

Гүзәлиә Ҡотлогилдина – Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылы ҡыҙы.
Маҡсатлы ҡыҙ бала саҡтан ҙур үрҙәргә ынтылып үҫә, ошо тырышлығы уны Мәскәүҙәге авиация университетына алып килә. Студент йылдары Башҡортостандан ситтә үтһә лә, күңеле башҡорт рухы менән һуғарылған Гүзәлиә төрлө сараларҙа бейеүҙәр менән сығыш яһай, ”Мәскәү һылыуҡайы” конкурсында ҡатнашып, беренсе урын яулай.
Халыҡ бейеүҙәренә ҡарата һөйөүе ҡыҙға тағы ла бер еңеү алып килә – Гүзәлиә “Алтын Ай” башҡорт бейеү ансамбле менән “Байыҡ” телевизион бәйгеһендә 3-сө урынға лайыҡ була.
Ул ҙур хыялдар менән яна. Мәҫәлән, тәбиғәттең кеше тарафынан тәләфләнгәнен, бысранғанын бала саҡтан күреп, йөрәге аша кисереп үҫкәс, сүп-сар эшкәртеү заводы асыу хаҡында хыяллана.
Фото Гүзәлиәнең шәхси архивынан.