Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Декабрь 2021, 16:30

Шыршы янында өшөп йөрөргә тура килерме?

Былтыр Яңы йыл төнөндә -25 градусҡа тиклем һыуытһа, ә быйыл...

Шыршы янында өшөп йөрөргә тура килерме?Шыршы янында өшөп йөрөргә тура килерме?
Шыршы янында өшөп йөрөргә тура килерме?

Һәр кем Яңы йыл байрамын көтөп ала. Кемдер уны үҙ йортонда ҡаршылаһа, икенселәр сәғәт телдәре 12 һуғып үтеү менән Яңы йыл майҙансығындағы Шыршы янына ашыға. Былтыр Яңы йыл байрамы бер аҙ һыуыҡтары менән хәтерҙә ҡалһа, быйыл көтөп алған байрам көнө нимәләр вәғәҙәләй? 

"Башгидрометүҙәк" мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 31 декабрҙә һауа температураһы көндөҙ -15 градус, төндә -18 буласаҡ. Ел талғын ғына, секундына 6 метр тиҙлектә иҫәсәк. Яңы йылдың тәүге көнөндә, 1 ғинуарҙа ла ошондай уҡ һауа торошо буласаҡ тип фаразлана.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас