Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Декабрь 2021, 15:30

Сибай һылыуы

”Ҙур хыялдар менән йәшәргә кәрәк. Тамсы тама-тама ташты яра – мөкиббән бирелгәндә, һис шикһеҙ маҡсатыңа өлгәшәсәкһең”, - ти Гөлнур.

Сибай һылыуыСибай һылыуы
Сибай һылыуы

Гөлнур Ҡыуандыҡова Сибай ҡалаһынан. Рәми Ғарипов исемендәге беренсе Башҡорт республика гимназия-интернатынан һуң Мәскәү авиация институтын тамамлап, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының магистратураһында белемен камиллаштыра.

Гөлнур бәләкәйҙән ”Тамыр” балалар вокал студияһында шөғөлләнә, уның составында Төркилә халыҡ-ара конкурста ҡатнаша. Мәктәп йылдарында ҡала, республика кимәлендәге конкурстарҙа еңеү яулай. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы тарафынан булдырылған ”Беҙ – Башҡортостандың киләсәге!” лидерҙар ойошмаһында алдынғылар рәтендә йөрөй. ”Ҙур хыялдар менән йәшәргә кәрәк. Тамсы тама-тама ташты яра – мөкиббән бирелгәндә, һис шикһеҙ маҡсатыңа өлгәшәсәкһең”, - ти Гөлнур.

Фото: Гөлнурҙың шәхси архивынан. 

Автор:Разиля Абзгильдина
Читайте нас