

Гөлназ Зариф ҡыҙы Үтәгәнова – Күгәрсен районының Ҡалдар ауылы ҡыҙы. Хозур тәбиғәтле, арҙаҡлы шәхестәргә бай ерҙә тыуып үҫкәнгәме, күңеле һәр саҡ ижадҡа ынтыла уның.
Бала саҡтан уҡ әҙәбиәткә ғашиҡ булып үҫә, иҫ белгәндән алып шиғыр һөйләүселәр бәйгеләрендә ҡатнаша Гөлназ. «Сәхнәлә сығыш яһау мине яңы үрҙәргә әйҙәй», – ти ул. 2019 йылда «Урал батыр» эпосын башҡарған йәш сәсәндәр республика конкурсында Гран-при яулай. Шулай уҡ ҡурай һәм ҡумыҙ кеүек музыка ҡоралдарында уйнау менән дә ҡыҙыҡһына.
Ижадҡа ынтылыш, мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегенә алып килә. Әлеге ваҡытта уҡыу менән бер рәттән, Өфө баҫмаларының береһендә хәбәрсе булып эшләп тә йөрөй өлгөр ҡыҙ. «Был миңә һәр ваҡыт яңылыҡтар донъяһының уртаһында булыу мөмкинлеген бирә. Мәҡәләләр аша үҙ уйҙарым менән уртаҡлаша алам, һәм бындай кисерештәр мине ҡанатландыра. Киләсәктә лә йөрәк ялҡыным һүрелмәҫ һәм башҡорт журналистикаһына ижади өлөшөмдө индерермен тип ышанам», – ти Гөлназ.
"Башҡортостан гүзәле" конкурсында ҡатнашҡан Гөлназ һәм башҡалар өсөн гәзиттең төркөмөнә инеп тауыш биреүегеҙ һорала.
Фото Г.Үтәгәнованың шәхси архивынан.