Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Декабрь 2021, 17:00

Көләс йөҙлө, нескә билле Ишмырҙа һылыуҡайы

“Байыҡ-2021“ республика телевизион конкурсында ҡатнашты ул.

Көләс йөҙлө, нескә билле Ишмырҙа һылыуҡайыКөләс йөҙлө, нескә билле Ишмырҙа һылыуҡайы
Көләс йөҙлө, нескә билле Ишмырҙа һылыуҡайы

Көләс йөҙлө, нескә билле һылыуҡай Ләйсән Сапарова Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында тыуған. Бала саҡтан бейеүсе булырға хыяллана ул. Тәүге сығыштары менән ата-әсәһен, туғандарын ҡыуандырһа, үҫә килә мәктәп, ауыл клубы сәхнәләрен яулай.

Әле Ләйсән Сибай сәнғәт колледжының хореография бүлегендә уҡып йөрөй. “Арҡайым” хореографик миниатюралар ансамблендә бейей. Быйылғы йылда башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың “Байыҡ-2021“ республика телевизион конкурсында ҡатнашыу форсаты тейә. Бала саҡ хыялына баҙыҡ аҙымдар менән бара тырыш ҡыҙ.

Әүҙем тормошто яратҡан Ләйсән Закир ҡыҙы шулай уҡ волейбол, футбол  кеүек спорт төрҙәре менән дә мауыға. Киләсәктә “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы“ тигән маҡтаулы исемде яулап, сит илдәрҙең матурлығын күрергә тигән маҡсат ҡуйып, ҡыйыу атлай ғүмер үренә.

"Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашҡан Ләйсән һәм башҡалар өсөн гәзиттең төркөмөнә инеп тауыш биреүегеҙ һорала.

Фото: Л.Сапарованың шәхси архивынан.

Автор:Разиля Абзгильдина
Читайте нас