Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Декабрь 2021, 17:45

Өфөлә 100 автомобилдән торған "шыршы" балҡыны!

Беҙҙең маҡсат - Өфөгә Яңы йыл кәйефе бүләк итеү, ти ойоштороусылар. 

Өфөлә 100 автомобилдән торған "шыршы" балҡыны!Өфөлә 100 автомобилдән торған "шыршы" балҡыны!
Өфөлә 100 автомобилдән торған "шыршы" балҡыны!

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Октябрь районында ғәйәт ҙур "автошыршы" төрлө төҫтәрҙә балҡыған. Баҡтиһәң, бында 100 автомобиль хужаһы бергә йыйылып,  Яңы йыл флешмобына ҡушылған.

Улар машиналарҙың фараларын яҡтыртып, авария сигнализацияларын тоҡандырып шыршы фигураһы килеп сығырлыҡ итеп теҙелгән. Флешмобҡа Өфө водителдәренән тыш, күрше Татарстан республикаһынан, Силәбе, Ырымбур өлкәһенән һәм Пермь крайынан да теләүселәр ҡатнашҡан.

- Беҙ тәүҙә тамғалар эшләнек, артабан ике сәғәт дауамында ҙур шыршыға теҙелдек. Беҙҙең маҡсат - Өфөгә Яңы йыл кәйефе бүләк итеү, - ти Октябрь районы хакимиәтенең спорт һәм физик культура комитеты рәйесе Леонид Ильин.

Өфөләргә Яңы йыл сәләмдәрен Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа еткерҙе, шулай уҡ Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алена Одинцова, видеоблогер Александр Коноров та ситтә ҡалманы.

Флешмобта ҡатнашҡан автомобилдәр араһында машиналарын гирляндалар менән биҙәп, үҙҙәре һәм пассажирҙары төрлө Яңы йыл маскарады костюмдарында булғандар ҙа бар ине.

Һанаулы ғына көндәрҙән барыһы ла көтөп алған Яңы йыл етә. Ә уның шатлыҡ-ҡыуаныстары һәм төрлө мажаралары бөгөндән үк башланыуы икеләтә кәйефтәрҙе күтәрә.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас