сығар! Бая ҡыуып ебәргән Ҡыш бабайҙың тоғонда бер нәмә лә юҡ ине. Тимәк, һин уныһы түгел, алдарға итәһең, – тип еңелсә һуҡҡылап алды.
Зина килеп сыҡты, ҡайышты тотторҙо.
– Бәлки, ысынлап Ҡыш бабайҙыр, – тине ул, тоҡто ҡапшап. Рәсүлгә бая ни өсөн бер генә бүләк алып менеүен, ағай килеп сыҡһа, ышанмаҫ, тип был юлы башҡа бүләктәрҙе лә һалып алыуын ҡат-ҡат аңлатырға тура килде. Ғифрит шикләнһә лә, Зина ышанды.
– Ҡара уны, – тине ир, оҙон йыуан бармағы менән янап. – Тағы бер күҙемә салынһаң, һуғып үлтерәм. Һин мине ысынлап шикләндерәһең.
– Бәлки, былай итербеҙ, – тине Рәсүл. – Мин һеҙгә ҡурсаҡты ҡалдырам, Гуля ҡайтҡас, һеҙ тапшырырһығыҙ.
– Мөмкин, – тине ғифрит, ирәүәнләнеп, – ҡалдыр ҡурсағыңды.
Ҡарсыға һымаҡ, Зина һикереп сыҡты.
– Теге Гулямы? Уның менән аралашмайһың. Һөйләшеп кенә ҡара, күҙеңде соҡоп алырмын! Гуляға күптән тамшанып йөрөй ине. Юҡ, егет, арабыҙҙы бутама! Һиңә ҡушылған, һиңә түләнгән, үҙең башҡар!
Рәсүл ҡурсаҡты тоғона һалды ла бесәйҙән ҡотолған сысҡан һымаҡ ҡыуана-ҡыуана таксиға йүгерҙе.
Телеүҙәктәге фатирҙан сығыуға Нәғим Вилдан улы шылтыратты.
– Эштәр нисек, ҡайҙа булдың? – тип һораны ул.
– Зәки Вәлиди урамы, 2а йорт, 15-се фатирҙан сыҡтым.
– Маладис, шәп эшләйһең, – тип маҡтаны ул. – Өҫтәлмә заказ алаһыңмы?
– Юл ыңғайы булһа, рәхим итегеҙ, Нәғим Вилданович!
– Затон биҫтәһе, Летчиктар урамы.
– Бик йыраҡ бит әле, Нәғим Вилданович. Унда барып урау ике сәғәтләп ваҡытты аласаҡ.
– Алһын, туйлыҡ аҡсаңды шунда эшләрһең.
Әлеге туй. Рәсүлгә туйлыҡ аҡса кәрәклеген белеп ҡалдылар ҙа, хәҙер кем генә уны файҙаланмай! Зөһрәһе, ҡайтып кереү менән, өйләнештек, тигән даныбыҙ сыҡты, ҡасан туй үткәрәбеҙ, ти ҙә тора. Әртис тигәс тә, ҡутарып аҡсаһын ала, аҡса һуға, тиҙәрҙер инде.
Рәсүлгә таксиға кереп ултырып, Затонға ҡарай ҡуҙғалыуҙан башҡа сара ҡалманы. Туйға аҡса кәрәк шул, ризалашырға тура килә. Унда барып, бүләктәрен тапшырыу сәғәт ярымдан артығыраҡ ваҡытты алды. Ағиҙел күперенә барып етеүгә, Шәфиев урамындағы йортҡа барырға ҡуштылар. Унан сығып, таксиға ултырыуға, Черниковка яғынан заказ килде. Киләһе заказ – Чернышевский урамынан. Унан 7-ләрҙә генә килеп сыҡты Рәсүл.
Был урамдағы фатирҙа ҡунаҡтар иҫерешеп бөткән, балалар йоҡлай. Көс-хәл менән бер-икеһен төрткөләп уятты ла, шиғырҙарын тыңлап, бүләктәрен биреп, таксиға сығып ултырҙы. Был фатирҙа уның килеп кергәнен дә, сығып киткәнен дә күрмәй ҡалдылар шикелле.
– Свердлов урамындағы баяғы ятаҡҡа барабыҙ, – тине Рәсүл.
– Һин унда әллә берәйһен таптыңмы? – тине таксист, шарҡылдап көлөп. – Шулай шәпме ни? Бөгөн шунда әллә өсөнсөгә, әллә дүртенсегә барабыҙ.
...Рәсүлгә ишекте байтаҡ шаҡырға тура килде. Әсәһе ҡайтмағандыр ҙа инде. Тағы бер-ике шаҡыны. Эстә хәлһеҙ генә тауыш ишетелде:
– Әсәй, әсәй, һин ҡайттыңмы?
– Юҡ, был мин, Ҡыш бабай.
– Ҡыш бабай? Һин Ҡыш бабаймы? Мин асмын. Ҡыш бабай, мине ҡотҡарырһыңмы?
– Мин һине ҡотҡарырға килдем, Айгөл.
– Ҡыш бабай, мине ҡотҡар, мин асыҡтым. Ҡыш бабай, һин минең әсәйемде күрмәнеңме? Ни өсөн минең әсәйем ҡайтмай ул?
Шул ваҡыт тауыш-тынһыҙ ғына ғифриттең ишеге асылды ла һүгенә-һүгенә бүлмә хужаһы килеп сыҡты.
– Мин һиңә әйттем, ҡустым. Мин һине киҫәттем, башҡа күҙемә салынма, тинем. Әйттемме? Әйттем.
– Ғәфү итегеҙ, бында Айгөл һаман яңғыҙы, ас ултыра, Гуля һаман ҡайтмаған.
– Тәүҙә асыҡлайыҡ, һиңә әсәһе кәрәкме, әллә ҡыҙымы?
– Үҙе һаман ҡайтмаған, бына ҡыҙы Айгөл ас ултыра.
– Һин ниндәй оятһыҙ кеше булып сыҡтың? – тине, ҡатлы-ҡатлы һүгенеп, ғифрит. – Мин һине тәүге күргәндә айныҡ инем. Әлегеләй хәтерләйем, һин, ҡыҙҙың әсәһенең исемен белмәйем, тинең. Хәҙер Гуля тиһең. Бында ниндәй Гуля булһын, бында – Гөлсирә. Гөлсирәнең юҡлығын беләһең, ә киләһең. Әсәһе ҡартайҙы, хәҙер ҡыҙын аңдып йөрөйһөңмө? Гөлсирә һәйбәт ҡыҙ ине. Һинең һымаҡ берәүҙән бала тапты. Ә тегеһе, бала булырын белгәс, ҡасты. Әйт әле, һин шул егет түгелме?
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ